Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
23 Апрель 2025, 15:50

Ул тоғролоҡ һәм яуаплылыҡ иленән ине

Аслыҡ, яланғаслыҡ өҫтәүенә, фатир хужаһына аҡсаны ваҡытында түләргә лә тейеш була педагогия училищеһы уҡыусыһы Вәли Псәнчин. Атайым, уҡыуҙан тыш төрлө ваҡ-төйәк эштәр башҡарып, аҡса эшләп, өҫ-башын ҡарап, был ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға. 1948 йылда ҡулына “Башланғыс кластар уҡытыусыһы” тигән танытма ала.

Ул тоғролоҡ һәм яуаплылыҡ иленән ине
Ул тоғролоҡ һәм яуаплылыҡ иленән ине

Ул тоғролоҡ һәм яуаплылыҡ иленән ине

Көслө кешеләргә хас һыҙаттарға эйә булды.

Үҙен был тормошта ысын шәхес итеп танытҡан әҙәм балаһы ике һыҙатҡа эйә була. Улар – тоғролоҡ менән яуаплылыҡ. Был ике төшөнсә бер-береһенән айырылғыһыҙ, бер-береһен тулыландырып, көсәйтеп килә. Тоғролоҡтоң нигеҙендә яуаплылыҡ ята, ә яуаплылыҡтың нигеҙен тоғролоҡ булдыра. Әйткәндәй, ошо ике сифат – рухи яҡтан көслө шәхестәргә генә хас күренеш.

Беҙҙең атайыбыҙ – филология фәндәре докторы, профессор Вәли Шәғәли улы Псәнчин ғүмере буйы ошо ике төшөнсәне үҙенең тормош девизы булараҡ ҡабул итте.

 

 


Атай рухына тоғролоҡ

 


Вәли Псәнчин 1930 йылда Йылайыр кантонына ҡараған Беренсе Дәүләтҡол ауылында (хәҙер Күгәрсен районына инә) уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы, минең ҡартатайым Шәғәли Мөхәммәтсаҡый улы Псәнчин, заманында Ырымбурҙағы Башҡорт педагогия техникумы ҡара­мағын­дағы педагогия курсын уңышлы тамамлағас, Күгәрсен районы мәктәптәрендә уҡытыусы, завуч, директор булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Ырымбур педагогия институтын тамамлай.

1939 йылда Коммунистар партияһына ҡабул ителә. 1941 йылдың 11 декабрендә фронтҡа киткәнгә тиклем Үрге Санъяп тулы булмаған урта мәктәбендә директор булып эшләп өлгөрә. Ул һуғышта кесе политрук була. Ҡартатайыбыҙ тәүге тапҡыр яралан­ғансы бөтә донъяға дан алған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Аҙаҡ өлкән сержант дәрәжәһендә разведкала хеҙмәт итә. 1944 йылда Одесса ҡалаһын фашистарҙан азат иткән саҡта батырҙарса һәләк була, шул өлкәнең Петровка ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Ул ошо батырлығы өсөн үлгәндән һуң II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Был – яугирҙең дүртенсе хәрби наградаһы.

Ҡартәсәйебеҙ Шәмсеүәрә Шәһәҙәт ҡыҙы Мәсәғүтова-Псәнчина (1910 – 1966), дүрт балаһы менән тол ҡалып, төшөнкөлөккә бирелмәй, ҡайғыһын белгертмәй, үҙенең әсә бурысын тулыһынса үтәй. Ул дүрт балаһын да аяҡҡа баҫтырыуға өлгәшә, ҡулынан килгәнсә белем бирергә тырыша. Шуға ла Вәли Шәғәли улының 1997 һәм 2007 йылдарҙа донъя күргән “Башҡорт теле. Күнегеүҙәр йыйынтығы. Педагогия училищелары, колледждары, гимназиялар, лицейҙар өсөн күнегеүҙәр” исемле хеҙмәте “Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған уҡытыусы атайым Шәғәлиҙең, дүрт бала үҫтергән әсәйем Шәмсеүәрәнең яҡты иҫтәлектәренә бағышлайым” тигән юлдар менән асыла. Был уның ата-әсәһенең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлауын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай.

Эйе, атайыбыҙ, һуғышта һәләк булған атаһының рухына тоғролоҡ һаҡлап, уҡы­тыусы һөнәрен һайлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Күгәрсен ауылындағы мәктәптең һигеҙенсе класын, Мораҡ башҡорт мәктәбенең туғыҙынсы класын тамамлаған егет 1946 йылда Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға инә.

Әлбиттә, педагогия училищеһында уҡыу еңелдән булмай. Уныһы аңлашылып тора: бының сәбәбе – атайымдың матди яҡтан ауырлыҡ кисереүендә. Ул ғаиләлә баш бала була, өйҙә бер ҡустыһы, ике һылыуы ҡала. Флүрә исемле кинйәбикәләренең әле мәктәптә уҡымаған сағы була. Эйе, стипендия алып уҡый егет, әммә 1946 – 1948 йылдарҙың илебеҙ тарихындағы һынау йылдары булғанын бөтәбеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ.

Һуғыштан һуңғы ваҡиғаларҙы байҡап китһәң, аптырарлыҡ та шул: иң тәүҙә илдәге сәнәғәтте, ауыл хужалығын күтәреү мәсьәләһе алғы планға сыға; бынан тыш, 1947 йылға тиклем аҙыҡ-түлек алыу өсөн карточка системаһының эшләп килеүен дә оноторға ярамай. Беҙҙең быуын был ваҡиғалар тураһында кино, нәфис әҙәбиәт аша ғына белә.

Аслыҡ, яланғаслыҡ өҫтәүенә, фатир хужаһына аҡсаны ваҡытында түләргә лә тейеш була педагогия училищеһы уҡыусыһы Вәли Псәнчин. Атайым, уҡыуҙан тыш төрлө ваҡ-төйәк эштәр башҡарып, аҡса эшләп, өҫ-башын ҡарап, был ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға. 1948 йылда ҡулына “Башланғыс кластар уҡытыусыһы” тигән танытма ала.

Уның был уңышына һайлаған һөнәренә булған оло тоғролоҡ тойғоһо менән яуаплылыҡ һыҙаттары сәбәпсе булыуы көн кеүек асыҡ.

 


Яңы дәүер

 


1948–1950 йылдар йәш Вәли Псәнчин өсөн тәүге педагогик тәжрибә туплаған осор була. Ул ошо ике йыл эсендә үҙенең тыуған яғы – Күгәрсен районының Сапыҡ башланғыс, аҙаҡ инде – Айһай-Мөрсәләй ете йыллыҡ мәктәптәрендә уҡыта. 1950 йылда уны хәрби хеҙмәткә алалар, үҙенең Ватан алдындағы бурысын да өлгөлө итеп башҡарырға тырыша ул. Хәрби хеҙмәт бурысын илебеҙҙең Алыҫ Көнсығыш төбәгенә ҡараған Владивосток ҡалаһында, Камчатка ярымутрауында һәм Сахалин утрауында үтәргә тура килә уға. Иң тәүҙә сержант мәктәбен тамамлай, ә 1952 йылда СССР-ҙың хәрби министры, Советтар Союзы Маршалы А.М. Василевскийҙың запасҡа кесе лейтенанттар әҙерләү курстары тураһындағы махсус бойороғо сыҡҡас, ошо офицер дәрәжәһен өс айҙа уҡып алыуға өлгәшә. Был курстарға махсус урта белемгә эйә булғандарҙы ғына алалар. Шулай итеп, атайыбыҙ был осраҡта ла һуғышта батырҙарса һәләк булған атаһының яҡты хәтеренә, рухына тоғролоҡ һаҡлап, хәрби хеҙмәтен оло яуаплылыҡ менән башҡара.

В.Ш. Псәнчин әрме хеҙмәтенән һуң бер йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләй ҙә 1954 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында тырышып белем алыу менән бер рәттән, ғилми эш менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Һөҙөмтәлә, 1957 йылда үткән сираттағы студенттарҙың ғилми конференцияһында башҡорт теленең фразеологизмдары буйынса доклад менән сығыш яһап, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Почет грамотаһына лайыҡ була. Был ғилми сығыш башҡорттоң мәшһүр телсеһе Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев (1911 – 1968) етәкселегендә әҙерләнә.

Атайым 1955 йылда, беренсе курстың аҙағында, Коммунистар партияһына ҡабул ителә. Уның партияға инеүе лә осраҡлы булмай: тағы ла бер тапҡыр ысын коммунист булған атаһының рухына тоғролоҡ һаҡлап, ошо юлды һайлай.

1959 йылда уҡыуҙы тамамлағас, Башҡорт АССР-ының ул ваҡыттағы мәғариф министры, башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡыҙы Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина (1913 – 1998) атайымды Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тәҡдиме менән республика Мәғариф министрлығына дәреслектәр бүлеге мөдире итеп эшкә ала. Вәли Шәғәли улы был урында теп-теүәл ике йыл эшләп, байтаҡ ҡына эш башҡарып ташлай.

ХХ быуаттың 50-се йылдарының аҙа­ғындағы – 60-сы йылдарының башындағы демократик үҙгәрештәр совет йәмғиәтенең бөтә даирәләрендә лә сағылыш табып өлгөрә. Әлбиттә, йәмғиәттәге бындай ыңғай үҙгәрештәр мәғариф өлкәһенә лә йоғонто яһай. Башҡортостандағы милли мәғарифҡа килгәндә, иң беренсе мөһим мәсьәлә булып башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрес­лектәрҙе бик тиҙ арала яңыртыу проблемаһы алға сыға. Икенсе төрлө әйткәндә, был дәреслектәрҙе заман талаптарына тура килтереп эшләргә кәрәк була.

Дәреслектәр бүлеге мөдире был эште оло яуаплылыҡ менән уңышлы башҡара. Һөҙөмтәлә уның тырышлығы менән дәреслек яҙыуға яңы авторҙар йәлеп ителә. Улар бөтәбеҙгә лә билдәле булған Ғ.Ғ. Сәйет­батталов, Т.Х. Аслаев, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Х. Минһажетдинов, Н.Х. Ишбулатов, К.Ә. Әхмәтйәнов, М.Ғ. Ғималова һ.б. Шулай итеп, республика өсөн мәктәп дәреслектәре әҙерләп сығарыуҙа яңы дәүер башланғыс ала.

Уҡыу-уҡытыу эшенә бәйле икенсе мөһим мәсьәлә – шул уҡ 50-се йылдарҙың аҙағынаса башҡорт мәктәптәрендә йыр дәрестәрен уҡытыу буйынса программа менән уҡыу әсбаптарының булмауында. Бында ла атайым аптырап ҡалмай, тағы ла үҙен үтә яуаплы ойоштороусы итеп күрһәтә. Ул бик тиҙ арала заманында консерватория тамамлаған Шәрипов фамилиялы отстав­калағы музыкант-офицер менән таныша, ошо эште башҡарыу маҡсатынан уның менән БАССР-ҙың Мәғариф министрлығы исеме­нән ике яҡлы килешеү төҙөй. Был ағай ҙа тапшырылған эшкә оло яуаплылыҡ менән ҡарап, I – VIII кластар өсөн йыр дәрестәре программаһын да булдыра, уҡыу әсбабын да әҙерләй. Әлбиттә, уҡытыусыларҙан алынған бөтә рецензиялар ҙа ыңғай йөк­мәткеле була, ләкин ниндәйҙер сәбәптәр менән уларҙы китап рәүешендә баҫтырыу мөмкинлеге табылмай. Атайым бер ҙә аптырап ҡалмай: ул материалдарҙы “Баш­ҡортостан уҡытыусыһы” журналына тапшыра, улар бер нисә йыл рәттән уның биттәрендә даими рәүештә донъя күреп бара.

 


Уңыш нигеҙе

 


1961 йылда Вәли Шәғәли улының тормошонда яңы дәүер башлана: ул Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фән­дәре докторы Ж.Ғ. Кейекбаев етәксе­легендәге көндөҙгө аспирантураға уҡырға инә. 1964 йылда аспирантураны диссер­тацияһын яҡлауға тәҡдим итеп тамамлай. Ә инде 1965 йылда Ҡазан университетында “Башҡорт әҙәби яҙма теленең формалашыу тарихы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап ҡуя.

Вәли Шәғәли улы Псәнчин, фән кандидаты ғилми дәрәжәһендә раҫланғас, ошо уҡ юғары уҡыу йортоноң башҡорт теле кафедраһында эш башлай. Ул үҙ ғүмеренең егерме биш йылын Башҡорт дәүләт университеты менән бәйләй. Ошо йылдар эсендә ул “Башҡорт теленең практик курсы”, “Төрки телдәренең сағыштырма грамма­тикаһы”, “Башҡорт әҙәби теленең тарихы”, “Башҡорт диалектологияһы” кеүек төп курс­тар буйынса лекциялар уҡый, семинарҙар, практик дәрестәр алып бара, шулай уҡ студенттарҙың курс, диплом эштәренә етәкселек итә.

Вәли Шәғәли улы, үҙенең бөйөк уҡы­тыусыһы профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың эшен уңышлы дауам итеү маҡсатынан, үткән быуаттың 60-сы йылдары аҙағынан башҡорт тел ғилеме өсөн көнүҙәк булған проблемаларҙың береһе – теле­беҙҙең тарихи грамматикаһы проблемалары өҫтөндә эшләй башлай. Әйткәндәй, үҙ ваҡытында профессор Ж.Ғ. Кейекбаев урал-алтай телдәрен сағыштырмаса-тарихи юҫыҡтан тикшереү буйынса үҙенең ғилми мәктәбен булдырыу идеяһы менән яна башлай. 1972 йылда, Жәлил Ғиниәт улы үлгәндән һуң, уның “Введение в урало-алтайское языкознание” исемле монографияһы донъя күрә. Атайым ошо китапҡа ике рецензияһын баҫтыра. Уның беренсеһе шул уҡ 1972 йылда “Совет Башҡортостаны” гәзитенең 20 июль һанында, ә икенсеһе 1972 йылда элекке Советтар Союзының иң абруйлы академик баҫмаларының береһе – “Народы Азии и Африки” журналының 2-се һанында баҫыла. Атайым был осраҡта ла үҙенең уҡытыусыһына тоғролоҡ һаҡланы. Тағы ла шуны өҫтәп ҡуйыр инем: был хеҙмәткә үҙенең ыңғай йөкмәткеле рецензияһы менән “Советское финно-угроведение” журналы биттәрендә (1973 йыл, 9-сы том, 4-се һан) билдәле эстон телсеһе, Эстон ССР-ы Фәндәр академияһы академигы, элекке Советтар Союзының әйҙәүсе фин-уғыр телдәре белгесе Пауль Аристэ (1905 – 1990) яҙа.

Вәли Шәғәли улының 1976 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә “Башҡорт теленең тарихи морфологияһы” (авторҙашы – Ә.М. Аҙнабаев) исемле монографияһы донъя күрә, теп-теүәл һигеҙ йылдан һуң, 1984 йылда, рус телендәге “Историческая грамматика башкирского языка” (авторҙашы – шул уҡ Ә.М. Аҙнабаев) баҫыла. Һуңғыһы юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбабы рәүешендә нәшер ителә. Беренсе баҫмаға яҙылған рецензия-реферат Мәскәү ғалимы, В.И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтының профессоры, филология фәндәре докторы И.Г. Добродомов тарафынан “Реферативный журнал. Общественные науки в СССР. Серия 6. Языкознание” исемле баҫманың 5-се һанында сыға.


Икенсе баҫмаға яҙылған рецензияның авторы – С.М. Киров исемендәге Азербайжан дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы, төркиәт кафедраһы мөдире Фәрхәд Зейналов (1929 – 1984). Ул баһалама 1984 йылда “Советская тюркология” журналында донъя күрә.

Вәли Шәғәли улының ғилми эшмәкәр­легенең тағы ла бер йүнәлеше – башҡорт яҙыусыларының тел-стиль үҙенсәлектәрен тикшереү. Әлбиттә, ул был проблеманы юғары уҡыу йортонда эшләгән осорҙа күтәреп сыға. Атайыбыҙ – башҡорт тел ғилемендә беренселәрҙән булып индивидуаль стиль (уны хәҙер ҡайһы берҙә – “идиостиль” тигән термин менән дә алмаштыралар) мәсьәләһе өҫтөндә эшләп, уны фәнни яҡтан төҙ системаға һалған телсе-ғалим. Ул ошо йүнәлеш буйынса семинарҙар алып бара, шулай уҡ “Телдең күркәмлек саралары” исемле махсус курстың программаһын да нәшер итә. Һөҙөмтәлә уның “Мостай Кәрим – һүҙ оҫтаһы” (Өфө, 1972) исемле моног­рафияһы нәшер ителә. Был хеҙмәт, бер яҡтан, мәшһүр шағирыбыҙ Мостай Кәримдең тел-стиль байлығын бөтә яҡлап системалы анализ рәүешендә бирһә, икенсе яҡтан, уның башҡорт әҙәби телен артабан үҫтереүҙәге ролен күрһәтә.

Әйткәндәй, был китап 1000 дана тираж менән сыҡһа ла, магазин кәштәләрендә оҙаҡ ятмай. Уны бик тиҙ арала һатып алып бөтәләр. Тап ошо урында башҡорттоң күренекле әҙәбиәтсеһе һәм тәнҡитсеһе Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәновтың һүҙҙәренә иғтибар итеүҙе дөрөҫ, тип табам. Ул юлдар К.Ә. Әхмәтйәновтың 1978 йылда “Баш­ҡортостан уҡытыусыһы” журналында (3-сө һан) баҫылған мәҡәләһенән алынды: “Әҙәбиәттең телен һәм стилен өйрәнеү хәҙер айырым мәҡәләләрҙең генә түгел, ҙур-ҙур хеҙмәттәрҙең дә вазифаһына әйләнде. Был тәңгәлдә Вәли Псәнчиндең “Мостай Кәрим – һүҙ оҫтаһы” (Өфө, 1972) тигән китабы айырыуса иғтибарға лайыҡлы. Был китаптың әһәмиәте шунда: уның авторы М. Кәримдең шиғыр һәм драмаларына тел закондары күҙлегенән сығып ҡына түгел, поэтик ҡанундар юғарылығынан да тороп ҡарай.

Образлылыҡ менән стилистиканы ошо рәүешле берҙәм итеп ҡарау был хеҙмәттең уңышын тәьмин иткән. Телгә – әҙәбиәтсе булып, әҙәбиәткә телсе булып ҡарау маһирлығының ғилми йәһәттән һөҙөмтәле булыуы – В. Псәнчин хеҙмәтенең методологик яҡтан фәһеме бына шунда”.

1974 йылда К.Ә. Әхмәтйәновтың “Назар Нәжми – шиғыр оҫтаһы” исемле монографик хеҙмәте донъя күрә. Автор был китабын атайыма ошондай автограф менән бүләк итә: “Вәли дуҫ Псәнчингә – әҙәби оҫталыҡ тураһында яҙырға яратыусы маһир ғалимға – оло ихтирам менән, ижади уңыштар теләп. Ким Әхмәтйәнов. 08.10.74”. Минеңсә, был бик ҙур баһа!


Тормош девизы

 


Атайыбыҙ 70–80-се йылдарҙа М. Кә­рим­дең, Ж. Кейекбаевтың, Ғ. Ибраһимовтың, Р. Солтангәрәевтең, Р. Өмөтбаевтың, С. Шә­риповтың, Ә. Әминевтең һ.б. тел-стиль үҙенсәлектәренә арналған мәҡәләләр менән сығыш яһай.

Вәли Шәғәли улы яҙыусыларҙың индивидуаль стилен тикшереүҙең икенсе бер юҫығын – уның ғәмәли яғын үҫтереүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Был йәһәттән уның 1984 йылда уҡытыусылар өсөн тәғәйенләнгән “Телдең күркәмлек саралары” (Өфө, 1984) тигән уҡыу әсбабы нәшер ителә. Уның күнегеүҙәр менән тулыландырылған икенсе баҫмаһы 2003 йылда донъя күрә.


Вәли Псәнчин 1984 – 1993 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Милли мәғариф проблемалары ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалына мөдир вазифа­һында етәкселек итте. Бында ла үҙ эшенә оло яуаплылыҡ менән ҡараны. Ул иң тәүҙә ике мәсьәләне хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы: улар – хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡлы һәм ғилми дәрәжәле итеү. Шул йылдарҙа Ф.Ф. Аҙна­баева, Р.Ғ. Ишемова, Ф.Х. Әминевалар педагогия фәндәре кандидаттары дәрәжә­ләренә эйә булды. Торлаҡ мәсьәләһе лә хәл ителде: хеҙмәткәрҙәр дүрт, өс, ике бүлмәле фатирлы булып өлгөрҙө. Был йәһәттән атайыбыҙ оло ярҙамдары өсөн республикабыҙҙың ул саҡтағы Хөкүмәт рәйестәре З.Ш. Аҡназаровҡа, М.П. Мир­ғәзәмовҡа, А.Я. Копсовҡа, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары М.Ә. Әйүповҡа рәхмәтле булды.

1987 йылда республикабыҙҙағы әҙәбиәт уҡытыу методикаһы буйынса иң абруйлы белгестәребеҙҙең береһе – педагогия фәндәре кандидаты Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы Ғималоваға “РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Бер нисә ғилми хеҙмәткәр “Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Филиалдың хеҙмәткәрҙәре байтаҡ ҡына мәктәп дәреслектәренә конкурс нигеҙендә автор булып бөтә. Улар, Баш­ҡортостандан тыш, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Ҡурған тарафтарындағы башҡорт мәктәптәренә уҡытыу-методик яҡтан ярҙам күрһәтә, бер нисә конференция ойоштора.

Аҙаҡ атайыбыҙ 1993 – 2003 йылдарҙа ошо ойошмала баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләне. Вәли Шәғәли улы ғүмеренең 54 йылын (1959 – 2013 йылдар) мәктәп дәреслектәре өҫтөндә эшләүгә арнаны. Уның авторлығындағы һәм авторҙашлығындағы “Башҡорт теле. 5-се класс”, “Башҡорт теле. 9-сы класс”, “Башҡорт теле. 10 – 11-се клас­тар” дәреслектәре нәшер ителә, улар әле лә башҡорт мәктәптәрендә ҡулланыла.

Вәли Шәғәли улы “Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы” (М., 1981), “Хәҙерге башҡорт теле. Пединституттар өсөн дәреслек” (Өфө, 1986) тигән баҫманы нәшер итеүҙә лә ҡатнаша.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында – был быуаттың башында Вәли Шәғәли улы төркиәт лингводидактикаһында тәүгеләрҙән булып “Риторика нигеҙҙәре. 10 – 11-се клас­тар” (Өфө, 2001), “Телмәр мәҙәниәте нигеҙҙәре” (Өфө, 2004), “Башҡорт нәфис һүҙе” (Өфө, 2008) уҡыу әсбаптарын яҙҙы һәм баҫтырҙы. Был исемлеккә ғалимдың “Һүҙ тылсымы” (Өфө, 1996) монографияһын, “Башҡорт теле. Педагогия училищелары, колледждары, гимназиялар, лицейҙар өсөн күнегеүҙәр йыйынтығы”н (Өфө, 1997; Өфө, 2007), “Телдең күркәмлек саралары. Күнегеүҙәр менән” (Өфө, 2003) кеүек әсбаптарын да индерергә мөмкин.

2013 йылдың 30 майында атайыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Ул Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында Дан аллеяһында ерләнде.


Шул уҡ йылдың август айында Күгәрсен районының ул саҡтағы хакимиәт башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусиндың тәҡдиме менән Мораҡ ауылының яңы урамына Вәли Псәнчин исеме бирелде. Ғаиләбеҙ уға ошо изгелеге өсөн ғүмерлеккә рәхмәтле булып ҡала.

Йомғаҡлап шуны ғына әйтер инем: атайыбыҙ – башҡорт телсе-ғалимы, педагог-методист һәм абруйлы шәхес Вәли Шәғәли улы Псәнчин илебеҙҙең тарихында ныҡлы эҙ ҡалдырыусы “алтмышынсылар” (русса – шестидесятники) быуыны вәкиле булып ҡала. Күпселегенең атайҙары һуғыш яландарында ятып ҡала, шуға ла улар осраған ауырлыҡтарҙы еңеп, үҙ көстәренә, тырышлыҡтарына таянып, гел изгелек ҡылыуҙы, яуызлыҡҡа юл ҡуймауҙы, тоғ­ролоҡто бөтә яҡлап тотоуҙы, яуаплылыҡты тормош ҡануны итеп алыуҙы үҙҙәренең девизы итеп һайлаған да инде.

Юлай ПСӘНЧИН. 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас