Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шоңҡар һылыуҡайы
23 Ғинуар 2019, 11:54

Нурзилә Ҡолғарина

Икенсе ҡатнашыусыбыҙ йәнә лә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-нан — бейеүсе ҡыҙ Нурзилә Ҡолғарина.

Мин — Ҡолғарина Нурзилә Азамат ҡыҙы хозур Ейәнсура районы Ибрай ауылында донъяға килгәнмен. Хәҙерге ваҡытта М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының II курсында уҡыйым. Бар булмышым менән донъяға ғашиҡмын, ә иң нығы инде башҡорт бейеүҙәренә. Бәләкәй саҡтан уҡ әсәйем менән атайым бейеүгә һөйөү уяттылар, һәм әлеге ваҡытта ла шул ялҡын минең тормошомдо яҡтырта бара. Алдағы тормошҡа хыялдарым бик ҙур: яҡшы уҡып бөтөп, ғаилә ҡорорға. Ә инде хәҙергә маҡсатым — “Байыҡ” бейеү бәйгеһендә ҡатнашып, башҡорт бейеүҙәре кимәлен тағы ла юғарыраҡ күтәреү.
Читайте нас: