Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
12 Май 2023, 12:15

КӨРӘШ РУХЫ АЛҒА ӘЙҘӘЙ!

Илшат Ҡотолшинды Стәрлетамаҡ ҡалаһында төрлө яҡтан булдыҡлы шәхес итеп таныйҙар, халыҡ ышанысы уны ҡала советына бишенсе саҡырылыш депутаты итеп һайланырға нигеҙ бирҙе. Хәҙер Илшат Мансаф улы ҡала халҡының төрлө өлкәгә ҡараған проблемаларын хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнаша, экологик, хәйриә акцияларына үҙ өлөшөн индереп, һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикле балаларға ла ярҙам итә. Ҡаланың үҫешенә тос өлөш индерә, ғөмүмән!

КӨРӘШ РУХЫ АЛҒА ӘЙҘӘЙ!
КӨРӘШ РУХЫ АЛҒА ӘЙҘӘЙ!

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се мәктәбе директоры, “Юрматы” көрәш клубы етәк-сеһе, ҡала советы депутаты Илшат Ҡотлошин да ҡасандыр Стәрлебаш районы Ҡалҡаш ауылы урамдарында уйнап йөрөгәндә, тыуған ауылы мәктәбендә уҡытыусыларының биргән һабаҡтарын йотлоғоп тыңлағанда, үҙен киләсәктә тарих уҡытыусыһы итеп күҙаллай һәм был хыял ғына булып ҡалмай, ә инде унынсы-ла уҡығанда ул саҡтағы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына барам тигән ныҡлы ҡарарға килә. Был ҡарарына еңел булмаған студент йылдарында ла, районында уҡытыусы булып эш башлаған йылдарында ла, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса белем биргәндә лә һәм әле, үҙе мәктәп директоры бурысын атҡарып килгәндә лә, һис үкенмәй. Илшат Мансаф улы үҙе әйтмешләй, ир ҡарары бер булырға тейеш! Әйткәндәй, ошо хәҡиҡәтте ул уҡыусыларында, көрәшселәрендә һәм үҙенең улдарында ла һеңдерә килә.

Уҡыусыларға төплө белем бирһенме ул, спорт буйынса ҙур һөҙөмтәләргә ирешһенме – барыһын да булдыра. Шул уҡ ваҡытта үҙен оҫта етәксе итеп тә күрһәтеп өлгөрҙө Илшат Мансаф улы – ул эшкә килгәс тә 7-се мәктәптә уҡыу-уҡытыу күрһәткестәре, имтихан буйынса күрһәткестәр бермә-бер артты. Белем усағында республиканың көнъяғында берҙән-бер юл хәүефһеҙлеге буйынса махсус класс асылды, иң күп уҡытыусы ир-егеттәр ҙә был мәктәптә эшләй, уҡтан атыу, ҡурай буйынса түңәрәктәр ойошторолоп, белем усағында милли рух та күтәренке хәҙер!

Ә инде “Юрматы” көрәш клубы айырым иғтибарға лайыҡ, сөнки был шөғөл буйынса үҙе лә спорт мастерына кандидат булған Илшат Ҡотлошин өсөн көрәш айырыуса мәғәнәгә эйә. Стәрлебаш батыры бала саҡтан көрәшеп үҫкән һәм үҫешкән егет бит ул! Ана, хәҙер үҙе республика ғына түгел, ил чемпиондары тәрбиәләй: тиҫтәләгән исемдәргә туҡталып тормай, был йәһәттән һуңғы көндәрҙә булып үткән ваҡиғаларға туҡталып үткәндә лә барыһы ла асыҡ күренеп тора – “Юрматы” клубы тәрбиәләнеүсеһе Ленар Ғәлимов Рәсәй беренселегендә 1-се урын яулап ҡайтты! Ә бит йылдар дауамында нисәмә исемдәр барлыҡҡа килгән, нисәмә егет тормошта ауырлыҡтарға көрәшергә өйрәнгән, спортты үҙ иткән, лайыҡлы ғаилә ҡороп, лайыҡлы эш тапҡан. Уйлай китһәк, Илшат Мансаф улының педагогик хеҙмәте ошондай күренештәрҙә лә сағыла.

Илшат Ҡотолшинды Стәрлетамаҡ ҡалаһында төрлө яҡтан булдыҡлы шәхес итеп таныйҙар, халыҡ ышанысы уны ҡала советына бишенсе саҡырылыш депутаты итеп һайланырға нигеҙ бирҙе. Хәҙер Илшат Мансаф улы ҡала халҡының төрлө өлкәгә ҡараған проблемаларын хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнаша, экологик, хәйриә акцияларына үҙ өлөшөн индереп, һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикле балаларға ла ярҙам итә. Ҡаланың үҫешенә тос өлөш индерә, ғөмүмән!
Хәйер, ҡала үҫешенә генә түгел, башҡорт милләте, шәжәрәһе үҫешендә лә маҡтарлыҡ сәбәбе бар уҡытыусының – ҡатыны Ләлә менән Иҙел, Нур һәм Илназ исемле шап-шаҡтай өс баһадир көрәшсе үҫтерәләр!

...Әле мәктәптә уҡыған йылдарында Илшат Ҡотлошин көрәштә ныҡыша торғас, өсөнсө тапҡырҙан чемпион һабаҡташын еңеп ҡуя! Шунан бирле спортта ла, мәғарифта ла, тормошта ла яҡшы уҡыусыларым, яҡшы көрәшселәрем, ғаиләм, халҡым булһын тип, көрәшеп, сәмләнеп йәшәй бирә. Эше, кәңәштәре, булмышы менән уҡыусыларҙың тормошонда ҡалҡан булып нығына!

Рәмил МАНСУРОВ. 

Фото: "Ашҡаҙар". 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: