Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шоңҡар һылыуҡайы
9 Февраль 2019, 16:09

Айгизә Ғарипова

Тыуғанмын мин СәфәрғолдаЙәмле Инйәр буйындаБелорет районыныңИң матур ауылында.

Ғарипова Айгизә –19 йәш.

Мин – Ҡатай ырыуы ҡыҙы

Ағасым – артыш, ораным – тайлаҡ

Ҡошом булыр – ҡауҙы.

Тыуғанмын мин Сәфәрғолда

Йәмле Инйәр буйында

Белорет районының

Иң матур ауылында.

Ҡажат һыуын эсеп үҫтем,

Еләк йыйҙым тауында.

Ҡолас киреп бесән саптым

Йүкәлек болононда.


Йырға-моңға булған хыялымды тормошҡа ашырыу маҡсаты ҡуйып Өфө ҡалаһындағы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназия-интернатында белем алдым. Әлеге көндә Өфө сәнғәт училищеһының Рәсәй халыҡтарының милли ҡоралдар бүлегенең думбыра класында дүртенсе курсында уҡыйым.

Үҙемдең белемемде нығытыр өсөн төрлө конкурстарҙа ҡатнашам.

Думбырасылар ансамбле етәксеһе Гүзәл Үмәрғалина менән Ҡазан ҡалаһындағы бөтә Рәсәй халыҡ уйын ҡоралдары этномириада конкурсында ||| урын яуланыҡ. Үткән йыл Йылайыр районында Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге халыҡ уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың Республика бәйгеһендә ||| урын алып ҡайттыҡ. Шулай уҡ Белорет районының Ботай ауылында үткән етенсе Ҡатай ырыуы йәштәре байрамында "Сәсән телле һылыуҡай" номинацияһына эйә булдым.

Ваҡытымды дөрөҫ бүлергә тырышам: китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә яратам, спорт менән шөғөлләнәм. Ауылға ҡайтҡан ваҡытта атай-әсәйемә ярҙам ҡулы һуҙам.


Атайым минең – оҫта гармунсы,

Әсәйем – ябай ашнаҡсы

Улар кеүек, минең киләсәктә

Хыялдарым тормошҡа ашһасы.

Атанан күргән – уҡ юнған,

Әсәнән күргән – тун бескән

Атайымдың юлын дауам итеп

Мин думбыра ҡылдарын сиртәм.


Хыялым – киләсәктә юғары уҡыу йортон уҡып сығыу. Кумирым Розалия Солтангәрәева кеүек башҡорт телен үҫтерергә ярҙам итеү, үҙебеҙҙең халҡыбыҙға боронғо йолаларҙы тергеҙеү, нәҫел быуындар бәйләнешен нығытыу.
Читайте нас: