Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Октябрь 2022, 22:00

Ялдар итә-итә менәм Торатау баҫҡыстарын

Торатау шиханы – республиканың ҡиммәтле урындарының береһе. Бында ”ҡиммәтле” тигән һүҙ һис тә аҡса менән иҫәпләнмәй. Әлегә төҙөлөп бөтмәһә лә, туристар Торатау башына махсус баҫҡыстан күтәрелә. Яңы объекттың уникаллеге шунда, экоһуҡмаҡ тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйәсәк.

Ялдар итә-итә менәм Торатау баҫҡыстарын
Ялдар итә-итә менәм Торатау баҫҡыстарын

Торатауға – экобаҫҡыс

Тауға экоһуҡмаҡ һалыу кәрәклеге тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтыр ноябрҙә хәбәр иткәйне. Бының өсөн ҡаҙнала субсидия сифатында 80 миллион һум аҡса ҡаралды.

Баҫҡыстың оҙонлоғо 5,65 километр. Проект буйынса эш ике этапта башҡарыла: тәүҙә көнсығыш битләүҙә баҫҡыс, унан төньяҡ битләүҙә спорт һуҡмағы, артабан – һыбайлы, ҡулса һуҡмаҡтары.

Василий Мартыненко, биология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Өфө биология институты директоры:

- Торатауҙа Башҡортостандың Ҡыҙыл китабынан үҫемлектәрҙең 16 төрө үҫә, шуларҙың һигеҙе Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабынан. Шуға ла был баҫҡыс бик кәрәк ине. Бер нисә йыл элек Торатауға күтәрелеү өсөн ете һуҡмаҡ булдырылғайны, хәҙер улар ҡырҡтан ашыу! Был насар. Ни өсөн? Сөнки шиханда һирәк осрай торған үҫемлек төрҙәре бар. Кешеләр тауға үрмәләгәндә был үҫентеләр тапала һәм уларҙың һәләк булыуы ихтимал. Бында 50 метр киңлектәге һуҡмаҡтар бар, был урындарҙа бер нәмә лә үҫмәй.
Бөтә цивилизациялы илдәрҙә бындай күмәк объекттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн баҫҡыстар файҙаланыла. Әгәр уны хәҙер эшләмәгәндә, ун йылдан һуң тау һуҡмаҡ юлдарҙан ғына торасаҡ. Һәм унда үҫемлектәр бөтөнләй үҫмәйәсәк, шул иҫәптән уникаль һәм Ҡыҙыл китапҡа ингәндәре. Әгәр был һуҡмаҡтарҙан йөрөмәһәк, әкренләп үҫемлектәр япмаһы һәм тауҙың тышҡы йөҙө тергеҙеләсәк.

Михаил Пастухов, “Альбит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инженеры, подрядсы вәкиле:

- Беҙ Мысыр пирамидаһын төҙөүселәр кеүек ҡул хеҙмәтен генә ҡулланабыҙ, тауҙа бер ниндәй ҙә ауыр техника юҡ. Экологтар проектты бер нисә тапҡыр тикшерҙе - ул ысынлап та хәүефһеҙ. Экоһуҡмаҡтарҙа туристар туҡтап ял итеп алһын һәм тәбиғәткә ҡарап һоҡланһын өсөн тиҙҙән эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Баҫҡыс ҡайнар цинк менән ҡаплана, шуға ла ул тутыҡмаясаҡ.

Торатауға ҡышын да менеп буласаҡ. Ял көндәрендә тауға 1000-ләп кеше күтәрелә - ул тирә-яҡ мөхит өсөн ғәйәт ҙур йөк, киләсәктә туристарҙың һаны тағы ла артасаҡ. Хәҙер һәр кем - бәләкәй балалы ғаиләләр ҙә, өлкән йәштәгеләр ҙә тауға менә ала. Элек бындай мөмкинлек юҡ ине, сөнки ул һиҙелерлек физик көсөргәнеш талап итә, ә баҫҡыс буйлап менеү уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә, ял итергә урындар ҙа бар. Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, шиханға экобаҫҡыстан менеүселәр байтаҡ. Торатауға күтәрелеүселәрҙең береһе лә тау башын зыянламаҫ һәм үләндәрен йолҡоп алмаҫ, тип ышанғы килә. Торатау биләмәһенә инеү һәм баҫҡыс буйлап тауға менеү түләүһеҙ.


Автор фотоһы.

Гөлнора Йәмилева.

Сығанаҡ: "Торатау" гәзите. 

 

Автор:
Читайте нас: