Мин – Ғүмәрова Гүзәлиә Рәшит ҡыҙы. Көҙҙөң иң матур көндәренең береһендә Учалы районы Ҡарт Муйнаҡ ауылында донъяға килгәнмен. Бәләкәй саҡтан уҡ үҫкәс уҡытыусы булам тип хыял итә инем. Шуға ла мин әлеге ваҡытта М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенты. Ғаиләлә 3 бала үҫтек. Әсәйем кешеләргә ҡарата ихтирамлыҡ тойғоһон, ярҙамсыллыҡты тәрбиәләһә, атайым маҡсаттарға ҡарата атлағанда ҡаты булырға, һүҙеңде тоторға кәрәклеген аңлатты. Ә апайымдар инде ижадҡа һөйөү уятты. Буш ваҡыттарымда ҡулымда һәр саҡ ҡағыҙ менән ҡәләм: йә берәй нимә яҙам, йә һүрәт төшөрәм, күңелемдәге серҙәремде дәфтәргә күсерәм. Йә инде китаптар уҡып яңы хистәргә, яңы аҙымдарға илһам алам. Ҡыйынлыҡтар килеп сыҡһа, Ф.Ницшеның "Беҙҙе үлтермәгән һәр нәмә беҙҙе көслөрәк итә" - тигән һүҙҙәрен ҡулланырға яратам. Киләсәктә ғаилә ҡороп балалар үҫтереү тураһында ғына хыялланып ҡалмайым. Эшләнә башлаған һәм башҡарыласаҡ эштәр менән кешеләргә бәхет һәм шатлыҡ еткергем килә.