Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
8 Апрель , 22:09

АФАРИН! Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Шахбокс буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Илсур Исхаҡовты халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеме бирелеүе менән ҡотлайбыҙ!

АФАРИН! Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
АФАРИН! Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

“Ынтылырлыҡ үрҙәр бар!”

Йөҙләгән күҙҙәр һиңә генә текәлгән. Донъя чемпионы исеменә тағы бер генә аҙым, тағы бер генә ынтылыу ҡалды... Инде үҙеңдең исемең өсөн генә түгел, Рәсәй спортсылары исеме өсөн дә көрәшергә тейешһең. Ә ҡаршыңда — бер тапҡыр ҙа еңелмәгән спортсы. Нисек ошо ваҡытта артҡа сигенмәҫкә? Нисек баҙап ҡалмаҫҡа?..
“Кем менән көрәшкә сыҡҡаның мөһим түгел, иң мөһиме, уйҙарыңда еңеү булһын, — тигән фекерҙә шахбокссы Илсур ИСХАҠОВ. — Мин һәр ярышҡа донъя чемпионатына әҙерләнгән кеүек әҙерләнәм, шуға рингка физик яҡтан да, мораль яҡтан да ныҡлы булып сығам”.
Ысынлап та, шулай фекерләмәйенсә, үҙ көсөңә ышанмайынса спортта ҙур еңеүҙәргә өлгәшеп тә булмайҙыр. Юҡҡа ғына Илсур Сабир улы шахбокс буйынса донъяла иң яҡшыларҙың береһе түгелдер.

– Атайым физкультурник булғас, ғаиләлә бөтәбеҙ ҙә спортсы, – тип көлә 25 йәшенә шахбокс буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы булып өлгөргән Илсур.
Илсур Исхаҡов Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында дүрт балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы Сабир Сабит улы — физкультура уҡытыусыһы ғына түгел, шахматсы ла, армспорт, гер спорты, көрәш менән дә шөғөлләнгән кеше. Әсәһе Миңзәлә Ишморат ҡыҙы мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. Бәләкәйҙән спорт менән мауығып үҫһә лә,  XI класты тамамлауға Илсур бөтөнләй спортҡа бәйле булмаған һөнәр һайлай.
– Ғаиләлә бер физкультура уҡытыусыһы еткән, — тип йылмая ул. — Тәүҙә программист һөнәрен йә хәрби институт һайларға уйлағайным. Әммә бер туған ағайым эргәһенә, ул уҡыған факультетҡа инергә булдым.
Илсур Башҡорт дәүләт университетының инженерия факультетында белем ала. Студент йылдары күҙ асып йомған арала үтеп китә. Диплом алғас, ул армияла хеҙмәт итеп ҡайта. Тап ошо мәлдә Илсур шахбокс тураһында белеп ҡала ла: “Ҡалай ҡыҙыҡлы спорт төрө”, тип уйлап ҡуя. Ысынлап та, шахбокс — шахматты һәм боксты берләштергән үҙенсәлекле шөғөл. Бында, мускулдарҙан тыш, мейе лә кәрәк. Юҡҡа ғына уны аҡыллылар һәм көслөләр өсөн тимәйҙәрҙер. Спортсылар өс минут рингта булғандан һуң ултырып өс минут шахмат уйнай. Еңер өсөн йә нокаут, йә мат булырға тейеш.
“Ҡалай ҡыҙыҡлы спорт төрө” тип уйлап ҡуйыу — бер, ә инде ныҡлап шөғөлләнә башлау — бөтөнләй икенсе эш. Илсур боксҡа “Фаворит” залына йөрөй, ә шахмат уйнау оҫталығын онлайн ФИДЕ мастеры менән камиллаштыра.
– Шахбокс ябай бокстан ауырыраҡ, тип әйтер инем. Сөнки рингтан һуң шахмат партияһына ултырыу рәхәт түгел. Әгәр бокс көсөргәнешле барһа, ҡапыл шахматҡа күсеп китеүе, уйлауы, фекер йөрөтөүе ауыр. Әммә мин һәр ваҡыт әҙерләнгәс, шөғөлләнгәс, бының менән артыҡ проблема юҡ, — ти Илсур.
Әйткәндәй, донъя чемпионатына әҙерләнгәндә ул бар буш ваҡытын йә спортзалда, йә шахмат партияһын уйнап үткәрә. Көнөнә ике тапҡыр залға йөрөй. Хатта эшенән дә китеп тора...
Спортсыларҙың төп маҡсаты — бер нимәгә ҡарамаҫтан алға барыу. Улар тиҙ генә бирешмәй, барыһы ла тәбиғәттән килгән һәләттән генә түгел, ә үҙ өҫтөңдә эшләүҙән дә торғанын яҡшы аңлай егет. Спортзалдағы ваҡытының бушҡа үтмәгәнлеген иҫбатларға Илсурға бер йыл ғына кәрәк була: тап шул арала ул шахбокс буйынса Рәсәй чемпионы титулын яулай.
– Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ундай һөҙөмтәгә нисек өлгәшергә була? Спортзалдан сыҡмай шөғөлләндеңме? – тип ҡыҙыҡһынам унан.
– Юҡ, мин был спорт төрөнә әҙер килдем — боксты ла, шахматты ла белә инем, — ти ул.
Бокс менән егет студент йылдарында мауыға башлай. Ә шахматта биш йәшенән уйнай. Шуға ла күп кенә ярыштарҙы ул тап партия артында еңеп тамамлай. Ә, дөйөм алғанда, ул универсаль шахбокссы. Әгәр кемдер шахматтан көслө булһа, боксҡа баҫым яһай, әгәр бокста көслө кеше эләгә икән, шахматта еңергә тырыша.
Бөгөнгө көндә Илсур ике тапҡыр донъя чемпионы титулын яулаған: 2022 йылда Төркиәлә — 65 килограмм ауырлыҡта, 2023 йылда Италияла 60 килограмм ауырлыҡта беренселекте бирмәй.
Аҙаҡҡы тапҡыр алтын миҙал өсөн көрәшкәнендә финалда Илсур быға тиклем бер тапҡыр ҙа еңелмәгән Франциянан шахбокссы менән осраша.
— Ҡаршыңда ундай спортсыны күреү, әлбиттә, тулҡынландырғыс. Етмәһә, ул шахмат буйынса ла көслө уйынсы — ФИДЕ мастеры. Рингта мин бик етеҙ, шуға ла уға шахматта ауырыраҡҡа тура килде. Минең еңеүҙең сере — психологик баҫым яһауҙа, — ти ул.
– Донъяла иң яҡшыларҙың береһе икәнеңде иҫбатлап, түшеңә алтын миҙал таҡҡан мәлдә ниндәй уй-хистәр кисерәһең?
– Һис шикһеҙ, хистәр ташып тора, — ти Илсур. — Күп йыллыҡ тырышлығың, хеҙмәтеңдең алтын еңеүгә әйләнеүен аңлатып бөткөһөҙ, һүҙҙәр менән генә әйтеп булмай!
– Спортта иң юғары награда алдың. Артабан ниндәй уй-хыялдар менән янаһың?
— Мине реваншҡа Францияға саҡыралар. Икенсе ауырлыҡта, мәҫәлән, 70 килограмда донъя чемпионы титулы өсөн көрәшеп ҡарарға була. Ынтылырлыҡ үрҙәр бар! Әммә әлегә һаулыҡты нығытып алырға кәрәк. Артабан сығыш яһау йәки үҙем өсөн генә шөғөлләнеү тураһында уйланырға мөмкин.
Бөгөн Илсур инженер-конструктор булып эшләй. Үҙе әйтеүенсә, һөнәре бик оҡшай. Элекке һымаҡ ҡулдан һыҙып ултырырға кәрәкмәй, барыһы ла компьютер ярҙамында. Шулай ҙа инженер — яуаплы һәм мөһим һөнәр. Һәр бер проектты сифатлы итеп башҡарыу шарт. Юғиһә, клиенттар башҡаса мөрәжәғәт итмәйәсәк.
– Әле өйләнмәгәнмен, — ти Илсур шәхси тормошо тураһындағы һорауға. — Спортта теләгән һәм ынтылған үрҙәрҙе яуланым. Хәҙер яйлап ғаилә ҡороу тураһында ла уйланырға була.
Шулай ҙа, әңгәмә барышында күҙәтеүем буйынса, Илсур спортты бөтөнләй ситкә ҡуя торған кешегә бер ҙә оҡшамаған. “Тағы ла нимәләр менән ҡыҙыҡһынаһың?” тигән һорауға, көлөп:
– Спорттан тыш спорт менән шөғөлләнәм, — тип яуап бирҙе ул.
Шахбокс буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы — ғорур һәм матур яңғырай! Әммә был спорт титулдан, танылыуҙан тыш, күпкә мөһимерәк нәмә лә бирә икән.
– Мин белгән спортсыларҙың бөтәһенең дә характерҙары сыныҡҡан, улар — дисциплинаға өйрәнгән кешеләр. Һинең холоҡ-ғәҙәттәреңә спорт тәьҫир иттеме?
– Әлбиттә, спорт кешене үҙгәртә! — ти Илсур. — Хәҙер күпкә тынысыраҡмын, үҙемә ышаныс та артты. Йәшәү рәүешемә, тормошҡа бөтөнләй икенсе ҡараш менән баға башланым!

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас: