Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
24 Февраль 2023, 20:25

Хәрби һөнәрҙе үҙ итеп

Хәрби һөнәрҙе һайлап, буласаҡ танк подразделениеһы командиры Азат Шафиҡов Ҡазан ҡалаһындағы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Ҡыҙыл байраҡлы юғары танк командованиеһы училищеһында уҡый

Хәрби һөнәрҙе үҙ итеп
Хәрби һөнәрҙе үҙ итеп

 

Бала сағынан хәрби булыуҙы хыялында йөрөткән егет Красноусолдағы 3-сө мәктәпкә уҡырға төшөп, 6-сы класты тамамлағас, 7-се класҡа Ишембай ҡалаһындағы кадет мәктәбенә уҡырға бара. Азат тырышып уҡый, 11-се класты тамамлағансы үҙенең туған – башҡорт теле буйынса республика олимпиадаларында ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. 2020 йылда был уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, Ҡазан ҡалаһында хәрби училище курсанты булыу бәхетенә ирешә. Хәҙер тырыш, ҡатҡыл егет хәрби һөнәрҙең барлыҡ нескәлектәрен яҡшы үҙләштерергә тырышып, 3-сө курста уҡый. 9 Май байрамы – Еңеү көнө уңайынан уҙған хәрби парадтарҙа (Ишембайҙа, Өфөлә, Ҡазанда) ҡатнашыу бәхетенә өлгәшкән. Тиҫтерҙәрен үҙе уҡыған уҡыу йортона уҡырға саҡырып ҡала ул.
Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, үҙенең туған телен онотмай егет, ярата һәм хөрмәт итә, уҡыу һәм аралашыу рус телендә генә булыуға ҡарамаҫтан, ялға ҡайтҡан ваҡытында һәр кем менән ихлас итеп башҡортса һөйләшә. Азат Нияз улы менән осрашып һөйләшеү мөмкин булды. Ул махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Алмаз ағаһын ерләргә ҡайтҡайны. Ағаһын ул Герой тип иҫәпләй һәм үҙенә өлгө итеп ҡуя.
- Беҙ, буласаҡ хәрбиҙәр, һалдат тормошондағы кеүек казармала йәшәйбеҙ, хәрби әҙерлек, бөтөн Рәсәй буйынса төрлө хәрби частарҙа, атап әйткәндә, Свердловск өлкәһенең Елань, Түбәнге Новгородтың Мулино хәрби частарында стажировка үтәбеҙ. Әлеге мәлдә һаҡта айырыуса уяу торорға тура килә. Мобилизацияланғандарҙы хеҙмәтләндереү, медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса күнекмәләр, әҙерлек уҙғарылып, штабта хеҙмәт итәбеҙ, хәрби операцияла һәләк булғандарҙы ерләүҙә ҡатнашыу ҙа, ҡарауыл һаҡта тороу ҙа беҙҙең иңдә, - ти еңел булмаған хеҙмәте тураһында таныштырып Азат Шафиҡов. – Әйткәндәй, махсус хәрби операция башланып, иң тәүгеләрҙән булып бында алынған ағаһы Алмазды тап Ҡазанда, мобилизацияланғандарҙы хеҙмәтләндергән мәлдә осратып, күрешеү бәхетенә өлгәшә.
Ике улын да илһөйәр, Ватаныбыҙҙың лайыҡлы һаҡсылары, ҡыйыу, ғәйрәтле итеп тәрбиәләгән Гөлсинә менән Нияз Шафиҡовтар батыр улдары Алмазды хәтерләп, хәрби юлды һайлаған Азат улдары өсөн ғорурланып йәшәһендәр. Ә Азатҡа уҡыуын уңышлы тамамлап, хәрби һөнәрендә тыныс тормошта ғына хеҙмәт итергә яҙһын.

Индира Ишкина.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите.

Фото: "Табын" гәзите. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: