+21 °С
Болотло


Ут сәсрәтеп баҫа бит егетең! Моғайын, бейеүсе булыр. Хәйбулла районы Әбеш урта мәктәбенең һигеҙенсе клас уҡыусыһы Илсур Хунафин бейегәндә һәр кем һоҡланыуын белдермәй ҡалмайҙыр. Ысынлап та, талантлы егет. Илсур менән яҡындан танышып, киләсәк хыялы хаҡында ҡыҙыҡһынабыҙ. "Киләсәктә йырсы булғым килә, туғыҙынсы кластан һуң Сибай сәнғәт колледжына барасаҡмын", - тине ул. Уңыштар һиңә, Илсур, хыялың тормошҡа ашһын!