Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
4 Август , 10:44

Ҡанат бирҙе ТУҒАН МӘКТӘБЕМ...

Бала сағынан уҡ эшкә егелеп, тырышып-тырмашып, тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен, үҙен үҙе үҫтерә алған шәхес. Миһырбанлы һәм рәхмәтле заттарҙан: үҙе белем алған М.Ғ. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының матди базаһын үҫтереү маҡсатында 1 миллион һумлыҡ хәйриә ярҙамын күрһәткән йәш кеше. Бөгөн һүҙҙе уға бирәбеҙ.

Ҡанат бирҙе ТУҒАН МӘКТӘБЕМ...
Ҡанат бирҙе ТУҒАН МӘКТӘБЕМ...

Муса ғайса улы МӘЗИТОВ – эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңыш ҡаҙанған йәш быуын башҡорттарының береһе. Ул – “МС групп” исемле төҙөлөш компанияһының генераль директоры. Бала сағынан уҡ эшкә егелеп, тырышып-тырмашып, тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен, үҙен үҙе үҫтерә алған шәхес. Миһырбанлы һәм рәхмәтле заттарҙан: үҙе белем алған М.Ғ. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының матди базаһын үҫтереү маҡсатында 1 миллион һумлыҡ хәйриә ярҙамын күрһәткән йәш кеше. Бөгөн һүҙҙе уға бирәбеҙ.

Ҡалала тыуып үҫкәнмен

Мин Өфөлә тыуып үҫтем, хәҙер мине икенсе быуын ҡала башҡорто тип атап була. Иң тәүҙә ҡартатайым (атайымдың атаһы) ауылдағы йорт-ҡаралтыһын һатып, Өфөгә килеп урынлаша, әлеге “Нур” театрынан йыраҡ булмаған урында өс ҡатлы бик ҙур шәхси йорт һатып ала. Ҡартатайымдың өс балаһы була – атайым Ғайса, апайымдар Сәүиә һәм Рәмзиә. Барса туғандарыбыҙ ошо өйҙә йәшәне. Мин үҙем дә ҡартатайымдың өйөндә донъяға килгәнмен. Атайымды, авиация университетын тамамлағас, 40-сы заводҡа инженер вазифаһына эшкә ебәрәләр. Дәүләкән районының Япар-Йәнбәк ауылынан булған әсәйем Гөлбикә Өфө ҡалаһының ишетеү-һөйләүҙән мәхрүм булған балалар өсөн асылған 6-сы балалар йортонда 30 йыл тәрбиәсе булып эшләне.
Балалар баҡсаһына йөрөмәнем тиерлек, ҡустым Йәлил менән өйҙә үҫтек. Ғаиләбеҙҙә башҡорт рухы көслө булды, мин бала сағымдан уҡ үҙебеҙҙе ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуынан, ағасыбыҙҙың – ҡарағас, ораныбыҙҙың “туҡсоба!” икәнлеген белә инем, ололар беҙҙең менән тик башҡортса ғына һөйләште. Шуға ла мәктәпкә уҡырға барғанда бөтөнләй русса һөйләшә алмай инем. Мәктәпкә алты йәшемдән үк йөрөй башланым. Ҡартатайымдың өйө урынлашҡан ерҙә төҙөлөш башланғас, беҙгә Сипайлово биҫтәһенән фатир бирҙеләр. 1994 йылда өр-яңы башҡорт мәктәбе асылыуы тураһында белеп ҡалған атайым менән әсәйем мине шунда бирергә булды. Әсәйем мине мәктәп психологы бүлмәһенә алып инде, ул төрлө һорауҙар бирә лә ҡалын ғына дәфтәренә ниҙер яҙып ҡуя. “Уҡый беләһеңме?” – тип һораны шул ағай. “Юҡ”, – тимен. Шунан ул “Әлифба” китабын асты, хәрефтәрҙе атап әйтеп, уларҙы нисек ҡушып уҡып була икәнен аңлатты. Ары-бире иткәнсе, мин ижекләп уҡый алыу рәтенә төшөнөп тә алдым. Психолог ағай әсәйемә әйтә: “Малайығыҙ һәләтле, әммә йышыраҡ шөғөлләнеү кәрәк, уҡырға алабыҙ”. Шулай итеп, беренсе кластан башлап унынсыны бөткәнсе М. Ғ. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында белем алырға насип булды.
Мәктәбебеҙҙән уңғанмындыр, тимен...

Бала саҡта һәр кем ата-әсәләр, уҡытыусылар нимә талап итә, ни ҡуша, шулай эшләргә тырыша, әммә уҡыу барышында өлгәшкән һөҙөмтәләрең хаҡында әллә ни уйланып тормайһың. Мәктәп йылдары хаҡында, уҡытыусыларыбыҙҙың шәхестәребеҙҙе нисек итеп тәрбиәләгәндәре тураһында күпкә һуңыраҡ уйлана башлайһың. Бына шәхсән үҙем университет тамамланым, хәҙерге көндә ҙур төҙөлөш компанияһы менән идара итәм, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә тренингтар ойоштороп, коуч булып китергә лә ниәтем бар. Ошолар хаҡында уйлана башлаһаң, үҙебеҙ уҡыған мәктәптең беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн шундайын да ныҡлы нигеҙ булғанын тәрәнерәк аңлай башлайһың.
Беҙ уҡыған 90-сы йылдарҙың икенсе яртыһында – XXI быуат башында 136-сы башҡорт лицейында уҡыусылар бер нисә йүнәлешкә ярашлы программалар буйынса уҡытылды: математика, гуманитар фәндәр, һынлы сәнғәт музыка кластары. Аҙаҡтан инглиз телен тәрәнәйтеп уҡытыу буйынса ла махсус кластар булдырылды. Башланғыс кластарҙа барыһы ла бер төрлө уҡый, ә 3-сө кластан һуң уҡыусыларҙы, һәләттәренә ҡарап, тикшереп, үҙенә күрә имтихандар ойоштороп, төрлө йүнәлешле кластарға бүлә торғайнылар. Минең математика класына һайлап алыу буйынса яҙма контроль эшем “5”-кә баһаланды. Бер үк ваҡытта художество класына ла имтиханға яҙылғайным, замок һүрәтен эшләп, кәрәк урындарын штрихлап бирҙем. Шундай ҡыҙыҡлы хәл килеп сыҡты: математика уҡытыусыһы үҙ яғына тарта, рәсем уҡытыусыһы художество йүнәлешен һайларға өндәй. Йәнә рәсем уҡытыусыһының шулай тип әйткәне иҫемдә ҡалған: “Муса, математика һәйбәт предмет та ул, әммә һүрәт төшөрөү сәнғәте оҫталығына эйә булһаң, бер ваҡытта ла икмәкһеҙ ҡалмаҫһың”.
Беҙ, малайҙар, төрлө спорт секцияларына йөрөргә ярата инек. Шунда Арыҫлан Сурин, Данияр Юлдашев менән танышып, дуҫлашып киткәйнек. Улар ҙа әлеге “В” класын, художество йүнәлешен һайлағайны. Шулай итеп, мин дә әлеге дуҫтарым менән бер класта уҡырға булдым.
Математика дәрестәрен барыбер программаға ярашлы уҡыталар бит инде, был фән буйынса ла алда барам, олимпиадаларға йөрөтәләр, призлы урындар ҙа алам, грамоталарым да күп булды. Ғөмүмән, урта һәм юғары кластарҙа иң әүҙем уҡыусылар иҫәбендә йөрөнөм.

Атайһыҙ ҡалғас...

Мин өсөнсө класта уҡығанда ғаиләбеҙ һис бер көтөлмәгән бәләгә тарыны – атайымды үлтерҙеләр. Йәшәр өсөн аҡсабыҙ бик аҙ, әсәйем балалар йортонда бер юлы ике сменала эшләй башланы. Ашау яғы ла наҡыҫ булып китте. Йәлил энемде баҡсаға йөрөтөрлөк рәт юҡ. Аптырағас, уҡытыусыбыҙ менән һөйләшеп, энемде үҙем менән мәктәпкә йөрөтә башланым. Ул иң арттағы партала шым ғына ултыра. Тәнәфестә ашханаға төшәбеҙ, минең порциямды икәүләп бүлешеп ашайбыҙ. Шулай уҡыу йылы тамамланды. Көҙгә Йәлил энем дә мәктәпкә 1-се класҡа килде. Минең менән бергә уҡырға килә, минең менән бергә өйгә ҡайта был. Ә әсәйем иртәнән кискә тиклем эшендә була.
Атайһыҙ ҡалғас, әле үҙемдең дә бала ғына булыуыма ҡарамаҫтан, ныҡ уйлана башланым. “Был донъяла беҙгә башҡа бер кем дә ярҙам итмәҫ, тик үҙеңә генә ышанып йәшәргә тура киләсәк” – бына ошо фекер миңә маяҡ булды. Әсәйемә ике баланы ҡарауы бик тә ауырға төшкәнен аңланым. Шул саҡта ул миңә “Донъяның 100 бөйөк аҡыл эйәһе” тип аталған бер китап алып ҡайтҡайны. Мин ошо китапта тормош юлдары һүрәтләнгән бөйөк кешеләрҙең биографияларын бик ҡыҙыҡһынып уҡыным. Һәм бына ниндәй һығымтаға килдем: әгәр аҡылың ныҡ үҫешһә, һин күп нәмәгә өлгәшә алаһың, бик күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ шәхес буласаҡһың, шул ваҡытта етеш тормош ҡора алырлыҡ аҡсаң да буласаҡ. 5-се кластан ныҡ тырышып уҡый башланым. Төштән һуң рәсем, һынлы сәнғәттән башҡа, математика, геометрия буйынса өҫтәмә белем алыу өсөн махсус дәрестәргә йөрөнөм. Мине төрлө математик мәсьәләләрҙе ҡыҫҡараҡ юл менән сисә алыу ҡыҙыҡһындырҙы. Китапханабыҙҙан алған “Телдән тиҙ ҡабатлау” тигән өҫтәмә уҡыу әсбабы менән таныштым. Аҡылды логик фекерләү аша формалаштырырға өйрәндем. Киләсәктә үҙемә ниндәй предметтарҙы тәрәнерәк белеү кәрәклеген иҫәпкә алып, уларға күберәк ваҡыт һәм иғтибар бүлдем. Мәктәбебеҙҙең уҡытыусылары иғтибарлы һәм ярҙамсыл булдылар, ни тураһында ғына һорама, яуапһыҙ, ярҙамһыҙ ҡалдырманылар. Шул уҡ ваҡытта тик китаптарға ғына төбәлеп ултырманым, спорт залын ситләтеп үтмәнем: “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тигәнде лә онотмаҫҡа кәрәк булды. Иң мөһим маҡсатым – бар предметтарҙан да тик “5”-кә генә өлгәшеү. 5-се кластың тәүге ярты йыллығында “ударник” кимәленә күтәрелдем, ике генә предметтан “4”-ле билдәһе сыҡты.

Ҡул араһына индем...

Мин инде үҙемде ҙурҙар һымаҡ тоя инем: ғаиләбеҙ аҡсаға мохтаж, ҡайҙа булһа ла эшләп, аҡса таба башларға ваҡыт. Әсәйемә ауырға тура килгәс, уны йәлләй инем, 5-се кластан бирле аҡса һорап йөҙәткәнем булманы. Киреһенсә, эштән ҡайтыуына ашарға бешереп ҡаршы алам. Йәй көнө 119-сы магазинға сүп-сар сығарырға, тирә-яғын һеперергә, көсөм етерлек тауар ташышырға ялландым. Әсәйем отпускаға сыҡһа, Дәүләкән яҡтарына, Өршәк йылғаһы буйындағы ауылыбыҙға ҡайтабыҙ. Әйткәндәй, ошо ауылда мине биш йәшемдән үк атта һыбай йөрөргә өйрәттеләр: һин башҡорт малайы бит, аттан ҡурҡма, тинеләр. Атайым булмағас, күп нәмәгә әсәйемдең бер туғаны Хаит ағай өйрәтте. Үҙе ҙур кәүҙәле, буйы ике метрҙан ашыу, ауырлығы 100 килограмдан артығыраҡ. Армияла хеҙмәт иткәндә уға бер юлы ике порция аш биргәндәр. Төрлө инструменттар менән нисек эшләргә икәнен ул аңлатты, машинала йөрөргә өйрәтте, күп эштәрҙе бергәләп башҡарҙыҡ. Ауылда йылҡы һәм һыйыр көтөүҙәрен һыбай көттөк. Шулай бер йылда ауылға ҡайтып йөрөмәҫкә булдым, аҡса кәрәк, кейемем дә иҫкергән. Урам һепереүсе булып урынлаштым, эш хаҡым – айына 1 мең һум, әсәйемдеке – 1200 һум. Унан урамдарҙан шешә йыйып алып йыуаһың да магазинға тапшыраһың – аҙ булһа ла килемемә өҫтәмә. Арыҫлан менән Данияр ҙа миңә ҡушылып китте – торғаны бер эшҡыуар малайҙарбыҙ инде. Кеҫә аҡсаһы малайҙарҙың да кеҫәһен тишмәгәнен шулай төшөндөк.

Спорт менән дә шөғөлләндек

Бала саҡта, мәктәп йылдарында төрлө хәлдәр була: беҙҙе, башҡорт лицейы малайҙарын, башҡа мәктәп балалары “татар-монголдар” тип үсекләйҙәр. Ә беҙ бирешмәй инек, рух уяна башлаған мәл. “Беҙ – башҡорттар”, – тип тороп, күрше мәктәп малайҙары менән көрмәкләшеп, һуғышып киткән мәлдәр ҙә булды. Шул мәлдә тыуғандыр инде беҙҙә, малайҙарҙа, барыһынан да көслөрәк, таһыллыраҡ булыу теләге. Тхэквондо секцияһына, унан тыш, боксҡа, еңел атлетикаға ла йөрөйбөҙ. Ҡыштарын саңғы ярыштарында ҡатнашабыҙ. Беҙҙең класта Радик Хәкимов уҡыны. Ул спорт мәктәбенә йөрөй торғайны, аҙаҡ үҙенең йәштәштәре араһында биатлон буйынса Рәсәй чемпионы булды. Уның менән дуҫлашып киттек, ул мине лә спорт мәктәбенә саҡырҙы. “Аҡбуҙат” ипподромына пятиборье күнекмәләренә йөрөй башланыҡ.
Спорт менән күп шөғөлләнеүемдең тағы бер сәбәбе булды – минең йәштәштәрем яҡшы, модалы кейемдәр кейеп йөрөй, ә ҡайһы бер уҫалыраҡ малайҙар минең кейемемдән көләләр. Уларға яуап ҡайтара алыр өсөн көс кәрәк. Йүнле ботинкаларым юҡ, сандалиҙарҙа йөрөйөм. Етмәһә, байрам концерттары булһа, мәктәп сәхнәһендә алып барыусы ролен үтәйем. Көс һәм аҡыл менән алдырырға тура килде.


Уҡытыусыларыбыҙ

Уҡытыусыларыбыҙҙан уңдыҡ, тип әйтә алам. Үҙҙәренең балалары кеүек итеп күреп, гел йылмайып, яратып ҡаранылар. Ни хаҡта күберәк белергә теләйһең, ни менән ҡыҙыҡһынаһың, һәр бер осраҡта ла дөрөҫ йүнәлеш бирҙеләр. “Тормош һабаҡтары” дәресендә Миңзәлә Ишбулды ҡыҙы Юлмөхәмәтова беҙгә рухи һабаҡтар бирһә, башҡорт теле уҡытыусыһы Нәғимә Хәсән ҡыҙы Вәлиева төрлө ижади сараларға йәлеп итте. Ул беҙҙе, өс айырылмаҫ дуҫты – мине, Арыҫлан Суринды һәм Данияр Юлдашевты “Өс таған” тип атай торғайны. Бергәләп ырыуҙар байрамына, сәсәндәр бәйгеһенә әҙерләнәбеҙ. Мәктәп тураһында ҡобайыр яҙып, беренсе урын алғанымды хәтерләйем. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрен яраттыҡ. Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романын уҡып, ата-бабаларыбыҙҙың яугирлығына, ҡаһарманлығына һоҡландыҡ. Ундағы ошо юлдар әле лә хәтерҙә: “...урман араһынан аттарында сабышып килеп сыҡҡан башҡорттарҙың еләндәре елдә ҡабарып, бөркөт ҡанатылай талпынып торған, дошмандарҙың ҡоттары алынған”.
Черчение дәресенән директорыбыҙ Шәмсулла Хәбибулла улы уҡытты. Ул дәрес алып барғанда класта себен осҡаны ла ишетерлек булғандыр. Иң ғәжәпләндергәне шул булды: уҡытыусыбыҙ таҡтала чертежды аҡбур менән туп-тура һыҙып күрһәтә. Шулай ул бер деталдең киҫелешен эшләргә ҡушты. Беҙ чертеж эшләйбеҙ, ул ҡарап йөрөй. “Иң яҡшы эш – Мусаныҡы. Бына шул ерен штрихлап ҡуй әле”, – тип, үҙенең ҡәләмен миңә бирҙе. Һуңынан мине черчение буйынса олимпиадаларға ла йөрөттө.
Живопись буйынса Мазунин Владимир Николаевичҡа йөрөй башланыҡ, ул элегерәк педагогия институтының художестволы графика факультетында ла уҡытҡан. Мин һынап йөрөйөм – бик һәйбәт өйрәтә, ҡайһы саҡта ҡыҙыҡ итеп әйтеп тә ҡуя: “Ну, касатики, пошевелите мозгами!” Бик арып китһәк, ниндәйҙер ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында һөйләп көлдөрөп тә ала. Ул юғары уҡыу йорттарының архитектура, художестволы графика факультеттарына инергә теләүселәргә рәсем, һынлы сәнғәт буйынса нисек әҙерләнергә кәрәклеген бик яҡшы аңлата белде. Төрлө картиналарҙы ҡарайбыҙ һәм уларҙы анализларға өйрәнәбеҙ. Ғөмүмән, уҡытыусыларыбыҙҙы, үҙебеҙҙең яратҡан мәктәбебеҙҙе киләсәк тормошобоҙҙоң, һөнәребеҙҙең төп базаһы булды, тип һис бер икеләнмәйенсә әйтә алам.


Ҡайҙа уҡырға барырға?

Сығарылыш класында ҡайһы вузға барыу, ниндәй факультетты һайлау тураһында уйлана башланым. Мәктәптә минең барса предметтарҙан да белемем һәйбәт баһаланды, БДИ буйынса һөҙөмтәләрем яҡшы булырына ышандым. Уҡытыусыбыҙ Владимир Николаевич миңә рәсем һәм һынлы сәнғәт буйынса республика конкурсында беҙҙең мәктәп исеменән ҡатнашырға тәҡдим итте. Кем беренсе урынды ала, шул педуниверситеттың художестволы графика факультетына имтиханһыҙ ғына уҡырға инә ала. Ул шул факультетҡа инергә өндәй, һәр яҡтан уңған директорыбыҙҙың да ошонда уҡып сыҡҡаны хаҡында иҫемә төшөрә. “Рәссам булһаң, армияла минең һымаҡ штабта ғына ултырасаҡһың”, – тип өҫтәп тә ҡуя. Конкурста ҡатнаштым, икенсе урын алдым. Бында уҡырға инеү мөмкинлеге булһа ла, минең икенсе пландарым да бар ине, әлбиттә. Кешеләрҙең йөҙ һыҙаттарын ентекләп өйрәнгәс, баш һүрәттәрен матур итеп төшөрә башлағас, пластик хирургия өлкәһен һайлармын, тип тә уйлап йөрөнөм. Әсәйем ризалашмай һис тә, сөнки медицина өлкәһендә, шул уҡ пластик хирург һөнәренә эйә булғансы, бик оҙаҡ йылдар буйына уҡырға тура киләсәк. Үҙемдең дә тиҙерәк уҡып бөтөп, күберәк аҡса табаһым килә. Йәнә архитектура өлкәһен дә оҡшаттым. Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура факультетына барса махсус имтихандарҙы “5”-легә бирһәм дә, мине коммерция нигеҙендә генә уҡыуға алыуҙары билдәле булды. Тап шул ваҡытта Санкт-Петербургтың архитектура университетына уҡырға саҡырған хат килеп төштө. Әсәйем ризалашмағас, үҙебеҙҙең Өфөлә ҡалдым, М. Аҡмулла исемендәге педуниверситеттың художестволы графика факультетында уҡыуымды дауам итергә булдым.

Университетта...

Факультет бик һәйбәт белем бирә, ныҡлы дисциплина урынлаштырылған, һөнәри белем алыр өсөн барса шарттар ҙа бар. Бында тәүләп дизайн бүлеге асылды, компьютер графикаһына өйрәтәләр, мин шул бүлекте һайланым. Был бүлектә, рәсем һәм һынлы сәнғәттән башҡа, төрлө махсус предметтар күп уҡытылды: скульптура, мәғлүмәт-иҫәпләү техникаһы, компьютер графикаһы, ландшафт дизайны, архитектура, композиция, металды, быяланы художестволы эшкәртеү һ.б. Деканыбыҙ Тәлғәт Хәсән улы беҙҙе тирмә яһарға ла өйрәтте, уның өсөн кейеҙҙе үҙебеҙ баҫтыҡ. Ғөмүмән, бында сәнғәт өлкәһе өсөн ғәмәли яҡтан бик мөһим нәмәләргә өйрәндек.
Үгәй атайым “Баштрансгаз” предприятиеһына эшкә урынлашырға ярҙам итте. Тимашево ауылынан Миловкаға газ торбалары үткәрәләр. Мастер чертеждарҙы уҡый белмәгәс, яңылыш ҡаҙытып, электр кабеле линияһын өҙҙөргәндәр. Һөҙөмтәлә бер завод электрһыҙ ҡалып, предприятиеға миллион һумлап штраф түләргә тура килгән. Кистәрен барып, чертеждарҙы ентекләп ҡарап сығам да ҡайҙа ниндәй кабелдәр, һыу торбалары үтә, ҡайҙа ҡаҙырға ярамай икәнен мастерҙарға аңлатып китәм. Башҡаса авария булманы. Йәйен көн буйына эшләйем, арыу ғына эш хаҡы түләнеләр, премия ла бирәләр. Шунан күҙ алды яҡтырып киткәндәй булды: яңы кейем алдым, Ленинградта сығарылған бик ҡиммәтле акварель буяуҙарын, ҡыл ҡәләмдәр һатып алдым. Аҡсамды йыйып барҙым да бик ҡеүәтле компьютер һатып алдым. Компьютер графикаһын ғәмәли рәүештә өйрәнә башланым. Уҡып йөрөгән көйө транспорттағы реклама агентлығына урынлаштым, унда банерҙар эшләйбеҙ, компьютер графикаһын белгән кеше булғас, бик һәйбәт эш хаҡы түләнеләр – көнөнә 8 мең сыға. Эш өсөн шәхси транспорт кәрәк булғас, “Лада-Калина” автомобилен һатып алдым.

Сәйәси хыялдарым да булды

Университетты тамамлау менән аспирантураға индем. Әлфис Суфиян улы Ғаязов ғилми етәксем булды. Ул йәш кенә көйө ғилми дәрәжәгә ынтылыуымды бик үк аңлап та етмәне, ахырыһы. Ғалим кешегә сәйәсәткә килеү еңелерәк булыр ине. Мортаза Рәхимов отставкаға сыҡҡас, барыһы ла тамырынан үҙгәрҙе, минең сәйәсәт юҫығындағы хыялдарым да үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡты.
Төрлө ойошмаларға проекттар эшләп, тейешле объекттар ҡороп биреүсе “МДМ” төҙөлөш компанияһына проектлаусы белгес булып эшкә урынлаштым. Бер аҙ эшләгәс, компания директоры миңә клиенттар менән дә эшләргә тәҡдим итте, ике тапҡыр эш хаҡын күтәрҙе. Заказ биреүселәр менән объект буйынса ентекле һөйләшеүҙәр алып барам, урында шундуҡ кәрәкле үлсәүҙәрҙе алабыҙ, тиҙ арала проект эшләп, уны хужаларға тәҡдим итәбеҙ. Бығаса ғәмәли эштәрҙә ҙур тәжрибә туплап өлгөргәйнем, заманса белемем, күнекмәләрем етерлек булғас, миңә был эштәрҙе ойоштороу ауыр булманы. Иң мөһиме – ваҡыт, ә компьютер технологияларын ҡуллана беләһең икән, ныҡ отаһың. Барса чертеж эштәрен компьютер графикаһын ҡулланып эшләп була, калькуляция, материалдар күләме, смета һәм башҡалар махсус программалар ярҙамында тиҙ эшләнә. Компанияның килеме бермә-бер артты, ике йылдан мине башҡарыусы директор вазифаһына тәғәйенләп ҡуйҙылар. Клиенттар күбәйгәндән-күбәйә барҙы, ҙур заказдар алабыҙ. Тәүге мәлдәрҙә компания хужаһы, килемде бер нисә тапҡырға күтәрә алһаң, уның яртыһы һинеке, тип вәғәҙә иткәйне. Миллионлаған һум килем алабыҙ, ә хужаның вәғәҙәһе онотолдо. Ни эшләйһең, уларса – йөҙ икегә бүленә, миллион – юҡ. Компаниянан китергә булдым, арыуым да саманан ашҡайны.
Бер йыл бер ҡайҙа ла эшләмәй генә ял итергә булдым. Башҡортостан буйлап машинам менән сәйәхәткә сыҡтым – бер ҡасан да бармаған, күрмәгән урындар күп бит инде. Ике айҙан әлеге директор яңынан эшкә саҡыра, инәлә – эше бармай икән. Аҡса әйләнеше кимәле 20 миллиондан 5 миллионға тиклем төшкән (аҙаҡтан был компания банкрот булды). Ризалашманым...

Хәҙерге шөғөлөм...

Бер саҡ элек үҙем барып килешеүҙәр төҙөп йөрөгән Екатеринбург заводының генераль директоры шылтыратты, мин эшләп киткән компаниянан ни өсөн яңы заказдар килмәүенең сәбәптәрен һораша. Беҙҙең компания Екатеринбург һәм Мәскәү заводтарынан кәрәкле металл конструкциялар ала ине. Ә мин уларға хат аша ошо конструкцияларҙың етешһеҙ яҡтарын, бигүк уңайлы булмаған варианттарын күрһәтеп, үҙемдең тәҡдимдәремде ебәреп торҙом. Хәтеремдә, ике йыл эсендә барлығы 33 рационалләштереү тәҡдимен ебәргәйнем.
Компаниянан китеүемде белгәс, директор мине осрашырға саҡырҙы. Осраштыҡ. Завод директоры цехтар буйлап йөрөттө, шәхси тәҡдимдәрем буйынса ниндәй үҙгәрештәр индерелгәнен күрһәтте. Хатта тап мин яҙғандарҙы ғәмәлләштерер өсөн Төркиәнән станоктар ҙа һатып алғандар икәнен күрҙем. Шунан директор миңә яңы компания асырға тәҡдим итте, ярҙам итергә, төрлө ташламалар эшләргә вәғәҙәләне. Тәүге аҙым: мин ошо заводтың дистрибьютеры булырға ризалыҡ бирәм, унан Өфөлә заводтың филиалын асабыҙ. Шулай итеп, мин тәүҙә әлеге заводтың сауҙа вәкиле вазифаһын башҡарҙым. Завод етештергән металл конструкцияларҙы рекламалап, бөтөн Башҡортостанды йөрөп сыҡтым.
Һуңынан үҙемдең компаниямды ла асыу мөмкинлеге тыуҙы, уны “МС групп” тип атаным, беҙҙең төп бренд – “Келәттәр оҫтаһы”, русса “Мастер складов” була. Хужалыҡ келәтһеҙ булмай, ә сауҙа предприятиелары өсөн ул – иң кәрәкле һәм мөһим объект. Һәр заказ биреүсегә майҙан үлсәмдәрен алыуҙан башлап, иң уңайлы проект нигеҙендә тиҙ арала ҙур күләмле келәттәр төҙөп бирәбеҙ. Уларҙы заманса стеллаждар, төрлө йыһаздар, махсус ҡулайламалар менән тәьмин итәбеҙ. Эш төрҙәребеҙ күп – теләһә ниндәй ҡатмарлыҡтағы тиҙ төҙөлә торған биналарҙы һәм келәттәрҙе проектлау һәм монтажлау, комплекслы рәүештә йыһаздар, техника һәм ярҙамсы элементтар менән тәьмин итеү, ошондай объекттарҙы бер урындан икенсе урынға күсереү, электр менән иретеп йәбештереү, электр яҡтыртыу системаһын монтажлау, келәт техникаһын ремонтлау, офис йыһаздары, металдан эшләнгән мебель һәм сейфтар, медицина мебеле һ.б. кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү.
Заказдар күп икән – эш тә күп. Йәлил энем ярҙамға килде, эшсән һәм уңған белгестәрҙән, һөнәрмәндәрҙән торған командабыҙ тупланды. Конкуренттар ҙа етерлек, әммә беҙ сифатлы итеп һәм мөмкин булғанса аҙыраҡ ваҡыт эсендә заказдарҙы үтәй алыу аша отабыҙ. Өфөләге иң ҙур күләмле яңы келәттәрҙе беҙ сафҡа индерҙек. Тиҙ ҡорола торған заманса объекттар киләсәктә тағы ла күберәк талап ителәсәк. Артабан инвестиция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә башлау хаҡында ла уйҙар бар.

ШУЛАЙ ИТЕП...

Хәҙерге заманда тик эш, компания, килем, яңы пландар тип кенә йәшәп булмай. Күрәһең, үҙ ғүмереңдә, тормошоңда шундай кимәлгә күтәреләһең – башҡа бер ҡиммәттәр тураһында йышыраҡ уйлана башлайһың. Бына мин үҙемдең бала сағым, мәктәп йылдары, вузда уҡыуым хаҡында бәйән иттем. Шул саҡта зиһенемә, аңыма, күңелемә һеңдерелгән бар ҡиммәттәр мине шәхес итте, барыһы ла тик файҙаға ғына булды. Мин бөгөн командам менән матди объекттар төҙөйөм. Уйлап ҡараһаң, мәктәптән дә бөйөгөрәк башҡа бер төҙөүсе юҡтыр ул. Туған мәктәбем минең шәхесемдең иҫ киткес ныҡлы нигеҙен төҙөп биргән. Тимәк, ошо иҫтәлекле, һөйкөмлө уҡыу йортона рәхмәтле булыу – сауаплы ғәмәл. Ни эшләп, мөмкинлектәрең була тороп, уның етәкселегенә, педагогик коллективына ошондай ҡатмарлы шарттарҙа ярҙам ҡулын һуҙмаҫҡа, ти? Компаниябыҙҙың М.Ғ. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейына матди ярҙамын бына ошо мәңгелек ҡиммәттәрҙең бер матур сағылышы тип ҡабул итергә кәрәктер. Халҡыбыҙҙың боронғо бер мәҡәлендә әйтелгәнсә, изгелек ҡылайыҡ та һыуға һалайыҡ – балыҡ белмәһә лә, халыҡ белер.

Арыҫлан ТАЙМАҪОВ әҙерләне.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: