Гейт Маргарита Вячеславовна булам. Миңә ун туғыҙ йәш. Өфө ҡалаһында тыуҙым. Баш ҡаланың 52-се лицейында белем алдым. Урта кластарҙа башҡорт телен ныҡлап өйрәнә башланым һәм шул өлкәлә яңы үрҙәргә ынтылыр өсөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында уҡыуымды дауам итәм. Бөгөнгө көндә икенсе курстамын. Фән менән шөғөлләнергә яратам, төрөк һәм ғәрәп телдәрен өйрәнәм, ҡурайҙа уйнауымды камиллаштырам. Киләсәктә сит телдәрҙе өйрәнергә хыялланам, уҡытыусы-филолог булырға теләйем, кешеләргә файҙа килтереүҙе төп бурысым тип һанайым.