Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
1 Февраль 2023, 20:05

“Егерме йәшемдә үк хыялдарымды яҙып ҡуйғанмын...”

– Ун етенсе йылда Питерҙа контракт бөткәс, Ҡытайҙа эшләү мөмкинлеге килеп сыҡты. Күптән бындай теләгем бар ине, иптәштәрҙән һорашҡылап йөрөнөм. Саҡырыуҙарын ихлас ҡабул итеп барҙым.

“Егерме йәшемдә үк  хыялдарымды   яҙып ҡуйғанмын...”
“Егерме йәшемдә үк хыялдарымды яҙып ҡуйғанмын...”

Ниндәй генә талантлы, уникаль шәхес булмаһын, иң беренсе сиратта, ул Кеше. Уны тап ошо кешелек сифаттары күтәрә лә инде. Шуға күрә журнал геройҙарының төрлө исем-данынан, грамоталарынан бигерәк күңел донъяһын белге килә.
Үҙенсәлекле проекттары, йыр-моңдары менән халыҡҡа танылған дирижер һәм композитор, оркестрҙар етәксеһе, күп кенә аранжировкалар эшләүсе музыкант Ринат КАМАЛОВ менән әңгәмә ҡорғанда ла үҙен күберәк ябай кеше булараҡ асырға ынтылдым. Тормошҡа, ижадҡа ҡарашы нисек, ниндәй уйҙар менән яна, нимә борсой, ҡайҙа табан юл алған, ниндәй һуҡмаҡтар һайлай, тормош биргән дәрестәрҙе нисек үтә?..

– Тыуып үҫкән, тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡан ере, теле асылған ғаиләһе хаҡында белмәйенсә, кеше тураһында фекер йөрөтөүе ауыр. Ошо хаҡта һөйләп үтегеҙ әле, Ринат.
– Учалы районы Уральск ауылынан мин. 1986 йылдың 8 июлендә донъяға килгәнмен.
Атайым ғүмер буйы малсылыҡ менән шөғөлләнде, төрлө хужалыҡтарҙы етәкләне. Әле лә, пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, эштән баш тартмай. Тәбиғәте менән уйсан кеше, тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһына.
Әсәйем – холҡо менән бөтөнләй икенсе. Ул физкультура уҡытыусыһы, тренер, саңғыла, мотоциклда, һыбай йөрөргә, сәйәхәт итергә ярата, парашют менән һикерергә хыяллана. Ошондай бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған кешеләрҙең уртансы улы мин.
Атай-әсәйем беҙҙе бәләкәй саҡтан ауылда булған барлыҡ түңәрәктәргә лә йөрөттө. Бейеү, ҡурай, ҡумыҙ, фортепиано, баян, саңғы, өҫтәл теннисы… Был беҙгә ыңғай йоғонто яһаны, бик иртә ваҡыт ҡәҙерен белергә, тәртипкә өйрәтте.
Миңә айырыуса бейеү оҡшай ине. Беренсе дәрестәрҙе Рәйес Низаметдинов бирҙе. Ҡурайҙа уйнарға ла өйрәтте. Ул уҡытҡан саҡта ҡурай буйынса барлыҡ конкурстарҙа ла тиерлек еңә инем.
Әммә түңәрәктәргә оҡшаһа ғына йөрөнөк, талап итеү булманы. Ниндәйҙер хәүеф янаһа ғына шелтәләгәндәре хәтеремдә. Мәҫәлән, эргәлә генә йылға, ә унда һорамайынса барып һыу инергә ярамай ине. Һуңғараҡ атайым, былай ғына тыйып тотоу мөмкин түгел икәнлеген аңлап, йөҙөргә лә өйрәтте.
Ат сабыштарында күп ҡатнаштым. Хатта бер ваҡыт музыканы ташлап аттар менән шөғөлләнергә ынтылып ҡуйғайным.
Холҡом менән иһә уйланырға, хыялланырға яратҡан малай булдым. Бөтөнләй музыка донъяһына инеп китеүем Өфөгә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль тәрбиә биреү гимназияһына уҡырға килеү менән бәйле. Бик яратып флейтала уйнай башланым. Һис шикһеҙ, музыкант булырмын тип ниәт иттем.
Өфө дәүләт сәнғәт училищеһынан һуң юғары уҡыу йортона ла флейта буйынса инергә мөмкинлек булды, әммә композитор йәки дирижер һөнәрен яҡын күрҙем. Морат Әхмәтовтың Өфөгә күсеп килгән сағы ине, ул мине консерваторияға әҙерләне. Шулай итеп, Санкт-Петербургтағы Римский-Корсаков исемендәге дәүләт консерваторияһының опера-симфоник дирижерлау факультеты студенты булып киттем.
– Ике йыл хатта Ҡытайҙа эшләп ҡайттығыҙ. Унда нисек юл төштө?
– Ун етенсе йылда Питерҙа контракт бөткәс, Ҡытайҙа эшләү мөмкинлеге килеп сыҡты. Күптән бындай теләгем бар ине, иптәштәрҙән һорашҡылап йөрөнөм. Саҡырыуҙарын ихлас ҡабул итеп барҙым. Унда егермегә яҡын балалар оркестрын булдырҙым. Балалар менән эшләү миңә телде тиҙерәк өйрәнергә ярҙам итте. Йөҙөргә өйрәнгең килһә – һыуға сум, тигән һымаҡ, тел өйрәнеү өсөн дә мөхит кәрәк. Яҙа алмаһам да, һөйләшерлек кимәлгә еттем.
Әлбиттә, тәүге мәлдәрҙә үҙемде XIX быуаттан килгәндәй хис иттем. Быға тиклем Европа илдәрендә булһам да, беҙ артта ҡалған күренештәр осраны. Тиҙ йөрөшлө поездар, кеше һымаҡ яныңа килеп, һорашып, ярҙам итеп ебәреүсе роботтар… Порт-Артур тигән ҡалала йәшәнем. Ҡартатайымдың атаһы һуғышта саҡта ятҡан казарманы күрҙем, емермәгәндәр икән.
Ҡытайҙан матур тәьҫораттар ҡалды. Эште тиҙ арала үтәп ҡуйыуҙары аптыратты. Иртәнсәк ентекле план төҙөйҙәр, төштән һуң башҡарып та ҡуялар. Шул ғәҙәтте үҙемә лә алдым. Мәҫәлән, апрель айында барлыҡҡа килгән CINEMA PROJECTS ORSHESTRA тип аталған проектымды идея тыуыу менән тиҙ арала тормошҡа ашырҙым. Әле был концерттарым ҙур уңыш менән бара, ноябрь айына тиклем 12 концерт буласаҡ һәм артабан да дауам итәсәк.
Туғыҙ йәшлек ҡыҙым Мәрйәм мине Японияның аниме йәнһүрәттәрен яратыусы тип уйлаһа ла, үҫмерҙәрҙе театрға, классик музыка донъяһына йәлеп итеү маҡсатында уйлап сығарған эшем был. (Көлә. – Авт.)
– Бик ҡыҙыҡлы концерттар, оркестрҙар ойоштораһығыҙ. Яңыраҡ Салауат Юлаевҡа арналған “Һынмаҫ рух” концерты менән ҡыуандырҙығыҙ, “Партитура” Бөтә Рәсәй конкурсында лауреат булдығыҙ. Туҡтамай ижад итергә һеҙҙе нимә илһамландыра?
– Бөгөн профессионалдар аҙ ижад итә, йылына, ярты йылға бер көй яҙа. Үҙешмәкәрҙәр, бәлки, бик ҡыҙыҡлы, оҫта килеп сыҡмаһа ла, көн һайын тиерлек эшләй. Миңә тап үҙешмәкәрҙәрҙең тик ятмауы дәрт бирә. Кеше көн һайын тиерлек ниҙер эшләй, тырыша. Минеңсә, күптәребеҙ илһамланыуҙы дөрөҫ аңламайбыҙ. Урман, һыу буйы түгел, ә эш процесы, идея үҙе илһам сығанағы булырға тейеш. Автомобиль дизайнын яһағандар илһам көтөп ултырмай бит, ниндәйҙер ҡағиҙәләр буйынса эшләй. Шулай уҡ ҡанатланып ҡына эшләгәнең үҙеңә оҡшар, ә башҡаларҙың күңеленә ятмауы ихтимал. Бөйөк Британия яҙыусыһы Олдос Хаксли “Ижадтағы ихласлыҡ” тигән китабында: ”Ни өсөн бер һүрәт – миллион доллар, ә уның копияһы йөҙ доллар тора?” тигән һорауға: “Сөнки тәүгеһендә ихласлыҡ ярылып ята. Ихласлыҡ менән эшләнгән әйбер ҡиммәтерәк”, – тип яуап биргән.
Шул уҡ яҙыусы үлем алдынан яҙылған хаттарҙы уҡып сыҡҡан. Береһе лә күңеленә үтеп инмәгән. Улар үлем алдында, йөрәктәре күкрәктәренән атылып сығып бара, ләкин шул тойғоларҙы күрһәтә белмәгәндәр, был йәһәттән оҫталыҡтары етмәгән. Әгәр яҙыусы яҙһа, ниндәйҙер тойғоларға һала, битараф ҡалдырмай. Бына ни өсөн ижадта, тәү сиратта, ихласлыҡ һәм оҫталыҡ мөһим.
– Емешле ижад итер өсөн тағы ла нимә мөһим тип уйлайһығыҙ?
– Беҙгә фәнни белемдәрҙе практикала ҡулланмау ҡамасаулай. Уны шулай уҡ музыкала файҙаланырға мөмкин. Статистика һәм социология фәндәре күҙлегенән ҡарайым мин. Статистика буйынса республикала барлыҡ шарттар бар. Профессионалдар, инструменттар, мәҙәниәт йорттары… Ә бына социология йәһәтенән артта ҡалғанбыҙ, тип әйтергә яҙмаһын ине. Мәҫәлән, Өфөлә генә сығыш яһайҙар ҙа, бәләкәй ҡала, ауылдарға йөрөмәйҙәр. Ижади шәхестәр бер-береһе менән аралашмай, һәр кем үҙенең уйлап сығарылған донъяһында йәшәй. Статистика булып йөрөйҙәр.
Шулай уҡ күп кенә ижади шәхестәрҙең үҙен йәлләүе йәшәү көсөн кәметә. Мөмкинлек бирмәйҙәр, күрмәйҙәр, тип зарланыусылар осрай. Ул саҡта мин уларға бер генә нәмә әйтәм: һин бит төрмәлә ултырмайһың. Әммә тарихтан күренеүенсә, хатта тотҡонда саҡта ла ижад иткәндәр бар. Үҙеңде йәлләй башланыңмы, эш туҡтап ҡала.
– Һөнәреңә бәйләмәйенсә генә әйткәндә, үҙеңде кем тип һанайһың?
– Хәҙер мин күп һорауҙарыма яуапты дин күҙлегенән табырға тырышам. Мин бер кем дә түгел, тип тә әйтеп була. Шул уҡ ваҡытта кемдер ҙә. Алла ҡоло, тиергә мөмкин.
Хәҙер күптәрҙә халыҡҡа ярҙам итеү уйы алдан йөрөй. Әммә иң беренсе үҙ һорауҙарыңа яуап тапмайынса, бер кемгә лә ярҙам итеү мөмкин түгел. Шуға күрә, файҙа килтермәгән хәлдә лә, зыян яһамаусы тип әйткем килер ине үҙем хаҡында.
– Дирижерға ниндәй төп сифаттар мөһим?
– Әлбиттә, иң мөһиме – музыканы яратыу. Дирижер – ул башҡа музыканттарҙы етәкләп алып барыусы, шуға күрә көйҙө уларҙан яҡшыраҡ, камилыраҡ белеү талап ителә. Үҙ тойғоларыңды бирә белергә кәрәк. Ҡайһы бер ваҡыт дирижер үҙе генә хисләнә, ә музыкант “йоҡлап ултырыуы” ихтимал. Дирижер башҡаларҙы нескә тойорға тейеш, тиҙ генә ҡыҙып алдан сабып сығып китмәй.
Оркестр уйнағанда көслө биополе барлыҡҡа килә. Шул саҡта уйнауы ла еңел. Билдәле әҫәрҙәрҙе уйнаған хәлдә лә улар яңы һулыш ала.
– Ижад итеүсе йәштәргә ниндәй һүҙҙәр әйтергә теләр инегеҙ?
– Ижад – ул тел. Башҡорт теле, архитектураның да теле бар, тәндең теле тип тә әйтәбеҙ… Ул ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт биреүсе. Ижад итеүсе, иң беренсе сиратта, нимә хаҡында һөйләргә теләгәнен, ниндәй фекер еткерергә кәрәклеген аңлаһын ине. Файҙалымы ул, кешеләр өсөн мөһимме…
– Әлеге ваҡытта ниндәй уй-хыялдар менән янып йәшәйһегеҙ?
– Егерме йәшлек сағымда уҡ хыялдарым теҙмәһен яҙып ҡуйғанмын. Күптәре эшләнгән, тормошҡа ашҡан. Оркестр булдырырға теләй инем, хәҙер ул бар, сит илдәргә йөрөлдө… Күп теләктәрҙе тормошҡа ашырып була. Әйткәндәй, ҡарағайҙар ултыртыу хыялым бар... Тиҙ арала Учалы районы урман хужалығында быны атҡарып ҡуйырға мөмкин. Ҡайһы бер теләктәр оҙаҡҡа һуҙыу арҡаһында ғына үтәлмәй тора. Ике көн эсендә үтәп ҡуя алам быны.
Артабан ҙурыраҡ маҡсаттарға ирешергә теләһәм, хыялдарым үҙгәреп тә китер, бәлки.

 

Гөлсинә ЙОСОПОВА әңгәмәләште.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: