Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль 2023, 20:25

Әбйәлил көрәшселәре бит улар!

Бөтә Рәсәй ярыштарында  Әбйәлилдең йәш көрәшселәре һынатманы.

Әбйәлил көрәшселәре бит улар!
Әбйәлил көрәшселәре бит улар!


Пермь өлкәһенең  Барҙы ауылында  Афған яуы яугирҙәре иҫтәлегенә көрәш буйынса
Бөтә Рәсәй ярыштары үтте, унда ҡатнашҡан Әбйәлилдең йәш көрәшселәре һынатманы. Беҙҙең спортсылар Бөтә Рәсәй күләмендәге ярышта һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте. Төрлө ауырлыҡ категорияларында Зөлфәр Солтанов, Руслан Йыһангиров беренсе урынды алдылар. Елена Крупина, Алина Фазылова,  Нил Нөғәмәнов, Фәнур Истамбаев икенсе урында билдәләнделәр. Йәмил Искәнйәров, Филүс Хафизов, Мансуров Айназ Мансуров өсөнсө урын алдылар. Ҡотлайбыҙ, әбйәлилдәр һынатмай! Афарин!

Сығанаҡ: "Осҡон".

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: