Мин – Әбдрәшитова Әлиә Рәмил ҡыҙы, хозур тәбиғәтле Бөрйән ерендә тыуып, данлы Ағиҙел йылғаһының һыуын һыулап үҫкән атай-әсәйемдең иркә генә бер ҡыҙымын. Бөтә тирә-яҡ сафлыҡҡа төрөнгән матур ҡыш көнөндә, 1995 йылдың 22 декабрендә, был донъяға тәүге ауазымды һалғанмын. Атайымдан тәүәккәллек, тырышлыҡты, әсәйемдән ихласлыҡ һәм мөләйемлек, эшсәнлек һәм егәрлелек сифаттарын ҡабул итеп алғанмын. Дүрт балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергән, әлеге көндә ун ейән-ейәнсәргә өләсәй булған әсәйемә оло йөрәкле булыуы өсөн һәйкәл ҡуйыр инем. Ә матурлыҡҡа, гүзәллеккә ынтылыш тыуған төйәгемдең тәбиғәте аша күскәндер.
Кескәй генә сағымдан уҡ бейеүгә ғашиҡмын. Бейеү мәктәбен тик «5» билдәләренә генә тамамланым. Районыбыҙҙың «Ялҡын», «Осҡон» өлгөлө ансамблдәре составында «Байыҡ» республика бейеү конкурсында һәм башҡа күп төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаштым. Өфөләге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан өс диплом алып сыҡтым. Әлеге ваҡытта Республика лицей-интернатында балаларға риторика, театр дәрестәре бирәм. Эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнәм, буш ваҡытымда бүләкле бүләкле ҡумталар эшләйем.
Район кимәлендә үткәрелгән “Һылыуҡай” конкурсында еңеүем миңә ҙур башланғыс булып торҙо. «Башҡортостандың йәш топ моделе – 2013», «Miss Green Machine – 2014», «Мисс студенчество Башкортостана – 2014» тигән конкурстарҙа төрлө титулдар яуланым, «Мисс Зауралья» бәйгеһендә –I урын , «Топ модель Башкортостана» конкурында Гран-приға лайыҡ булдым. Шулай уҡ "Байыҡ" бейеү телевизион конкурсы, "Һылыуҡай" республика гүзәллек бәйгеһе лауреатымын.
Йәшәү девизым: «Бер ҡасан да бирешмәҫкә, һәр саҡ алға барырға, һәр бер эште күңел һалып башҡарырға, донъяны яратырға».