Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
13 Май 2023, 19:25

Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре

Сорғот ҡалаһына барып урынлашҡас, һөнәре буйынса икмәк заводына эшкә урынлаша. Буласаҡ йәре менән дә ошонда таныша. Йылайыр районы Матрай ауылы егете Ғәзиз Эльвиранан бер йыл самаһы элек унда барып эшкә урынлашҡан була.

Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре

Күҙҙең яуын алып, тирә-яҡҡа хуш еҫ таратҡан гөлләмәләр алырға ла, бүләк итергә лә барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Тик өҙөлгән сәскәләрҙең ғүмере һанаулы ғына шул. Күпме тәрбиәләһәң дә, улар менән бер нисә көндән хушлашырға тура килә. Әммә бөгөнгө көндә оҫта ҡуллы замандаштарыбыҙ тарафынан флористика өлкәһендә лә ҙур үҙгәрештәр бар. Гөлләмәнең файҙалы ла, тәмле лә булыу серҙәрен уларҙы эшләүсе Эльвира ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА белә.

 

Осор ҡанаттары ныҡ булһын өсөн...

Ҡул эштәренә маһир йәштәр менән танышҡан һайын, уларҙың барыһы ла эҙләнеүсән, тырыш, маҡсатлы булыуҙары холоҡтарында иң күркәм сифаттарҙың береһе икәнлеге хаҡында аңлайһың. Эльвира ла шундай шәп йәштәребеҙҙең береһе. Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында тыуған ҡыҙ мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Уҡыусы сағында фортепианола уйнарға өйрәнә, махсус белем ала. Ғөмүмән, Эльвира үҫкән ғаиләлә баланы йәштән төрлө яҡлап үҫтереү, осҡан сағында ҡанаттары ныҡ булһын өсөн ата-әсәһе ваҡыттарын, көстәрен йәлләмәй. Ислам Ҡазихан улы менән Дания Юлай ҡыҙы Тимербулатовтар өс ҡыҙын лайыҡлы кешеләр итеп үҫтереүҙе үҙҙәренең төп бурыстары итеп һанайҙар. Әлеге ваҡытта оло ҡыҙҙары Айгөл Өфөлә бухгалтер булып эшләй, бачата, кизомба кеүек Латин Америкаһы бейеүҙәре менән ихлас шөғөлләнә. Эльвираның һеңлеһе Ынйы иһә яҡшы уҡыуы, төрлө яҡлап үҙен өлгөр, тырыш ҡыҙ итеп күрһәтеүе менән ата-әсәһен һөйөндөрә.
Эльвираның артабанғы яҙмышы БДАУ менән бәйләнә. Ҡамыр аштарының тәмле, файҙалы, уңып бешеүенең серҙәрен өйрәнер өсөн технолог һөнәрен һайлай. Бында ла үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Магистратураны ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Шаулы, дәртле студент йылдарының бер көнөн дә бушҡа сарыф итмәҫкә тырыша ул. Үҙендә булған һәләттәрҙе асыу-үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләй. Һөнәрле кеше – ҡораллы, тигән әйтемдең дөрөҫ икәнлегенә йәштән ныҡлап аңлай. Бейергә яратҡан ҡыҙ көнсығыш бейеүҙәре түңәрәгендә шөғөлләнә. Университет эсендә уҙғарылған сараларҙың биҙәгенә әйләнә. Юғары уҡыу йорто белеменә эйә булғанда, киләсәктә көнсығыш бейеүҙәр йүнәлешендә эшләй аласаҡ белгес танытмаһын да ала.

Ҡунаҡҡа ғына бара

Сер түгел, бөгөнгө көндә үҙ һөнәрен яҡшы белгән, белемле йәштәребеҙҙең күбеһе ситтә эшләй. Себерҙә һәр икенсе кеше – башҡорт, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Берәүҙәр, финанс яҡтан әҙерәк нығынып алғансы, ваҡытлыса эшләп-йәшәп ҡайта. Икенселәр, үҙебеҙҙә ғаилә ҡороп, вахта ысулы менән эшләүҙе хуп күрә. Өсөнсөләр шунда төпләнеп ҡала. Эльвира һуңғы курста уҡығанда был турала уйлана башлай. Әлбиттә, таныштарың, туғандарың унда булмаһа, ҡапыл ғына сығып китеүе лә еңелдән түгел. Кисәге тәжрибәһеҙ студентты сит ерҙә берәүҙең дә ҡолас йәйеп ҡаршы алмаясағы ла билдәле. Эльвираның сит мөхит менән танышлығы туғандарына ҡунаҡҡа барыуҙан башлана.
– Ҡулыма диплом алғас, оҡшаһа, ҡалырмын, юҡ икән, мине берәү ҙә көсләп тотмай, тип Сорғот ҡалаһына юлландым. Өфөгә ҡарағанда бәләкәй булһа ла, таҙалығы, йәшеллеге менән күңелемә хуш килде. Халҡы ла ихлас, ярҙамсыл, – ти Эльвира, сит ҡала менән танышҡан мәлдәрен иҫләп. – Сит ерҙә туғанлыҡ ептәре лә нығына, бер-беребеҙгә терәк булырға кәрәклеге хаҡында нығыраҡ аңлайһың. Милләттәштәребеҙ был төбәктә күп булғас, йыл һайын милли байрамдарыбыҙҙың береһе һабантуй уҙғарыла. Башҡорт-татар фольклор ансамблдәре бар. Ике туғандаш халыҡтың йырсылары концерт менән йыш киләләр, дискотекалар уҙғаралар. Йәштәргә, бигерәк тә шунда тыуып үҫкән милләттәштәргә, был йәһәттән үҙ туған телен белергә, аралашырға бар мөмкинлектәр ҙә бар.
Сорғот ҡалаһына барып урынлашҡас, һөнәре буйынса икмәк заводына эшкә урынлаша. Буласаҡ йәре менән дә ошонда таныша. Йылайыр районы Матрай ауылы егете Ғәзиз Эльвиранан бер йыл самаһы элек унда барып эшкә урынлашҡан була.
Йәш ғаилә Башҡортостандан ситтә йәшәһә лә, тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй. Отпускыларын Баймаҡ менән Йылайыр араһында йөрөп уҙғаралар. Улдары Нуриман тыуып, әсәй кеше декрет отпускыһына сыҡҡас, бала менән иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем бында булалар. Ҡояш ҡайҙа ла бер булһа ла, тыуған яҡта һәр кем өсөн ул сағыуыраҡ, йылыраҡ яҡтырта шул. Бала үҫкән саҡта олатай-өләсәйҙәрҙең күңел йылыһы ла уның киләсәк тормошонда мөһим роль уйнағанын да йәштәр яҡшы аңлай.

Үҙеңде батша итеп тойор өсөн...

Бала тыуғас, ҡатын-ҡыҙ бер нисә йылға тәүлек әйләнәһенә туҡталмаған эшкә күсә. Ул был ваҡытта педагог, табип, психолог, фотограф, ашнаҡсы, йыйыштырыусы һөнәрҙәрен бер юлы үҙләштереп әсәй тигән бөйөк исемгә эйә була. Эш хаҡы, премиялар тешһеҙ ауыҙҙарҙың эскерһеҙ көлөүҙәре, бәләкәс кенә ҡулдарҙың ҡыҫып ҡосаҡлауҙары менән бирелә. Йәш әсәйҙең был арауыҡта көнө менән төнө буталып торһа ла, тап ошо мәлдә ул үҙен яңынан аса. Быға тиклем хыялында йөрөткән эштәрен атҡарып ҡуя, яңы шөғөлдәр таба. Үҙ өҫтөндә даими эҙләнгән Эльвира өсөн дә бала үҫтереү мәле уның тормошонда сағыу, ҡыҙыҡлы биттәрҙе асырға ярҙам итә. Башта прическалар эшләү менән булашып ҡарай. Клиенттар өйөнә килә. Тик был эш күңеленә бик ятмағас, туҡтала. Әммә социаль селтәрҙән төрлө йүнәлеш буйынса белем алыуын дауам итә.

Һөнәре буйынса пекарняла эшләүсе технолог ни өсөн торттар бешермәй икән, тип уйлаусылар ҙа булыр. Технолог – аҙыҡтың составындағы нәмәләрҙе, уларҙың сифатын тикшерә. Шулай уҡ, ҡамыр аштарының ниндәй градуста бешеүе, уңыуы йәки уңмауы буйынса ла ул яуап бирә. Ә уларҙы бешереү өсөн икенсе төрлө һәләт һәм теләк кәрәклеген яҡшы аңлай Эльвира.
Быйыл яҙ төрлө нәмәләрҙән гөлләмә эшләргә өйрәнә. Шоколад, маршмеллоу, зефир кеүек тәмлекәстәрҙән, сәй, ҡәһеүәнән, хатта аҡсанан, тағы ла заказ биреүселәрҙең теләгенә ҡарап төрлөсә эшләргә мөмкин икәнлеген аңлай. Балалар ҙа байрамдарында үҙҙәре яратҡан тәм-томдар менән эшләнгәнен шатланып ҡабул итә. Фантазияңды ғына эшкә ек. Тағы ла, бер уңайлы яғы бар – бындай бүләкте ир-егеттәргә лә бирергә була. Ғәҙәттә, уларға нимә бирергә тип, эҙләнеп күҙ тона бит. Ит, сыр аҙыҡтарынан Эльвира кеүек оҫта ҡулдар үҙенсәлекле итеп гөлләмә яһап бирә. Аҙыҡ менән эшләгән ваҡытта резина бирсәткәләр кейә. Гөлләмә хужаһына барып еткәнсе таҙа, ашарға ла яраһын өсөн махсус шыптыр менән өҫтөн ҡаплап ҡуя. Урал аръяғында йәшәүсе халыҡ бер нисә ай эсендә Эльвираның гөлләмәләрен алып ҡыуанған инде, үҙен танып бөткән. Ҡайһы бер саҡта үҙҙәре лә алып барып бирә. Бер үк әйберҙәр ҡулланылған, йыш ҡабатланған заказ булһа ла, уларҙың һәр береһенә күңел йылыһын ҡушып, төрлөсәрәк итеп башҡарырға тырыша һәм Сорғотта ла был эшен дауам итергә уйлай.
Декретта иреңдең кем икәнлеге лә беленә. Берәүҙәргә атай булыу шатлығы ҡанат ҡуя. Көнө буйы эштә йөрөп арып ҡайтһалар ҙа, төнөн бала ҡарашырға ризалар. Икенселәр, киреһенсә. Бала тыуғас, миңә иғтибарҙы әҙ бүләһең, тип мыжыйҙар. Эльвиранан: “Теге йәки был эш менән булыша башлаһаң, ирең ҡаршы түгелме?” – тип һораным. “Бер ваҡытта ла ҡаршы килгәне юҡ. Киреһенсә, дәртләндереп, хуплап тора. Шундай аҡыллы, тырыш, итәғәтле ул үҫтергәндәре өсөн ҡайным Ғәфүр Йәнсаф улы менән ҡәйнәм Зәйнәп Абдулла ҡыҙына рәхмәт әйткем килә. Килен булып төшкәндең беренсе көнөнән үк мине лә үҙ ҡыҙҙарылай күреп ҡабул иттеләр. Сорғот ҡалаһында йәшәгән Дилә ҡәйенбикәмдән дә уңдым. Сит ерҙә тормош иптәшемдән ҡала, төп таяныс-терәгем ул.
Минеңсә, ҡатын-ҡыҙ ниндәйҙер яңы нәмә менән шөғөлләнә башлаһа, уға серлелек өҫтәлә, тағы ла нығыраҡ күркәмләнеп китә. Быны гүзәл заттың күңел торошон аңлай белгән ир-ат яҡшы тоя. Ғәзиз дә шундайҙарҙан. Юҡҡа ғына, ир-егет ҡатын-ҡыҙҙы йөҙөк ҡашы ла, мунса ташы ла итә ала, тимәйҙәр бит”, – тип яуап бирҙе.
Ысынлап та, үҙеңде батша итеп тойор өсөн, иң тәү сиратта, кәләшеңде батшабикә итеп күрергә кәрәк. Аҡыллы кеше был тормош хәҡиҡәтен яҡшы аңлай. Ә бергә ҡорған донъяң гөрләп торһон тиһәң, һәр кемдең үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләүе кәрәк. Ир-егеттәрҙең иң тәү сиратта күҙ менән яратыуҙарын да бер ваҡытта ла иҫенән сығармай Эльвира. Кәүҙә һығылмалығы, һомғоллоғо матур булып күренеү менән бергә, сәләмәтлектең дә нигеҙе икәнлеген яҡшы аңлай. Фитнесҡа йөрөй. Киренән көнсығыш бейеүҙәре менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлаған. “Бейеү – дәрт өҫтәй. Унан күҙҙәрең янып, ҡанатланып ҡайтып керәһең. Был йылылыҡ ипкене һуңынан башҡа ғаилә ағзаларында ла һиҙелә башлай”, – ти ул. Киләсәктә был йүнәлеш буйынса эшләп ҡарарға ла уйы-хыялы бар.
Йәштәр араһында һәр ваҡыт алға ынтылған милләттәштәребеҙгә ҡарап һоҡланыу, шатланыу тойғолары менән бергә ғорурлыҡ та уяна. Ә алған һөнәренең оҫтаһы булған, сәхнәләрҙе дер һелкетеп бейегән, үҙенсәлекле гөлләмәләре менән байрамдарҙы биҙәгән Эльвираға ҡарап камиллыҡтың сиктәре юҡ икәнлеген аңлайһың.

Рәзинә Зәйнитдинова.

 

Автор:
Читайте нас: