Яҡташым Рәми Ғарипов ижадына ғашиҡ Яҡупова Йәмилә булам. Янғантау урта мәктәбендә уҡығанда шиғри бәйгеләрҙә, районда ойошторолған "Йөҙөк ҡашы Зөләйха" конкурсында еңеү яуланым. Әле Өфөлә авиация техникумында белем алам, бейергә, йырларға яратам, спорт менән шөғөлләнәм. Хыялым — тормошта үҙ юлымды табып, яратҡан һөнәремде үҙләштереп, ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, әсәйемдең ярҙамсыһы булыу. Иң ҙур теләгем: яҡындарым иҫән-һау йәшәһен. Киләсәктә үҙ йәремде осратып, бер-береңде аңлап йәшәү, балаларымда ла туған телемә, моңома һөйөү тәрбиәләү!