Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Апрель 2023, 18:45

Әхәт Мортазин иҫтәлегенә турнир үтте

Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды «республиканың алтын тауышы» тип йөрөттөләр.

Әхәт Мортазин иҫтәлегенә  турнир үтте
Әхәт Мортазин иҫтәлегенә турнир үтте

Йыл һайын яҙ көнө башҡорт радиоһы дикторы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә республиканың киң мәғлүмәт саралары араһында волейбол буйынса турнир үткәрелә. Турнирҙы ойоштороусылар — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, Журналистар союзы.

Быйыл турнир кесе йома, 27 апрелдә, Өфө сәнғәт училищеһының спорт залында ойошторолдо. Ярышта биш команда ҡатнаша: «Юлдаш» радиоһы, Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Башҡортостан» ДТРК-һы, «Башҡортостан» нәшриәт йорто» предприятиеһы, «Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары». Яратҡан радио һәм телетапшырыуҙар алып барыусылары, йырсылар, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре — Наил Юнысов, Зариф Байғусҡаров, Артур Туҡтағолов, Вилдан Яруллин, Салауат Мөхәмәтйәров, Кинйә Күскилдин волейболдың командалы спорт төрө булыуын иҫбатлар. Судьялар коллегияһы иң яҡшы уйынсы, иң яҡшы бомбардир, иң яҡшы һөжүм итеүсе һәм башҡа номинациялар буйынса еңеүселәрҙе билдәләй. Барыһын да ҡиммәтле бүләктәр һәм приздар көтә.

Турнирҙы асыу тантанаһында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, дикторҙың тормош иптәше, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, улы, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Мортазин, ҡыҙы Гүзәлиә, республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов ҡатнашты.

Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды «республиканың алтын тауышы» тип йөрөттөләр. Әхәт Мотаһар улы яңылыҡтар, телевидениела һәм радиола репортаждар, байрамдарҙан һәм хөкүмәт сараларынан тура трансляциялар алып барҙы. Ул һоҡланғыс диктор, һөйкөмлө, изге күңелле кеше булып халыҡ хәтерендә ҡалды. Әхәт Мортазин республика киң мәғлүмәт саралары араһында спортты әүҙем үҫтерҙе. Радионың волейбол командаһының алыштырғыһыҙ капитаны булды. Әхәт Мортазин биш йыл элек, 2018 йылдың 13 мартында, 59 йәшендә ҡапыл донъя ҡуйҙы.

"Башинформ"

Фото: "Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: