Бүребай ауылында йәшәүсе Алһыу һәм Айтуған Билаловтар ғаиләһен районда белмәгән кеше һирәктер. Ижадты, спортты үҙ иткән был һоҡланғыс пар күптәр өсөн өлгө булып тора. “Башкортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемде йөрөткән Әбүбәкер ауылы егете Айтуған Рәжәп улы 2004 йылдан Бүребай балалар сәнғәт мәктәбенең баян класы уҡытыусыһы булып эшләй.
Сибай педагогия колледжы һәм институтының музыка бүлеген тамамлаған. Сибай ҡалаһы ҡыҙы Алһыу менән Сибай педагогия колледжында уҡығанда танышып өйләнешәләр. Әле Алһыу Руслан ҡыҙы Бүребай балалар баҡсаһында логопед булып уңышлы эшләй.
Билаловтар 3 бала үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Айгизә Өфө фән һәм технологиялар университетының физика-математика институты студенты, улдары Ильяс Бүребай мәктәбенең 8-се, ә кинйәләре Илина 2-се класты тамамлаған. Атай-әсәйҙәренә оҡшап балалары ла ижадҡа һәләтле. Айгизә Бүребай сәнғәт мәктәбенең гитара класын тамамлаһа, Ильяс баян, ә Илина флейта класында шөғөлләнә һәм бер үк ваҡытта һүрәт төшөрөү серҙәрен үҙләштерә.
Ижади ғаилә бергәләп төрлө бәйгеләрҙә һәм сараларҙа ҡатнашалар, спортты ла үҙ итәләр. “Атай-әсәй һәм мин – спорт яратыусы ғаилә” ярышында ҡатнашып, Урал аръяғы райондары араһында еңеү яулайҙар. “Йәш ғаилә” район бәйгеһе еңеүсеһе лә улар.
Билаловтар тирә-йүндәгеләргә өлгө булып, 20 йылға яҡын татыу ғүмер кисерә. Һоҡланғыс пар бергә булған һәр мәленең ҡәҙерен белә, бер-береһенә ихтирам менән ҡарай, туғанлыҡ ептәрен өҙмәй.
https://vk.com/wall-207714147_8527