Шоңҡар
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
24 Октябрь 2023, 20:19

"Теҙелеп киткән ап-аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайыуы ғүмерлеккә күңелемдә ҡалыр..."

Элвин Грей төркөмөндә эшләгән музыкант, йырсы Артур Күсимовтың вафат булыуы тураһында хәбәр иткән инек. «Интернат» хәбәрсеһе мәрхүмдең аралашып йәшәгән дуҫтары менән элемтәгә сыҡҡан. Йырсы Гөлназ Асаева Артур тураһында былай тип һөйләгән. 

– Беҙ Күсем менән 2017 йылда таныштыҡ, ә Вилдан менән һуңыраҡ  аралаша башланы. Икебез өсөн дә бик ауыр был хәбәр, бына һаман да иҫкә килә алмайса ултырабыҙ. Артур  бик талантлы музыкант, профессиональ музыкант. Уның музыканы ишетеү һәләтенә шаҡ ҡата инек беҙ. Һауыт-һаба шалтыраһа ла, «шундай-шундай ноталар» тип әйтеп бирергә мөмкин ине. Оло дәрәжәләргә ирешәсәк музыканттарҙың  береһе ине Артур. Һәр саҡ позитивта булды, бер ҡасан  да зарланманы. Бына шул лейблдан ҡыуылғас ҡына уға ҡыйыныраҡ булды, депрессияға бирелеп алды. Сөнки улар Радик ижад юлын башлаған осорҙан алып бергә булдылар. Ауыр саҡтарында Артурҙың йәнәшәһендә булырға тырыштыҡ. Компьютер биреп торорға тиһеңме унда, заказдар йыйырға булышырға тиһеңме. Вилдан менән бик яҡын дуҫтар булдылар. Беҙгә ҡунаҡҡа килеп йөрөй ине. Мин яңғыҙ ир-егеттәрҙе ҡыҙғанам, «киләм» тип әйткән ваҡыттарында,  тәмле итеп ашарға бешереп, ҡунаҡ итеп ебәрергә тырыша инем. Һуңғы тапҡыр май айында осрашҡан инек. Мин концертҡа киттем, Күсем беҙгә килеп ҡалды. Артур кисә таң менән дә Вилданға шалтыратҡан булған. Вилдан ул ваҡытта йоҡлағас, шалтыратыуҙы ишетмәгән. Унан кире шалтыратты  уға, Артур  трубкаһын алманы. Артурҙың әсәһе һәм һеңлеһе ҡалды. Ул уларҙы ла үҙем менән Ҡазанға күсергән ине. Артурҙың бик тә таҙалыҡ яратҡанын әйтеп үткем килә. Гел аҡтан кейенә, ап-аҡ носкиҙа йөрөй ине.Бик ихлас күңелле, мөләйем ҡатын-ҡыҙ күңелен күреүсе ине. Бөтә кешене бер тигеҙ күреп аралашты. Уның ап-аҡ теҙелеп киткән тештәрен күрһәтеп йылмайып тороуы ғүмерлеккә күңелемдә ҡалыр...

Вилдан Шәмсетдинов дуҫы тураһында: «Урының ожмахта булһын, брат. Һөйләшә алманыҡ, ғәфү ит трубканы алмағанға. Уртаҡ йырыбыҙҙы, һис шикһеҙ, эшләп бөтөрөрмөн. Иҫ киткес талант инең. Һин бит миңә әллә ниндәй бер ҡыҙыҡ хәл-ваҡиға тураһында һөйләргә вәғәҙә иткән инең. Яныңа барып еткән алманым. Балаларҙы барабанда уйнарға өйрәтергә теләгән инең», – тип яҙған.

"Теҙелеп киткән  ап-аҡ  тештәрен күрһәтеп йылмайыуы ғүмерлеккә күңелемдә ҡалыр..."
"Теҙелеп киткән ап-аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайыуы ғүмерлеккә күңелемдә ҡалыр..."
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: