Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
11 Июль 2023, 15:25

Йорттарға – таҙалыҡ, кешеләргә кәйеф биреп...

Йыйыштырыусы, иҙән йыуыусы, тип кәмһетеп ҡарау юҡ. Киреһенсә, ихтирам итәләр, рәхмәт әйтәләр. Хәйер, минең өсөн эштең ояты юҡ, хеҙмәткәрҙәремә лә шулай тим.

Йорттарға – таҙалыҡ,  кешеләргә кәйеф биреп...
Йорттарға – таҙалыҡ, кешеләргә кәйеф биреп...

Күптән түгел клининг хеҙмәте баҙарында “Чисто&Блеск” компанияһы барлыҡҡа килде. Уның хужабикәһе – Әбйәлил районында тыуып үҫкән Ғәлиә ИСКӘНЙӘРОВА. Был кәсепте үҙләштереү һәм бизнесын башлау өсөн уға Мәскәүгә барыу ярҙам иткән. Яңылышыуҙар һәм һынауҙар менән яуланған уңыш татлы була, тиҙәр. Быны абруй яулаған Ғәлиә яҡшы белә.
Тиҙлек заманында йәшәйбеҙ – ҡайһы саҡта кәрәкле һәм мотлаҡ башҡарылырға тейешле эштәргә ваҡыт еткерә алмайбыҙ. Бигерәк тә гүзәл заттарға ауыр – улар иңенә бөгөнгө көн йорт мәшәҡәте лә, бала тәрбиәләү ҙә, аҡса табыу ҙа, донъя көтөү ҙә һалынған. Һорау тәҡдим тыуҙыра, тигән баҙар иҡтисады бөгөн көнкүреш өлкәһенә лә үтеп инеп, яңы кәсептәр барлыҡҡа килтерә.

Тарих биттәренә күҙ һалғанда

Ә нимә ул клининг? Инглиз теленән алынған был һүҙ (cleaning), ябай ғына итеп әйткәндә, “йыйыштырыу” тигәнде аңлата. Ысынында иһә, был төшөнсә күпкә ҙурыраҡ хеҙмәтте – профессионал таҙартыуҙы күҙ уңында тота. Ул генераль, даими булырға мөмкин. Шулай уҡ ремонттан, янғындан, йәиһә ҙур байрамдарҙан һуң да, ашығыс осраҡта ла була. Клининг компанияһы иһә офистарға, йорттарға профессиональ таҙартыу хеҙмәтен күрһәтә.
Был кәсептең тирихына күҙ һалғанда, XIX быуат башында Англияла тәүге клининг хеҙмәте күрһәткән ойошмалар барлыҡҡа килә. Һуңыраҡ йыйыштырыу фәненә арналған институт асыла, 1834 йылда “йыйыштырыусы” тигән айырым һөнәргә патент бирелә.
1901 йылда Хуберт Бут исемле инженер тәүге саң һурҙырғысты уйлап сығара. Тик ул еңел автомобиль ҙурлығында булыу сәбәпле, популярлыҡ яулай алмай. Ә теүәл биш йылдан уның нигеҙендә Спенлер Мюррей 20 килограмлыҡ “бәләкәй” саң һурҙырғыс сығара һәм йыйыштырыусыларҙың ғына түгел, хужабикәләрҙең дә мәшәҡәте еңеләйә төшә. Тағы ла ХХ быуат башында Францияла химик таҙартыу (химчистка) хеҙмәтен башлап ебәрәләр. Сәнәғәт индустрияһындағы ҙур үҫештәрҙең береһе – 1969 йылда иҙән йыуыусы техникалар сығарыла башлай.
Рәсәйҙә клининг хеҙмәте сағыштырмаса һуң, үткән быуаттың 90-сы йылдарында ғына барлыҡҡа килә. Сит илдән килгән бизнесмендар был турала һүҙ сығарғас, уларҙың партнерҙары тәүге йыйыштырыу бизнесын ойоштороп ҡарай. Ул тиҙ арала үҫешеп, килем килтерер кәсепкә әйләнә.

Иң ауыры – хеҙмәткәрҙәр табыу

Ғәлиә Искәнйәрова – һөнәре буйынса уҡытыусы, юрист, ҡағыҙ эштәре белгесе. Иң тәүҙә Белорет педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған, һуңынан тағы ике юғары белем алған. Өфөгә күскәс, оҙаҡ йылдар телеүҙәктең, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, Адвокаттар палатаһының кадрҙар бүлегендә эшләй. Бер мәлде 15 йәшлек кенә улы Нуриман илдең баш ҡалаһы Мәскәүгә уҡырға китергә йыйыныуын әйтә. Әсә кеше берҙән-бер балаһын – характеры нығынып та етмәгән үҫмерҙе яңғыҙын ғына сит тарафтарға ебәрергә икеләнеп ҡала һәм яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп, үҙе лә улы менән шаулап торған мегаполисты яуларға юллана. Ҡуртымға фатир алғанда Ғәлиә тәүге тапҡыр клининг хеҙмәтенең файҙалы икәнен белә – торлаҡты йыуып сығарғаны, тәртипкә килтергәне өсөн хужа уларға тәүге айҙағы түләү хаҡын кәметә. Тормошта осраҡлылыҡтар булмай, тигәндәй, ҡатын баш ҡаланың ҙур ғына клининг ойошмаһының кадрҙар бүлегенә етәксе булып эшкә урынлаша. Был кәсеп килем килтерәме? Эште нимәнән башларға? Клиенттар базаһын нисек тупларға була? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләй торғас, ул бизнес менән ҡыҙыҡһынып китә. Хеҙмәттәштәре махсус курстарҙа белем алырға, һөнәрҙе ныҡлап үҙләштерергә тәҡдим итә.
– Һәр яңы эште башлағанда тәүәккәллек һәм ҡыйыулыҡ кәрәк. Клининг бизнесын башлау буйынса махсус курстарҙың хаҡы 250 мең һум тора ине. Был минең өсөн ҙур сумма. Икеләнә башланым – уҡырға барырғамы (ни тиһәң дә, алда ниндәйҙер мөмкинлектәр асыла), әллә ул аҡсаны кәрәкле әйберҙәргә тотоноп, ғәҙәти тормошто дауам итергәме? Шулай ҙа тәүәккәлләргә булдым – тормошта һәр мөмкинлекте ҡулланып ҡалырға кәрәк. Махсус курстарҙа беҙҙе бизнес алып барырға ғына түгел, ә реклама бирергә, ниндәй көнкүреш техникаһы, химияһы ҡулланырға ла өйрәттеләр. Шулай уҡ сайт эшләп бирҙеләр, тауарҙар һатып алыу өсөн базалар тәҡдим иттеләр. Тәүҙә бизнесты Мәскәүҙең үҙендә асырға уйлағайным. Унда заказдар күп, әммә география ҙур – ҡаланың бер башынан икенсе башына йөрөү мәшәҡәтле һәм финанс яҡтан үҙен аҡламай. Шул мәлдә документ юлларға Өфөгә ҡайтырға кәрәк ине. Кире барып торманым – бәхетемде тыуған яғымда һынап ҡарарға булдым, – тип үҙенең эш башлаған мәлдәрен бәйән итте Ғәлиә. – Башланғыс өсөн 150 – 200 мең һум тирәһе аҡса кәрәк. Реклама ҙур сығымдар талап итә – клиенттар туплау өсөн социаль селтәрҙәргә теркәлдем, радио-телевидениеға, “Авито” сайтына иғлан бирҙем. Блогерҙар был йәһәттән ҙур резонанс тыуҙыра, шуға уларҙан да ярҙам һораным. Хәҙер интернет селтәрендәге эштәрҙе атҡарырға улым ярҙам итә. Тәүге осор көнкүреш техникаһы алырға мөмкинлек булманы, арендаға аҡса түгергә тура килде. Кәрәкле сумманы туплау менән һатып алдым – файҙаһы күберәк, боҙолоп ҡуйһа, тип тә ҡурҡырға кәрәкмәй. Беҙҙең эштә иң ауыры – хеҙмәткәрҙәр туплау. Донъяла ниндәй генә кеше булмай. Ә беҙгә клиенттар күп осраҡта донъяһын ышанып ҡалдырып китә (йыш ҡына үҙҙәре ял итергә йәки эш менән оҙайлы сәфәргә киткәндә, беҙгә иркенләп эшләр өсөн асҡыс ҡалдыралар) – йортта ҡиммәтле биҙәүестәр, кәрәкле документтар, антиквар әйберҙәр ҡала. Шулай уҡ бик һаҡ булыу кәрәк – ватыла, боҙола торған һауыт-һаба, әйбер була. Таҙартыусы шыйыҡсалар менән дә эш итә белеү зарур – эҙе ҡала йәки химик реакция булып, йыһаздың тышҡы ҡиәфәтенә зыян килтерә. Ҡыҫҡаһы, эшкә килеүселәргә талаптар ҙур – намыҫлы, тәртипле, һаҡ һәм бөхтә булыу. Шулай уҡ тәртип тә мөһим: ҡайһы бер клиенттар эштәрҙе билдәле ваҡытҡа тамамланыуын талап итә. Хеҙмәткәрҙәрҙе әңгәмәләшеп, элекке эш урындарын ҡарап, стажировка үткәреп, нисек йыуырға, йыйырға икәнен өйрәтеп, күрһәтеп, эшләтеп ҡарап алырға тура килә. Хөкүм ителгәндәр, насар ғәҙәттәре булғандар менән бөтөнләй бәйләнмәйбеҙ. Ә инде һынау ваҡытында өйрәнергә теләмәгәндәр, клиенттар менән тупаҫ һөйләшкәндәр, техника йәки көнкүреш химияһы менән һаҡһыҙ эш иткәндәр менән тиҙ арала хушлашабыҙ. Тәүге осорҙа ышанысты аҡламаған осраҡтар күп булды, тәжрибәһеҙ инем шул. Шулай уҡ эш ауыр, физик көс һәм тиҙлек талап итә, ҡайһы бер кешеләр уны күтәрә алмай, һынау ваҡытынан һуң үҙҙәре баш тарта. Аллаға шөкөр, әлеге мәлдә алты кешенән торған ныҡлы командабыҙ бар. Заказдар ҙа күп, эшһеҙ ултырмайбыҙ. Бер бүлмәле фатирҙарҙан алып, ҡала ситендәге ҙур коттедждарға тиклем тәрбиә талап ителә. Ә инде ял йәки байрам көндәрендә заказдар артып, үҙебеҙ генә өлгөрә алмай башлаһаҡ, өҫтәлмә килем алырға теләүсе (улар ҙа ышаныслы, даими хеҙмәткәрҙәр исемлегендә торалар) егет һәм ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Беҙҙә егеттәр ҙә эшләй. Көслө заттар бик кәрәк – мебель шылдырырға, сүп-сар түгергә һәм башҡалар.
Һәр башланғыс, айырыуса бизнесҡа ҡағылғаны, бер аҙ хәүефле һәм тынғыһыҙ. Эшең һалған сығымдарҙы ҡаплап, килем килтерә башлағансы ла байтаҡ ваҡыт үтә. Ә уңышһыҙлыҡ көткән осраҡта һиңә ышанып, эшкә килгән хеҙмәткәрҙәр алдында оят. Шуға ла Ғәлиә Искәнйәрова үҙенең “Чисто&Блеск” клининг компанияһына ваҡытын, аҡсаһын ғына түгел, бар күңелен һәм йөрәген бирә. Ә заказ биреүселәрҙең төрлөһө бар – кәрәгенән артыҡты талап иткәндәр (был осраҡта алдан төҙөлгән килешеү ярҙамға килә – унда һәр бурыс һәм уның хаҡы яҙыла), мыжыҡтар һәм башҡалар. Ә инде иҫерек һәм агрессив кешеләрҙең заказынан бөтөнләй баш тарталар. Компанияның тағы ла бер үҙенсәлеге – гарантия ваҡыты. Бер тәүлек аралығында клиенттарҙа ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған эштәр яңынан башҡарыла.

“Эштең ояты юҡ...”

Европа һәм Америка илдәрендә йәшәүселәрҙең 80 – 85 проценты йорттарында тәртип булдырыуҙы клининг компанияларға ышанып тапшыра. Ә бына мосолман халыҡтарында кешене бындай эшкә ҡушыу ситен һанала. Хәйер, алға киткән көнсығыш илдәрендә ҡатын-ҡыҙҙар эшкә йөрөмәй шул – уларҙың төп бурысы йорт усағын һаҡлау. Беҙҙең республикала клининг хеҙмәтенә ҡараш нисек икән?
– Заман менән бергә кешеләрҙең дә донъяға, аҡсаға ҡарашы үҙгәрә. Тәүге осорҙа таныш-тоноштарыма компания хеҙмәтен тәҡдим иткәндә: “Эй, өйөмдә тәртип юҡ бит, кеше ҡушырға оят”, – ти торғайнылар. “Беҙҙең бурыс – шул тәртипте булдырыу!” – тип яуапланым. Тормошта бит төрлө хәлдәр була: кемдер ауырыу, кемдеңдер ваҡыты юҡ, йә көтмәгәндә ҡунаҡтар килә. Хатта бер тапҡыр туғандар киләбеҙ, тигәс, үҙемдә эшләгән ҡыҙҙарҙы саҡыртып, өйөмдө йыйыштырырға ялларға тура килде. Икенсенән, күптәр клининг хаҡы ҡиммәт тип уйлай. Өфөлә сағыштырмаса хаҡтар түбән. Әлбиттә, ремонт эштәренән һуң йыйыштырыу ҡиммәткәрәк төшә, сөнки эше лә ауырыраҡ, сығымдар ҙа күберәк китә. Тағы ла шуныһы бар: 2 – 3 айға ныҡлы таҙалыҡ өсөн клинерҙар саҡыртып, артабан шул таҙалыҡты тотоп йәшәүе күпкә уңайлы. Беҙ махсус көнкүреш техникаһы менән батареялар, ҡоролмалар араһындағы бысраҡты таҙартабыҙ, стена-түшәмдәрҙе һөртәбеҙ, тәҙрә йыуабыҙ. Шкафтар, кәштәләр, һыуытҡыс, микроволновка, плитә, духовкалар профессионал таҙартыу шыйыҡсаларынан һуң өр-яңы кеүек булып ҡала. Махсус быу генераторы менән йомшаҡ мебелдәрҙе, келәмдәрҙе йыуабыҙ. Кемдәр аллергиянан йонсой, шулай уҡ вирус ваҡытында беҙҙең һауаны таҙарта торған ҡоролмабыҙ – “Озонатор” бар. Йыуылған керҙе үтекләү, шкафтарҙы тәртипкә килтереү, һауыт-һабаны йыуыу кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтәбеҙ. Иң мөһиме, был эштәр бер көн эсендә, тиҙ арала атҡарыла. Ә эштә йөрөгән, балалар тәрбиәләгән, иренә ашарға әҙерләгән ҡатын-ҡыҙ уның өсөн күпме ваҡыт сарыф итә, күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Шуғалыр, беҙҙең хеҙмәтте башлыса даими клиенттар – клинингтың уңайлы икәнен белгәндәр ҡуллана. Тағы ла бер нәмәне әйтеп үтке килә: Өфө халҡы башлыса мәҙәниәтле һәм тәртипле. Йыйыштырыусы, иҙән йыуыусы, тип кәмһетеп ҡарау юҡ. Киреһенсә, ихтирам итәләр, рәхмәт әйтәләр. Хәйер, минең өсөн эштең ояты юҡ, хеҙмәткәрҙәремә лә шулай тим. Ҡайҙа ғына булһам да, эшемде намыҫ менән башҡарҙым. Хәҙер ҙә, компания хужаһымын тип тормайым, егет-ҡыҙҙар менән бергә йөрөйөм, уларға ярҙам итәм, – ти Ғәлиә.
Ябай башҡорт ҡыҙының Мәскәүгә барып юғалып ҡалмауына, киреһенсә, баш ҡаланан яңы идеялар, маҡсаттар менән һөнәр алып ҡайтыуына һоҡланырға ғына ҡала. Уның киләсәккә маҡсаттары ла юғары: бизнесын үҫтерергә, намыҫлы, тырыш кешеләргә күберәк эш урындары булдырырға. Ҙур ойошмалар, йорт идаралыҡтары менән килешеү төҙөп, хеҙмәтләндереү даирәһен киңәйтергә.
Тырыш милләттәшебеҙгә уңыштар һәм күберәк клиенттар теләп ҡалабыҙ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:
Читайте нас: