Шоңҡар
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шоңҡар һылыуҡайы
27 Ғинуар 2019, 16:03

Илһөйәр Ейәнбаева

Мин – Илһөйәр Ейәнбаева. Үҙемдең илһөйәрлегем, ныҡышмаллығым,үҙ һүҙлелегем М. Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына юлыҡтырҙы ла инде.

Ҡайһы ерҙән тиеп һораһағыҙ

Ғорурланып яуап бирермен:

– Мин ҡыҙымын тарихҡа бай булған,

Моңдар батшалығы – Бөрйәндең!

Бар донъяға ҙур танылыу тапҡан

Шүлгәнташтан йәшәр көс алам

Инсебикә ҡыҙҙың һынмаҫ рухы

Күңел төпкөлөндә сағыла...


Мин – Илһөйәр Ейәнбаева. Үҙемдең илһөйәрлегем, ныҡышмаллығым,үҙ һүҙлелегем М. Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына юлыҡтырҙы ла инде. Әлеге көндә 2-се курс студентымын. Студент көндәре бер уҡыуҙан ғына торһа, бер ниндәй ҙә яҡты эҙҙәре менән кеше хәтерендә ҡалмаҫ та ине. Шуның өсөн үҙем эшләп йөрөһәм дә, бар нәмәгә өлгөрөргә тырышам. Үҙем яратҡан замана бейеүҙәрен башҡарам, күңел тулып киткәндә йырҙар һуҙып үҙемде тынысландырып та алам, милли стилдәге кейемдәрҙең эскиздарын ҡағыҙ битенә төшөрәм. Ял көндәрендә үҙем ҡыҙыҡһынған төрөк телен өйрәнеү менән үтә.

Төп маҡсаттарым – кешеләрҙән бойондороҡһоҙлоҡта булыу, халҡым өсөн яҡшы эштәр атҡарыу!
Читайте нас: