Мин — Аҙнағолова Ҡарлуғас Иҙел ҡыҙы. 22 йәш. Тыуған ерем — Ейәнсура районының Сирғол ауылы, әлеге мәлдә тормош иптәшем менән Түбәнге Кама ҡалаһында йәшәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Өфө ҡалаһында М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филология факультетының 3-сө курсында һәм Ҡазан университетында ситтән тороп белем алам. Иң ҙур хыялым: Аллаhы Тәғәлә ата-әсәйемдән, туғандарымдан бер ваҡытта ла айырмаһын.