Белеме бар меңде йығыр, ти халыҡ. Бөгөн уҡыусы, студент саҡтарында уҡ үҙҙәрен төрлө йүнәлештә һынап ҡараған, бер юлы бер нисә уҡыу йортон тамамлаған һәм уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙ күп. Улар араһында БДМУ-ның физик культура һәм спорт кафедраһы мөдире, биология фәндәре кандидаты, ике монография, йөҙ иллеләгән ғилми мәҡәлә авторы Руслан ҒӘЙНУЛЛИН да бар.
Спортҡа, сәләмәт тормошҡа нигеҙ ғаиләлә һалына. Баймаҡ районының Темәс ауылында дүрт бала тәрбиәләгән Рәсимә Рамаҙан ҡыҙы менән Әнүәр Зәки улы балаларын оло тормошҡа әҙерләгәндә бер нимәне лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлаған Руслан Әнүәр улы еңел атлетика, берҙәм көрәш, бокс менән әүҙем шөғөлләнә. Һөнәрен дә ошо йүнәлештә һайлай. Силәбе өлкәһендәге Урал дәүләт физик культура университетына уҡырға керә. Бында спорттың кикбоксинг төрөн үҙ итә. Өлкә, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә һәм спорт мастеры кандидаты дәрәжәһенә эйә була.
Утыҙ йыл тыуған ауылындағы совхозда етәксе вазифаларында эшләгән Әнүәр Зәки улы аяҡ аҫтында үҫкән дарыу үләндәре менән дә ҡыҙыҡһына. Улар тураһында төрлө баҫмаларҙан уҡый, йыйыу ваҡытын, ниндәй ауырыуҙарға дауа икәнлеген даими өйрәнеп, мөрәжәғәт итеүселәргә ярҙам ҡулы һуҙа. Сирлеләргә ярҙам итеү, изгелекле булыу Ғәйнуллиндар ғаиләһенең ҡанына һеңгән, тиергә лә мөмкин. Руслан Әнүәр улы ла юғары уҡыу йортонда белем алғанда Тимер юлсылар медицина колледжына киске бүлеккә уҡырға керә. Тәүге ярҙам күрһәтеү, сирлене аяҡҡа баҫтырыр өсөн реабилитациялау кеүек өҫтәмә һөнәргә өйрәнә. Бер юлы Силәбе һауыҡтырыу үҙәгенә эшкә лә керә. Тәүге йылды йыйыштырыусы, һуңынан үҙе уҡыған һөнәр йүнәлеше буйынса эшләй. Операциянан һуң, имгәнеп Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән киләләр. Ошо ваҡытта тәжрибә туплау менән бергә, тормош һабаҡтарын да ала.
Руслан Әнүәр улы уҡырға кергәс, бер туған ағаһы, ул ваҡытта Силәбе ауыл хужалығы университетында аспирантурала белем алыусы Илшат Әнүәр улы менән бер бүлмәлә йәшәйҙәр. Эш өҫтәлендә тулып ятҡан китаптар, төрлө һыҙмалар менән эшләгән ағаһының эҙләнеүҙәренә ҡыҙыҡһынып ҡарай. Диссертацияһын яҡлаған ваҡытында ла янында була. Ошо мәлдә үҙенең дә күңелендә ғилемгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна. Юғары уҡыу йортон тамамлағанда, белемгә ынтылыусан, уңған кисәге студентын медицина фәндәре докторы, анатомия кафедраһының мөдире Зиннәт Төхвәт улы Бикбулатов аспирантураға уҡырға саҡыра. Кемдең арбаһына ултыраһың – шуның йырын йырлайһың, тигән мәҡәл дә бар беҙҙең халыҡта. Аспирантурала уҡығанда бергә йәшәгән иптәштәренән дә уңа. Яҡташтары Рәшит Кәримов менән Руслан Бикимбәтовтарҙың йоғонтоһо ла була. Үҙҙәре лә тәүге ҙур ғилми эштәрен яҙыуға тотонған егеттәр бер-береһенә ярҙам итәләр. Был ваҡытта үҙен практикала ла һынап ҡарарға өлгөргән Руслан Әнүәр улы “Тимер юл эшселәрен инфарктан һуң реабилитациялау” тигән темаға фәнни эшен яҙа. Тиҙҙән ошо уҡ факультетта доцент дәрәжәһенә күтәрелгән замандашыбыҙ һауыҡтырыу реабилитация үҙәгендә эшләүенән дә туҡтамай.
– Кеше тормошонда күп нәмә бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Бары тик ваҡытында уны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ғына кәрәк, – ти Руслан Әнүәр улы. – Һауыҡтырыу реабилитация үҙәгендә эшләгәндә күп нимәне күрергә, төшөнөргә тура килде. Беренсе эшем менән диссертациямдың темаһы ла бер-береһен тулыландырып килде. Сөнки үҙәктә эшләгәндә машинистарҙың күбеһе инфаркт үткәреп киләләр ине. Көн режимы боҙолоуы, эш ваҡытында хәрәкәттең әҙ булыуы, рациондағы аҙыҡҡа артыҡ иғтибар бирмәү – быларҙың барыһы ла яйлап ҡына йөрәккә килтереп бәрә. Шуға ла, миңә миҫалдар эҙләп әллә ҡайҙа йөрөргә тура килмәне. Практик эшемде методик яҡтан иҫбатлап ҡуйҙым.
Әсәһенең аманаты уны тыуған яғына ҡайтарырға булышлыҡ итә.