Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шоңҡар һылыуҡайы
6 Февраль 2019, 11:27

Айгүзәл Йосопова

Мин – йәмле Миндәк буйында ултырған Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Йосопова Айгүзәл Азамат ҡыҙы, ата-бабам Йосоптоң бишенсе быуыны булам.

Мин – йәмле Миндәк буйында ултырған Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы ҡыҙы Йосопова Айгүзәл Азамат ҡыҙы, ата-бабам Йосоптоң бишенсе быуыны булам. Ырыуым – табын, ҡошом – ҡарағош, ағасым- ҡарағас, тамғам – сүмес (табаҡ).

Буш ваҡытымда бәйләм бәйләргә, сигергә, төрлө ҡул эштәре менән булышырға яратам. Өйөбөҙгә килгән гәзит-журналдарҙы һеңлем менән көтөп алабыҙ. «Йәншишмә» гәзитенең, «Аманат», «Шоңҡар» журналдарының бер һанын да ҡалдырмай уҡып барабыҙ.

Бәләкәйҙән бейергә, йырларға, спорт менән шөғөлләнергә яраттым. Әлеге ваҡыта ла бейеү түңәрәгенә йөрөйөм.

Уральск ҡасабаһында урта мәктәпте тамамлағас, Белорет металлургия колледжына уҡырға индем. Әлеге ваҡытта III курста уҡыйым. Буласаҡ һөнәрем – иҡтисадсы.

2018 йылда Белорет ҡалаһында үткән «Һылыуҡай-2018» конкурсында ҡатнашып, «Иманлы һылыуҡай» исеменә лайыҡ булдым. Колледжда үткән һәр бер сарала һәм конкурста әүҙем ҡатнашам, уҡыу йортоноң мәҙәни тормошо менән янып йәшәйем.

"Шоңҡар һылыуҡайы" бәйгеһендә лә үҙемдең көсөмдө һынап ҡарарға ниәтем бар. Минең төп маҡсатым – атай-әсәйемә терәк, халҡыма һәм тыуған илемә кәрәкле кеше булыу. «Тормош ҡуйған һынауҙарға бер ҡасан да бирешмәҫкә» тигән һүҙҙәрҙе тормош девизым итеп алғанмын, ә хыялым – төрлө илдәр буйлап сәйәхәт итеү.
Читайте нас: