-4 °С
Болотло
Өфө ҡалаһында мас-рестлинг буйынса ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм 16-17 йәшлек ҡыҙҙар, малайҙар араһында Башҡортостан беренселеге үткән. Был ярыш төрөндә илдең төрлө төбәгенән 80-дән ашыу спортсы ҡатнашҡан.
Ике көн дауамында барған ярышта Башҡортостандың йыйылма командаһында сығыш яһаусы Бөрйән районы Ҡотан ауылы һылыуы Айгизә Ғалина 55 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренселекте яулауға өлгәшкән.
Айгизә Башҡорт дәүләт аграр университетының 3-сө курсында студенты. Уға киләсәктә уҡыуында һәм спорт өлкәһендә уңыштар теләйбеҙ.
Сығанаҡ: "Таң" гәзите.