Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Декабрь 2022, 21:29

Урра! Еңдек!

“Салауат Юлаев” “Трактор” командаһын 6:4 иҫәбенә отто.

Урра! Еңдек!
Урра! Еңдек!

Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты матчында "Салауат Юлаев" Өфөлә "Трактор"ҙы 6:4 иҫәбе менән еңде.

Өфө клубы составында Павел Коледов, Сергей Шмелев, Данил Аймурзин, Виктор Антипин, Степан Санников һәм Данил Башкиров шайба индерҙе. Силәбе командаһы Алексей Бывальцев, Никита Тертышный һәм Альберт Яруллиндың голдары менән яуап бирҙе.

"Салауат Юлаев" 36 осрашыуҙан һуң 45 мәрәй йыйып, Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында бишенсе урында бара. Силәбе клубы Көнсығыштың туғыҙынсы баҫҡысында килә (38 уйында 33 балл).

Киләһе уйын 4 декабрҙә Астанала "Барыҫ" командаһы менән осрашасаҡҡаршы.

Фото: Салават Юлаев | Хоккейный Клуб | Уфа

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: