Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
3 Август 2023, 17:12

Атай эҙенән

“Бәләкәйҙән атай йәйен-ҡышын үҙе менән эшкә алып бара торғайны. Сенаж, силос әҙерләүҙең нисек барыуын күҙәттем. Ауылға, иркен ҡырҙарға, хужалыҡҡа ғашиҡ булып үҫтем”, — ти ул.

Атай эҙенән
Атай эҙенән

Елена Роберт ҡыҙы үҙенең матур тәбиғәте, эшсән халҡы, талантлы кешеләре менән күптәргә билдәле Илеш районы Рсай ауылында тыуып үҫкән. Бөгөн ул — “Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры — атаһының эшен дауам итеүсе.
Еленаның ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүенә аптырарға кәрәкмәй. “Бәләкәйҙән атай йәйен-ҡышын үҙе менән эшкә алып бара торғайны. Сенаж, силос әҙерләүҙең нисек барыуын күҙәттем. Ауылға, иркен ҡырҙарға, хужалыҡҡа ғашиҡ булып үҫтем”, — ти ул.
Түбәнге Йәркәйҙә 11-се класты тамамлағас, Елена Өфө дәүләт нефть университетына уҡырға инә. Бында ул экономист һөнәрен үҙләштерә. Шул уҡ йүнәлеш буйынса магистрлыҡ диссертацияһын да яҡлай. Өфөлә казначействола хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Йыл ярым офиста эшләгәндән һуң, тормош хәлдәре уны тыуған яҡтарына алып ҡайта.
“Атайҙың эшен дауам итеүсе булдым. Беренсе йылда малсылыҡ һөнәрен үҙләштерҙем, унан әкренләп игенселек нескәлектәренә төшөндөм. Барыһына ла атай үҙе өйрәтте”, — ти Елена Роберт ҡыҙы.
Атаһы Роберт Ғәбит улына колхоз рәйесе, “Урал” йәмғиәте директоры булып оҙаҡ йылдар эшләргә тура килә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Роберт Ғәбит улы күп уйлап тормайынса, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә. Артанбан йәш агрономды райондың Киров исемендәге колхозына агрохимик итеп эшкә ебәрәләр. Тырыш, булдыҡлы, белемле белгесте баш агроном итеп тә тәғәйенләйҙәр. Оҙаҡламай Роберт Ибраһимов “Урал” колхоз рәйесе итеп һайланыла.
Етәкселек итеү дәүерендә Роберт Ғәбит улына Рсай ауылының социаль проблемалары менән күп шөғөлләнергә тура килә: ауылға һыу һәм газ үткәреү, урамдарға асфальт, ҡом һалыу кеүек эштәрҙә ҡатнаша. Колхозсылар йорттар, һарай төҙөһә — барыһына ла ярҙам итә. Урта мәктәп, мәҙәниәт йорто етәкселәренең үтенестәрен бер ваҡытта ла кире ҡаҡмай. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Етәксенең аяҡҡа баҫыуы һәм ихтыяр көсө ғаиләләге именлеккә бәйле. Ә Роберт Ғәбит улының тылы ышаныслы. Буласаҡ тормош иптәше Рифә — уның беренсе мөхәббәте. Бына инде улар ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәй. Уңыштары өсөн бергә шатланалар, проблемаларҙы уртаға һалып хәл итәләр. Оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр педагогик хеҙмәте өсөн Рифә Мирзәхәниф ҡыҙы — “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, “Рәсәйҙең дөйөм белем биреү буйынса маҡтаулы хеҙмәткәре” исемдәре һәм төрлө дәрәжәләге Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән хеҙмәт ветераны.
Әсәнән күргән — тун бескән, атанан күргән — уҡ юнған, тигәндәй, тырыш атай-әсәйҙең ҡыҙҙары ла уңған булып үҫә. Бына инде нисәнсе йыл Елена Роберт ҡыҙы “Урал” шәхси эшҡыуарлыҡ хужалығында директор вазифаһын уңышлы башҡара. Эшләү дәүерендә Өфө дәүләт аграр университетын тамамлап, агроном һөнәрен, Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында стратегик менеджер һөнәрен дә үҙләштереп өлгөргән.
“Баштараҡ өйрәнеп китеүе бик ауыр ине. Етәксе икәнһең, лидерлыҡ сифаттары ла булырға тейеш. Үҙеңде намыҫлы, эшсән, лайыҡлы итеп күрһәтергә кәрәк. Ауырлыҡтар ҙа күп осраны. Бөгөн инде барыһын да еңеп сығып, үҙемдең яратҡан коллективым бар тип әйтә алам”, — ти Елена.
Хужалыҡта 70-тән артыҡ кеше эшләй, яҙғы-көҙгө эш ваҡытында коллектив 100 кешегә етә. Кәрәк икән, йәшәр өсөн йорт, йөрөргә машина, бензин бирәләр. Уртаса эш хаҡы — 29 мең һум, урып-йыйыу осоронда 90 меңдән ашыу аҡса эшләүселәр ҙә була. Бары тик тырышып, ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Хужалыҡҡа бөгөнгө көндә агрономдар, водитель-механизаторҙар, урта звено эшселәре кәрәк икән. “Бөркөт кеүек ҡанаттарымды йәйеп, ел-ямғыр тейҙермәҫкә тырышам”, — ти етәксе.

“Хәҙерге заманда хужалыҡ менән идара итеү ауырға тура килә, — ти Елена Роберт ҡыҙы. —Шуға ҡарамаҫтан, киләсәккә ҙур пландар, хужалыҡты үҫтерергә, эш урындарын арттырырға тигән хыялдар менән йәшәйбеҙ”.

Ситтән ябай ғына тойолһа ла, күпме зирәклек, аҡыл, тырышлыҡ бар был ханымда тип уйлап ҡуйҙым. Ҡалалағы эшен ташлап, ауылға ҡайтып хужалыҡты етәкләүгә батырсылыҡ та, булдыҡлылыҡ та кәрәк. Бындай йәштәребеҙ булғанда, хужалыҡ, тыуған яҡ өсөн йән атып торғандарында, ауылдарыбыҙ ҙа гөрләп йәшәйәсәк.

Рәзиф ҒӘЛИЕВ,
Илеш районы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: