Көмөш тәңкә сыңдары сылтыр-сылтыр килә. Кисә сыңланы, бөгөн сыңлай, иртәгә сыңлаясаҡ. Ә мин — шул тәңкәләрҙең береһе. Эстән дә, тыштан да бер төҫтә, бер моңда. Эйе, тәңкә — ул биҙәк, мин дә халҡымдың бер биҙәге. Мин — ҡатын-ҡыҙ биҙәге. Атай-әсәйем миңә исемдең матурын һайлаған, Гөлназ — наҙлы гөл тигәнде аңлата. Замандың иң алдынғы йүнәлештәрен һайлағанмын, ул — сәләмәт тормош алып барыу, китаптар уҡыу һәм сәйәхәт ҡылыу. Тыуып үҫкәнмен мин Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында. Тормош девизым: Алға һәм тик алға!