Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шоңҡар һылыуҡайы
9 Февраль 2019, 14:01

Альмира Кашапова

"Ҡупшы кейенгән, үксәле туфлиҙарында тек-тек баҫып бер ханым өйөнә ашыға. Уны өйөндә яратҡан тормош иптәше, ғәзиз балалары көтә... Бына киске аш мәле. Ҡатын яратҡан эшенән ҡайтҡан, яҡындарына аш табыны ҡорған. Бәхетле ғаиләнең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, гөлдөр-гөлдөр серләшеп, үткән көнгә йомғаҡ яһай улар..."

Һаумыһығыҙ, "Шоңҡар"ҙар! "Шоңҡар һылыуҡайы" конкурсында ҡатнашыу теләге менән һеҙгә хат яҙам.

Кем һуң мин? Эйе, эшләп йөрөйөм, үҙем теләгән эш урыны... Студент түгелмен хәҙер. Бер нисә уҡыу йортон уҡып, ҡулыма дипломдарымды алғас, оло тормошҡа аяҡ баҫҡанымды инандым. Ғүмерҙең һәр миҙгеле матур, китмәҫкә киткән студент йылдарым, баласағым хәҙер артта инде. Тик шул саҡтарҙағы кеүек хыялланырға яратыуым һәр саҡ үҙем менән.

"Ҡупшы кейенгән, үксәле туфлиҙарында тек-тек баҫып бер ханым өйөнә ашыға. Уны өйөндә яратҡан тормош иптәше, ғәзиз балалары көтә... Бына киске аш мәле. Ҡатын яратҡан эшенән ҡайтҡан, яҡындарына аш табыны ҡорған. Бәхетле ғаиләнең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, гөлдөр-гөлдөр серләшеп, үткән көнгә йомғаҡ яһай улар..."

Бәләкәйҙән үҙемдең киләсәгемде ошолай күҙ алдыма килтерәм. Һәр ҡатын-ҡыҙ был донъяға әсә булыр өсөн яралған. Хаҡ Тәғәләнән һәр ҡыҙ бала теләгән кеүек үк, мин дә үҙемә ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем. Йәшәү йәме, йәшәү мәғәнәһе – ғаилә ҡороп, әсә булыуҙа тип иҫәпләйем.
Читайте нас: