Инзирә менән Нурзилә - игеҙәктәр. Бөрйән ҡыҙҙары икеһе лә тормошҡа сығып, балалар үҫтерләр. Бөтә эштә лә үҙем ҡыҙҙар был көндәрҙә Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы янындағы бала тәрбиәләү ялындағы әсәләр, башҡа теләгәндәр өсөн эшләгән курстарҙа онлайн рәүештә квалификация күтәреү үтеп, тейешле документтарын ҡулдарына алғандар.
Инзирәнең Шайморат исемле улы һәм Нур менән Нурия исемле игеҙәктәре үҫә, Нурзилә ҡыҙы Хазинаға иптәшкә быйыл Искәндәр исемле малай алып ҡайтты.
Йәштәрсә дәрт менән бына тигән итеп донъя көтөүсе игеҙәк ҡыҙҙарҙың ғаиләләренә бәрәкәт, үҙҙәренә сәләмәтлек насип булһын.
Тырышлығығыҙҙың мәнфәғәтен күреп, балалар ҡыуанысында тормош юлдаштарығыҙ менән матур ғүмер итергә яҙһын.
Танһылыу БАҺАУЕТДТНОВА.
Фото: "Таң" гәзите.