Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март 2023, 18:20

"Көҙәйҙәр бәйгеһе"

Салауат Юлаевтың тыуған яғында бишенсе тапҡыр ҡышҡы ат ярыштары уҙҙы.

"Көҙәйҙәр бәйгеһе"
"Көҙәйҙәр бәйгеһе"
  • Быйыл ҡышҡы ат сабыштары "Айыҡ ауыл" проектында ҡатнашҡан Әлкә ауылы янында үтте. Сарала 100-ләгән кеше ҡатнашты. Байрамды "Юлдаш" халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле солисы Адик Шәйәхмәтов асты.
    Ярышта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Рәмил Хамматов, Әлкә ауыл биләмәһе башлығы Әлфиә Садиҡова, Салауат Юлаев музейы мөдире Зилә Садиҡова сәләмләне. Район ветстанцияһы начальнигы Булат Камалетдинов етәкселегендә ветеринар хеҙмәткәрҙәр аттарҙың ярыштарға әҙерлеген тикшерҙе һәм ярышыусылар араһында инструктаж үткәреп, стартҡа сығырға рөхсәт бирҙе.
    Быйыл ярышта санаға егелгән 12 ат ҡатнашты. Элекке йылда ла 12 ҡатнашыусы ине. Көйәрмәндәр спортсыларҙы дәррәү алҡыштар һәм һыҙғырыуҙар менән дәртләндереп торҙо. Беренсе ярышта бейәләр ярышты, Һәүкәш ҡушаматлы бейә еңеү яуланы (унда Зөфәр Сәғәҙиев йөрөнө). Икенсе – Гильза (Айҙар Ғәйнетдинов), өсөнсө урынды Машка (Динар Камалетдинов) алды.
    Икенсе бәйгелә эш аттары – айғырҙар ярышты. Бында Арғымаҡ ҡушаматлы айғыр еңде (Айрат Ғәйнетдинов), икенсе урынды – Сокол (Динислам Шәмсетдинов), өсөнсө урынды Ласка (Айбулат Ғәйнетдинов) алды.
    Иң мауыҡтырғыс уҙыш ярым тоҡомло аттар араһындағы бәйге булғандыр. Бында финишҡа тиклем Кузя (Зөфәр Сәғәҙиев) һәм Торнадо (Батыр Камалетдинов) үҙ-ара уҙышты. Шулай ҙа Кузя алға сығып, беренсе урынды алды. Торнадо унан бер аҙға ғына ҡалышты. Өсөнсө урынды Бөркөт ҡушаматлы ат алды (Айрат Ғәйнетдинов). Шулай уҡ Мария, Машка, Жбанк ҡушаматлы аттар көн геройҙары булды.
    Ярышта өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа ҡатнашты. Батыр һәм Динислам ат сабыштарында беренсе тапҡыр ғына булманы. Һәр ярышта улар призлы урындар яулай. Айзилә Шәмсетдинова барыһын да үҙенең ҡыйыулығы менән хайран ҡалдырҙы. Ул Жбанк аты менән икенсе уҙышта ҡатнашты. "Иң өлкән ҡатнашыусы" һәм "Иң йәш ҡатнашыусы" номинацияларында Динар Камалетдинов һәм Динислам Шәмсетдинов еңде.
    Тамашасылар көтөүселәрҙең сыбыртҡы менән оҫта эш итә белеүен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Еңеүселәрҙе тамашасылар үҙҙәре һайланы. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Алик Хәйбуллин яуланы, икенсе – Батыр Камалетдинов, өсөнсө урында – Динар Камалетдинов.
    Байрамса биҙәлеп егелгән аттар һәр ваҡыттағыса барыһының да кәйефен күтәрҙе. Был конкурста атын илһөйәрлек темаһына биҙәгән Камалетдиновтар ғаиләһе беренсе урынды яуланы. Шәмсетдиновтар ғаиләһе икенсе урын алды. Теләгән һәр кем санала йөрөнә һәм фотоға төштө.
    Ҡышҡы ат ярыштары барыһында ла яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы, быға шулай уҡ матур һауа торошо, ҡатнашыусыларҙың яҡшы кәйефе һәм күңелле музыка булышлыҡ итте. Малаяҙ ауылы мәҙәниәт йортоноң һәләтле артистары Адик Шәйәхмәтов, Айгөл Хәлиуллина, Лилиә Динисламова башҡарыуында йырҙар барыһының да күңеленә хуш килде. Әлкә ауылы халҡы һәм "Ағинәйҙәр ҡоро" вәкилдәре йылы аш ойошторҙо. Байрам халыҡ уйындары менән тамамланды, унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнашты.
    Ойоштороу комитеты бағыусылар Наил һәм Әлфиә Ғәлиевтарға, "Олимп" автосервисы етәксеһе Наил Сәйфуллинға, Салауат районы Советы секретары Андрей Сергеевҡа, Салауат районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Нелли Рәхмәтуллинаға, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма секретары Рәмис Ямалетдиновҡа, “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубына, Салауат районындағы Ғаилә хеҙмәтенә һәм Салауат Юлаев музейына ҙур рәхмәтен белдерә. Традиция буйынса, һәр спортсы ат фураж рәүешендә махсус бүләк алды. Ойоштороусылар "Юлай" крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Дим Дәүләтшинға шуның өсөн бик рәхмәтле. "Башкиравтодор" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салауат юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Ришат Сафинға ла "Көҙәйҙәр бәйгеһе – 2023" ҡышҡы ат ярыштарын үткәреүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
    Зилә Садиҡова, ярыштар координаторы.

    Әлеге көнгә тиклем бындай ярыштар Башҡортостандың бер районында – Бөрйәндә генә үткәрелде. Быйыл бөрйәндәр 54-се тапҡыр атта сабыш бәйгеһен уҙғарҙы, ул, ғәҙәттәгесә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә үтә. Тәүге уҙыштарҙа Иҫке Собханғол ауылында ни бары 6 спортсы ҡатнашһа,хәҙер иһә ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта бара. Ярыш тиҫтә йылдар эсендә район ярышы булыуҙан туҡтаны, хәҙер ул төбәк-ара статусында үткәрелә. Беҙҙең районда ла ат спорты ярыштары популярлыҡ яулар һәм киләһе йылдан уҡ күләмлерәк үтер, тип ышанабыҙ. Беҙҙең маҡсат – туризм индустрияһын үҫтереү. Уның үҙенсәлекле төрө – ваҡиғалар туризмы.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: