Ихатала дельфиндар, боландар, ҡоштар һындары йәнләнгән. Егет бөтә матурлыҡты ҡатыны Элинаға бүләк иткән.
Әлшәй егет Руслан Мәжитов, йәш кенә ғаилә башлығы булыуына ҡарамаҫтан, ике йыл эсендә тимерҙән сүкелгән селтәрле әйберҙәр эшләүҙә оҫтарған. Ауыр эштең үҙенсәлектәрен дә өйрәнгән. Кемдән тип һораһағыҙ, бергә шәкәр етештергән хеҙмәттәшенән. Егет эш өсөн ҡорамалдарҙы үҙе эшләй. “Тәүҙә әйберҙең дизайнын уйлайым, тейешле кәрәк-яраҡты әҙерләйем һәм аҙаҡ конструкцияны йыям. Иң ҡатмарлыһы – төрлө һындарҙы эшләү”, – ти йәш оҫта.
“Мәжитовтарҙың ихатаһын тимерҙән сүкеп яһалған төрлө әйберҙәр биҙәй”,– тип һоҡланып яҙа “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите. Руслан ҡапҡа, мангал эшләп ҡуйған, оҫта ҡулында дельфиндар, боландар, ҡоштар һындары йәнләнгән, хатта тимер ҙә сәскә атҡан!
Ул бөтә матурлыҡты ҡатыны Элинаға бүләк иткән. Раевка дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән хужабикәнең бөхтәлек, гүзәллек яратыуын Руслан яҡшы белә. Уларҙың шуҡ, шаян малайҙары Камил менән Ранэль дә аталарынан оҫталыҡҡа өйрәнергә, барыһын да белергә тырыша. Яратҡан шөғөлө менән булышырға ғына һәр саҡ ваҡыт тәтемәй, Раевка шәкәр заводының төп цехында оператор эше ир-егеткә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә.
"Әлшәй хәбәрҙәре"