Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
23 Ғинуар , 17:24

“Йөрәгемде балаларға бирәм”

Белем усағында эшләп йөрөгәндә буласаҡ тормош иптәше Гөлнара Рәис ҡыҙын осрата....

“Йөрәгемде балаларға бирәм”
“Йөрәгемде балаларға бирәм”

Архангелдәге 2-се урта мәктәптең математика уҡытыусыһы Азамат Йәғәфәр улы Рәхимов үҙ эшенең оҫтаһы һәм тырышлығы, белем биреү системаһында компетентлығы менән айырылып тора. Бөгөн ул – районда иң көслө математиктарҙың береһе. Уның уҡыусылары район, республика олимпиадаларында алдынғы урындар яулай, дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса яҡшы балл йыя, техник йүнәлешле юғары уҡыу йорттарына инә. Азамат Йәғәфәр улы һабаҡ биргән класта балалар математика фәнен яратып, ҙур теләк менән өйрәнә.
Муллаҡай ауылының мәктәбендә 6-сы класҡа тиклем уҡығас, ата-әсәһе уны Өфө ҡалаһындағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына алып килә. Белемгә ынтылып торған үҫмер бында тағы ла дәртләнеп, яңы үрҙәр яулай башлай. Һөҙмтәлә 11-се класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Артабан һис икеләнеүһеҙ документтарын Башҡорт дәүләт университетының математика факультетына тапшыра һәм, конкурсты еңел генә үтеп, студенттар рәтенә баҫа. Билдәле профессорҙарҙан, уҡытыусыларҙан белем алыу уны уғата ҡанатландыра, “юғары математика” фәнен тағы ла нығыраҡ  ярата башлай: төрлө ҡыҙыҡлы мәсьәләләр сисеү, геометрик фигураларҙы өйрәнеү, арифметик миҫалдар эшләү, физиканан төрлө тәжрибә үткәреү уның иң көтөп алған шөғөлөнә әйләнә. Шул уҡ ваҡытта тырыш егет уҡыу йорто тормошонда ла ҡайнап йәшәй, барыһына ла өлгөрә.
Дипломлы йәш белгес район мәғариф бүлегенә килгәс, уны Ырныҡшы мәктәбенә йүнәлтәләр. Бында  физика, математика, информатика, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәренән уҡыта, шул уҡ ваҡытта шахматтан дәрестән тыш сәғәттәр алып бара. Ҡыҫҡаһы, ең һыҙғанып эшкә тотона.
Атаһы Йәғәфәр Миңләхмәт улы ғүмер буйы математика уҡытыусыһы һөнәренә тоғро ҡалғанғалыр, Азаматҡа белем һәм тәрбиә биреүҙең нескәлектәре менән бергә ҡатмарлы яҡтары ла күптән таныш. Бәләкәйҙән тәртипкә, алдан уйлап хәл итергә, башлаған эште еренә еткерергә, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан булырға, ғәҙеллеккә өйрәнгән егет мәктәп тормошона тиҙ күнә. Хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба белеүе, баҫалҡылығы уның абруйын күтәрә.
Белем усағында эшләп йөрөгәндә буласаҡ тормош иптәше Гөлнара Рәис ҡыҙын осрата. Ул да Ырныҡшыға биология уҡытыусыһы итеп йүнәлтелгән була. Байтаҡ йылдар үткәндән һуң, Рәхимовтар ғаиләһе Архангел ауылында йорт һалып, шунда йәшәй башлай. 2021 йылдан   икеһе лә 2-се мәктәптә йәш быуынға белем бирә. Ҡыҙҙары Камила менән Рената ла ошонда уҡыйҙар.
Бөгөн Азамат Йәғәфәр улы – байтаҡ олимпиада   призерҙарын, район, республика, төбәк-ара ярыштарҙа еңеүселәрҙе тәрбиәләгән бай тәжрибәле педагог. Ул 2021 йылда “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында уңышлы сығыш яһаны, район семинарҙарында биргән асыҡ дәрестәре лә юғары баһалана. Намыҫлы хеҙмәте, һайлаған һөнәренә тоғролоғо район мәғариф бүлеге, Башҡортостан Республика­һының Мәғариф һәм фән министрлығынан бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, дипломдар менән  билдәләнгән.
Һөнәр оҫтаһы белемен камиллаштырып тороуға ҙур иғтибар бирә. Ғаиләһен, яҡындарын да онотмай. Күмәкләшеп тәбиәғәт ҡосағында әүҙем ял итергә ярата, гитарала уйнау менән дә шөғөлләнә.  Шахматҡа килгәндә, был спорт төрө Рәхимовтарҙың матур нәҫел йолаһына әйләнгән. Ул хатта быуындар бәйләнеше, тип әйтһәк тә хата булмаҫ.
— Уҡытыусының хеҙмәт емеше — уҡыусылары яулаған уңыштарҙа. Был йәһәттән үҙемдең тәрбиәләнеүселәрем менән ҡәнәғәтмен. Киләсәктә лә математика, физика фәненән төплө белемле, һәләтле уҡыусылар әҙерләрмен, тип ышанам, — ти Азамат Рәхимов.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор:
Читайте нас: