Мин – Ғəйнетдинова Гөлгөнə Нурғəли ҡыҙы. Халҡыбыҙҙың батыры Салауат Юлаев тəпəй баçҡан ерҙә мин тəү аҙымдарымды яһағамын. Сығышым менән Салауат районының Юлай ауылынан. Əлегə Əлкə урта мəктəбенең 11-се класында белем алам. Атай-əсəйемдең беҙгə, ун ике балаһына, дөрөç тəрбиə, һүнмəç рух, дəрт биреп үçтергəненə рəхмəтлемен һəм уларға һоҡланып туя алмайым. Шуға ла килəсəктə мин дə ҙур, татыу ғаилə төҙөп, үҙемдең балаларыма халҡымдың көслө, бай, яғымлы телен, көслө рухын еткерергə тигəн хыял менəн йəшəйем. Сөнки "Ныҡлы ғаилə - ил терəге" тип юҡҡа ғына əйтмəгəндəр бит .