Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
23 Июль 2023, 22:45

27 йәшлек кенә улыбыҙҙы яҙмыш беҙҙән тартып алды

Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле улыбыҙ, Яңы Мөсәт (Бөрйән) ауылы бөркөтө, өлкән лейтенант, взвод командиры, “Ҡаһарманлыҡ” ордены кавалеры Сөләймәнов Ғәлинур Нурғәле улының арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 23 июлдә бер йыл була.

27 йәшлек кенә улыбыҙҙы яҙмыш беҙҙән тартып алды
27 йәшлек кенә улыбыҙҙы яҙмыш беҙҙән тартып алды

#Иҫкә_алайыҡ
Яҡты рухы күңелдәребеҙҙә һаҡланыр

Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле улыбыҙ, Яңы Мөсәт (Бөрйән) ауылы бөркөтө, өлкән лейтенант, взвод командиры, “Ҡаһарманлыҡ” ордены кавалеры Сөләймәнов Ғәлинур Нурғәле улының арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 23 июлдә бер йыл була.
Украинала барған махсус хәрби операция барышында барыбыҙҙы ла оло ҡайғыға һалып 27 йәшлек кенә улыбыҙҙы яҙмыш беҙҙән тартып алды. Был хәсрәтте кисергән кеше генә уның әсеһен аңлай. Ғәлинур улыбыҙҙы беҙҙең бер генә көн дә, бер генә сәғәт тә иҫкә алмаған мәлебеҙ юҡ. Ул һәр ваҡыт беҙҙең менән. Ҡәҙерлебеҙҙең юҡлығына бер йыл үтһә лә, күңел ышанмай. Ишек асылған һайын ул йылмайып килеп инер төҫлө. Ул яҙмыштың үҙенә ҡыҫҡа ғүмер биргәнен белгәндәй йәшәп, эшләп ҡалырға тырышты. Ул изге күңелле, шаян, аралашыусан, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер ине. Уның яғымлы һүҙҙәрен, наҙлы күҙ ҡараштарын, күңелдәрҙе иретерлек матур йылмайыуын һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Һөйөклөбөҙҙөң яҡты рухы күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр беҙҙең менән бергә, изге уйҙар менән иҫкә алһындар ине. Уның урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын.

Ғәлинурҙың ата-әсәһе, яҡындары.

"Таң" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас: