Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
10 Октябрь 2023, 08:25

Малик Ильясовҡа ла миҙал таҡҡандар икән

Ҡәләмдәшем, "Юшатыр" гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясовты Ишембай гимназияһында уҡығандан бирле беләм. Шәп яҙа торғайны. Әле лә шәп яҙа, һис шөрләп тормай. Ә теле һуң! Бай, һутлы телле! Уҡығы килеп тора! Бына кем һымаҡ яҙырға кәрәк тип уйлап та ҡуям. Был көндәрҙә Маликтың ҡыуанысы тағы ла ҙур - үҙен миҙал менән ҙурлағандар.

Малик Ильясовҡа ла миҙал таҡҡандар икән
Малик Ильясовҡа ла миҙал таҡҡандар икән

Ҡәләмдәшем, "Юшатыр" гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясовты Ишембай гимназияһында уҡығандан бирле беләм. Шәп яҙа торғайны. Әле лә шәп яҙа, һис шөрләп тормай. Ә теле һуң! Бай, һутлы телле! Уҡығы килеп тора! Бына кем һымаҡ яҙырға кәрәк тип уйлап та ҡуям. Был көндәрҙә Маликтың ҡыуанысы тағы ла ҙур - үҙен миҙал менән ҙурлағандар. Үҙе был хаҡта:"184-се

Күкрәккә миҙал тағып ҡайтарҙылар.

184-се

"К. Арыҫлановтың 300 йыллығы" миҙалын. Уны йәйҙән бирле тарата башлағайнылар, байтаҡ кеше миҙаллы булып ҡыуанды, сират, бына, беҙгә лә еткән икән. Иң тәүгеһен Р. Хәбиров үҙе таҡҡан, икенсеһен - К. Толкачев. Беренсе һанды, билдәле, беҙҙең кеүеккә бирмәҫтәр, шулай ҙа, кемдең күкрәген был тамға биҙәгән, шулар шатланды, буғай. Онотмағандар бит, бирҙеләр.  Бөтөнләй бирмәһәләр, ҡалай ҡыйын булыр ине.

Бөгөн, беҙҙән тыш, күп кенә кеше кавалер булып китте. 

- Бының өсөн берәй льгота бармы, коммуналка-фәләнгә хаҡты кәметмәйҙәрме? - ошолай шыбырлашыусылар ҙа табылды. 

Белемле кешеләр аңлатты - юҡ. Тағыр булһағыҙ, һул яҡҡа түгел, уң яҡҡа тағығыҙ тип тә төшөндөрҙөләр. Һинеке нисәнсе тип төпсөшөп, күршеһенең бөйөрөнә төрттөләр. Үҙенеке күршеһенекенән саҡ ҡына булһа ла алдараҡ һанлы булһа, илереп шатландылар...

Һан буйынса килгәндә, беҙгә эләккәне 184-се. Ике йөҙгә етә яҙғанбыҙ икән, ярар, зарары юҡ, беҙҙән һуң да алыусылар була ла", - тип яҙған. 

Ҡотлайбыҙ, Малик! Аллаһы бойорһа, тағы ла арыуырағын, льготаһы булғанын алырға яҙһын.Һин быға күптән лайыҡ. Ғүмер буйына ике һөйләм яҙмағандар ҙа, исем, тағы әллә ниндәй наградалар алып бөттөләр бит.



Автор:
Читайте нас: