Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шоңҡар һылыуҡайы
24 Ғинуар 2019, 19:11

Зөлфиә Ташбулатова

Архангел районының матур тәбиғәтле Тәүәкәс ауылында, Инйәр һыуын эсеп үҫкән Зөлфиә Айрат ҡыҙы Ташбулатова булам.

Архангел районының матур тәбиғәтле Тәүәкәс ауылында, Инйәр һыуын эсеп үҫкән Зөлфиә Айрат ҡыҙы Ташбулатова булам. Өфө күп профилле һөнәрселек педагогия колледжын ҡыҙыл дипломға тамамланым. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙа етәкселек итеү бүлегендә белем алам. Мәктәптә уҡыған сағымда төрлө ғилми конференцияларҙа, һүрәт төшөрөү буйынса конкурстарҙа бик әүҙем ҡатнаштым. Йыр-бейеү конкурстарынан да ситтә ҡалмайым. Колледжда уҡыу осоронда йыл һайын “Һин – иң яҡшыһы!” тип исемләнгән маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеләр. Уҡыу йортоноң “Өмөт” фольклор коллективы менән һәр саҡ Гран- при яуланыҡ. Үҙемде төрлө яҡлап үҫтерергә тырышам. Хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙары кеүек, ҡырҡ төрлө һөнәр үҙләштерергә тейешмен тигән маҡсат ҡуйғанмын. Әлеге көндә “Кавказ бейеүҙәре” түңәрәгендә шөғөлләнәм, ҡул эштәре менән булам. Студент тормошо бик оҡшай. Сөнки тап ошо ваҡытта беҙҙең алдыбыҙҙа яңы ишектәр асыла, университетта бик күп конкурстар, конференциалар, осрашыуҙар үтеп тора һәм әүҙем ҡатнашырға тырышам. “Смарт-Тау” республика йәштәр белем биреү форумында ирекмән булып ҡатнаштым. Тағы ла БСТ каналының “Тамыр” балалар телеканалының сараларын ҡалдырмайым. “Бирешмә” тигән сериалда ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Киләсәк матур итеп уҡыуҙы тамамларға һәм артабан белемемде арттырырға, камиллаштырырға тырышасаҡмын, Алла бирһә. Барыһы өсөн дә атай-әсәйемә, өләсәйемә рәхмәтлемен. Киләсәктә Башҡортостанымды, телемде, халҡымды, еремде яратып, уның өсөн янып йәшәргә теләгем ҙур!
Читайте нас: