Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
2 Ноябрь 2023, 20:39

Моңдоң йәне — мөхәббәт...

“Ҡурайсылар ғына түгел, иң яҡшы скрипкасылар ҙа беҙҙең райондан”, — тип маҡтана йылайырҙар.

Моңдоң йәне —  мөхәббәт...
Моңдоң йәне — мөхәббәт...

“Ҡурайсылар ғына түгел, иң яҡшы скрипкасылар ҙа беҙҙең райондан”, — тип маҡтана йылайырҙар. Былай тип әйтеп, улар Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт милли симфоник оркестры скрипкасыһы, йырсы, блогер, эшҡыуар Илзирә ҠУДАШЕВАны күҙ уңында тота. Килешмәү мөмкин түгел. Ҡоралы ярҙамында башҡорт халыҡ көйҙәренә бөтөнләй икенсе һулыш биргән талантлы замандашыбыҙ ул Илзирә!

Илзирә Йылайыр районы Яманһаҙ ауылында тыуып үҫә. Балалар — ата-әсә көҙгөһө, тиҙәр. Әсәһе Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы – прозаик, атаһы Рәсүл Әмир улы – водитель. Илзирә өсөн улар — ғаилә тормошо өлгөһө. Мөхәббәт булыуы яҡшы, әммә бер-береңде хөрмәт итеү ҙә һәр саҡ булырға тейеш. Биш туғаны араһында Илзирә – икенсе бала.
Күмәк балалы ғаиләлә үҫеү — үҙе бер мажараға тиң. Илзирәгә лә күңелһеҙләнеп ултырырға тура килмәй. Бөтә ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында, Һаҡмар буйында, ял итеүҙәр уның хәтерендә йылы иҫтәлек булып уйылып ҡалған. Ауыл ерендә үҫкәс, күмәкләшеп бесәнгә лә йөрөйҙәр, баҡсала ла эшләйҙәр, һыйырын да һауалар. “Бәләкәй саҡта ҙур ғаилә булғас, бай түгелбеҙ тип уйлай инем. Ә хәҙер, киреһенсә, күмәк булғаныбыҙға атай-әсәйемә рәхмәтлемен! Минең ғаилә — минең таянысым һәм байлығым”, — ти Илзирә.
Илзирәнең музыкаль һәләте бәләкәйҙән асыла. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағандан алып бейей ҙә, йырлай ҙа. Атай-әсәһенә, туғандарына, баҡсалағы дуҫтарына концерттар ҡуя. Тәрбиәсеһе бәләкәстең һәләтен аңғарып, әсәһенә уны сәнғәт мәктәбенә бирергә тәҡдим итә. Шулай итәләр ҙә. Уны башта баян класына яҙҙырырға уйлайҙар. Әммә йәтеш кенә Илзирәнең баянға көсө етеү түгел, уның аша башы ла күренмәй. Бынан тыш, Сибай музыка мәктәбенә инеү имтихандарына килгәндә, педагогтар Илзирәнең абсолют ишетеү һәләтен, бармаҡтарының һығылмалығын күреп, скрипка класына һайлап алалар. Ә шуға тиклем Илзирә скрипканы ҡулына алыу түгел, яҡындан күргәне лә булмай. Йәнһүрәттәрҙә генә күренеп ҡалған серле инструмент менән шулай таныша.
Шунан алып, 6—7 йәштән, Илзирәгә ата-әсәһенән, бер туғандарынан ситтә тороп уҡырға тура килә. Бәләкәй балаға, әлбиттә, ауыр була. Һағындыра, ҡайтҡыһы килә. Әммә был бик яҡшы тормош мәктәбе. Беренсенән, ул бәләкәй саҡтан үҙаллылыҡҡа өйрәнә. Икенсенән, һәм иң мөһиме, ул киләсәктә яратып эшләйәсәк һөнәргә эйә була. Хәҙер шул белеме арҡаһында ҡоралда уйнап, нисек теләй – шулай йәшәй, сәйәхәт итә, яңы үрҙәр яулай, ҡыҙыҡлы таныштар таба... “Ә бит күп кенә йәштәштәрем тормошта үҙ юлдарын таба алмай, күңеленә ятҡан эш эҙләп, төрлө һөнәрҙәр алмаштыра. Шуларға ҡарап, аңлайым: көн дә яратҡан эшемә йөрөп, атай-әсәйемә ярҙам итә алыуым менән бәхетлемен”, — ти ул.
Ысынлап та, Илзирә бәләкәй сағынан ҡулына скрипка алғандан алып, һаман төшөрмәй. Өфөлә урта махсус музыка колледжында уҡый. Белемен камиллаштырырға артабан З. Исмәғилов исемендәге сәнғәт институтына инеп, аспирантураны тамамлай.
 Скрипка, идеаль уҡ булмаһа ла, яҡшы ишетеү һәләтен талап итә. Әммә күп нәмә кешенең үҙенән тора. Скрипка ялҡауҙарҙы яратмай, кеше тырыш булырға тейеш. Был инструментта уйнау – ҙур спорттағы кеүек: көндәрҙе ҡалдырмай, көнө-төнө шөғөлләнеү мотлаҡ, тигән фекерҙә Илзирә.
Үҙен тәү сиратта скрипкасы тип иҫәпләһә лә, Илзирә йырлай ҙа. Бәләкәй сағында Йылайырҙа үткән “Яҙғы тамсылар” конкурсында лауреат булғас, башлана ла инде уның “йырсы карьераһы”: ауыл клубында, райондың башҡа мәҙәниәт йорттарында үткән концерттарҙа сығыш яһай, конкурстарҙа ҡатнаша. Ә инде Өфөгә килгәс, йырлауын дауам итә. Көйҙәрҙе ул үҙе яҙа. Һүҙҙәргә килгәндә, күңелгә ятыуы – иң мөһиме, ти ул. Әммә төп эше — симфоник оркестрҙа икәнен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шуға ла башҡорт эстрадаһында исемен сығарып, ниндәйҙер үрҙәр яуларға тигән уйы юҡ. Йырлау — ул күңел талабы ғына.
Ә бер йыл элек тик ултырмаҫ Илзирә үҙенең онлайн магазинын асып ебәрә. Унда ул кешеләргә көн һайын кәрәк-яраҡ әйберҙәр һата. “Бер ваҡытта ла бизнесҡа тотонормон тип уйламағайным. Һаҡлы ялға сыҡҡансы оркестрҙа ғына эшләрмен тип килә инем. Әммә финанс яҡтан азатлыраҡ булырға теләйем. Уңайлыҡта йәшәге, сәйәхәт итке, атай-әсәйгә ярҙам күрһәтке килә. Шулай уҡ был магазин физик яҡтан күп көс талап итмәй, әммә аҡса эшләргә мөмкинлек бирә. Аллаға шөкөр, барыһы ла уңышлы килеп сыға”, — ти Илзирә.
Сәхнә кешеһенең тормошо юлда үтә. Юлда булған сағында Илзирә буласаҡ тормош иптәшен осрата ла инде. Скрипкасы 2018 йылда Йылайыр районындағы бер байрамда сығыш яһай. Аҙаҡ Өфөгә барырға машина эҙләргә була. Шул уҡ сарала үҙенең төркөмө менән сығыш яһаған Иршат исемле егеткә мөрәжәғәт итә. Тәүҙә ул урын юҡ, ти. Бер нисә минуттан кире килеп, урын бушаны, тип әйтә. Ул бер дуҫын икенсе машинала барыуын һораған булған, быны аҙаҡ ҡына белә Илзирә. Йәштәр йәнәшә ултырып, юлда һөйләшеп китәләр. Ә Өфөлә инде егет ҡыҙҙы осрашыуға саҡыра. Танышыуҙың дүртенсе көнөндә, ул Илзирәне ныҡ оҡшатыуын әйтә...
Иршат — профессиональ футболист, икенсе белеме шулай уҡ музыка менән бәйле. Шуға ла Илзирә менән бер-береһен яҡшы аңлайҙар. Ҡайһы саҡ улар хатта бергәләп сығыш та яһай. Илзирә — скрипкала, ә Иршат думбырала йә гитарала уйнай. Моңдоң йәне — мөхәббәт, тигәндәре ошо булалыр. Был тойғо Илзирәгә тағы ла нығыраҡ илһамланып ижад итергә, әйтер һүҙен тәрәнерәк сағылдырырға ярҙам итә.
“Тәүлек эсендә — 24 сәғәт. Бик ныҡ теләгәндә, бар ергә лә өлгөрөргә, һәр эшеңде эшләп, хыялдарыңды тормошҡа ашырырға була”, – ти Илзирә. Ә хыялдары уның ҙур. Бөтә серҙәрен асып һалмаһа ла, береһе менән бүлеште: яңы көйҙәр, йырҙар менән ижадын һөйөүселәрҙе ҡыуандырырға һәм, хатта, берәй заман ҙур залды тултырып концерт та ҡуйырға.

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Автор:
Читайте нас: