Һүҙем Янбаева Наҙгөл Ринат ҡыҙы тураһында буласаҡ. Ул 1999 йылдың 9 мартында Баймаҡ районының хозур тәбиғәтле Ҡаратал ауылында донъяға килә. 11 класты Баймаҡ лицей-интернатында тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға килә. Әлеге ваҡытта педагогика факультетының III курсында белем ала. Өлгөр ҡыҙ уҡыуҙа ғына түгел, ә спорт ярыштарында ла, институт сараларында ла бик әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ ул үҙенең шиғыр һөйләүе менән барыһын да хайран ҡалдыра.
Тормошҡа ҡуйған маҡсаттары: тормошта үҙ урынын табып, тыуған яғына, республикаһына кәрәкле кеше булыу.
Хыялдары: киләсәктә ысын ҡатын-ҡыҙ бәхетен татыу һәм сит илдәргә сәйәхәт итеү.