Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
22 Октябрь 2023, 10:40

Сәйетбаба батыры

Күптән түгел махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәүсе яҡташыбыҙ Филүс Л. 2-се дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, 428-се мотоуҡсылар полкы миҙалдары менән бүләкләнгән.  

Сәйетбаба батыры
Сәйетбаба батыры

Бөгөн күп ир-егеттәребеҙ ҡулына ҡорал алып, Тыуған иленең именлеге, дәүләттең бөтөнлөгө, яҡты киләсәк өсөн көрәшә, батырлыҡтар ҡыла. Күптән түгел махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәүсе яҡташыбыҙ Филүс Л. 2-се дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, 428-се мотоуҡсылар полкы миҙалдары менән бүләкләнгән.

 

Уға тиклем батыр егеттең Сәйетбаба ауылында йәшәүсе әсәһе Миңзилә менән атаһы Ғәбделхай Лоҡмановтар махсус хәрби операцияла булған улдары Филүстең командирынан Рәхмәт хаты алып та, оло ҡыуаныс кисергән.
Икенсе мотоуҡсылар батальоны командиры, майор Илшат Наил улы Ғәниев ҡул ҡуйған хатта: “Хөрмәтле Миңзилә Рәсүл ҡыҙы һәм Ғабдулхай Ғабдулхаҡ улы! Һеҙҙең улығыҙ рядовой Филүс Лоҡманов махсус хәрби операцияла хәрби бурысын өлгөлө үтәй, ышанып тапшырылған ҡоралдарҙы оҫта ҡуллана, хәрби хәрәкәттәр барышында тырышлыҡ һәм профессионализм күрһәтә.
Хеҙмәттәштәре һәм командирҙар араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған. Филүс – юғары әхлаҡи сифаттар, хәрби туғанлыҡҡа тоғролоҡ, бурыс һәм намыҫ өлгөһө булып тора. Яуҙаш иптәштәренә һүҙ менән һәм шәхси миҫалында әхлаҡи һәм психологик тороштарын нығытырға ярҙам итә.
Полк командованиеһы һәм шәхсән үҙем исеменән улығыҙға төплө тәрбиә биргәнегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һеҙ Ватаныбыҙҙың ысын һаҡсыһын үҫтергәнһегеҙ һәм уның менән ғорурлана алаһығыҙ”, - тигән юлдар бар.
Илгә һынау килгәндә иңен ҡуя белерлек ир-егеттәребеҙ Ватанының, халҡының ғорурлығы, таянысы. Филүс Ғабдулхай улы Сәйетбаба ауылында тыуып-үҫеп, ошо ауыл мәктәбендә белем ала. Алтай крайында ракета ғәскәрендә әрме хеҙмәтен үтәй. Артабан Себер тарафтарында эшләп, 2022 йылдың 26 сентябрендә махсус хәрби операцияға юллана. Май, июль айҙарында ялға ҡайтып, ата-әсәһенә йорт-ҡурала ярҙам итергә лә өлгөргән. Филүстең әсәһе Миңзилә апай ҙа: “Ул беҙгә бар эштә ярҙамсы, бөтә донъяны көтөүсе. Күпләп мал тотҡас, ир-ат көсө кәрәк бит инде. Улыбыҙ иҫән-һау ҡайтһын, тип теләп ултырабыҙ”, - ти.
Яугир егетебеҙҙең түшенә батырлыҡтары өсөн 7 сентябрҙә 428-се мотоуҡсылар полкы, 20 сентябрҙә 2-се дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары тағылған. Улдарын илһөйәр, Ватаныбыҙҙың лайыҡлы һаҡсыһы, ҡыйыу, ғәйрәтле итеп тәрбиәләгән Лоҡмановтарға улдары менән ғорурланып йәшәргә, ә Филүскә иҫән-һау, еңеү менән ҡайтырға яҙһын.

Әлфиә Вәлиева

Ғафури районы.

 

Автор:
Читайте нас: