Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Апрель 2023, 14:55

Бөрйән егеттәре Татарстанда мах бирмәгән

Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа Бөрйән районынан төрлө ауырлыҡ категорияларында 7 спортсы ярышҡа сыҡҡан. 

Бөрйән егеттәре Татарстанда мах бирмәгән
Бөрйән егеттәре Татарстанда мах бирмәгән

 

15 апрелдә Татарстандың Аҡтүбә ҡасабаһындағы ат спорты мәктәбендә “Татнефть” йәмғиәтенең Кубогына “Аттарҙа көрәш” тигән милли ат спорты төрө буйынса ярыштар үткән. Халыҡта “Ауҙарыш” тип нарыҡланған ярыштарҙа 17 команданан 65 спортсы ҡатнашҡан.

Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа беҙҙең Бөрйән районынан төрлө ауырлыҡ категорияларында 7 спортсы ярышҡа сыҡҡан: 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Әтектән Роберт Баймөхәмәтов, 70 кг-ға тиклем – Әтектән Иҙел Баймөхәмәтов, 80 кг-ға тиклем – Байғаҙынан Ғәҙел Ишҡолов, 90 кг-ға тиклем - Яңы Собханғолдан Фазыл Кинйәбаев, Әтектән Инсур Баймөхәмәтов, 100 кг-ға тиклемге категорияла – Байназарҙан Илнар Салауатов һәм 100 килограмдан юғары категорияла Байназарҙан Айрат Салауатов.

Турнир һөҙөмтәләре буйынса, Илнар Салауатов үҙ категорияһында 2-се урын яулаған, Инсур Баймөхәмәтов үҙ категорияһында – 3-сө.

Район, республика намыҫын яҡлап йөрөгән ир-егеттәргә афариндан башҡа һүҙ юҡ. һеҙҙе алда ла бары тик уңыштар ғына көтөп торһон!

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: