Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шоңҡар һылыуҡайы
11 Февраль 2019, 01:04

Гөлнур Зөлмөхәмәтова

Мин Зөлмөхәмәтова Гөлнур Минияр ҡыҙы булам. Ишембай районының хозур тәбиғәтле Маҡар ауылында ғаиләмдә бишенсе бала булып донъяға ауаз һалғанмын. Һәр нәмәлә үҙемде бәхетле тип һанайым, сөнки ҡуйған маҡсаттарыма гел ирешәм.

Бөгөнгө көндә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп йөрөйөм, мәктәптә үҙ театр түңәрәгемде етәкләйем. Нимә генә тиһәләр ҙә, тап уҡытыусы булыуым миңә оҡшай, иң изге һөнәр эйәһе — мин.

Бәләкәйҙән сәхнәгә үлеп ғашиҡмын. Сәхнә ҡасандыр миңә асылырға ярҙам итте. Хәҙер иһә сәхнә аша үҙ уҡыусыларымды асам, уларға юл күрһәтәм. Ошонан да олораҡ бәхет юҡтыр, тип уйлайым. Ғөмүмән, һәр нәмәлә матурлыҡ күрә белеү мөһим. Йәшәй белгән генә көн дә бәхетле! Тормош девизым: Матур тормош матур уйҙарҙан башлана.
Читайте нас: