Шоңҡар
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Июнь 2023, 23:00

Марат, һоҡланабыҙ һиңә ҡарап!

Башҡорт егете Рәсәй чемпионатында үҙ ауырлығынан өс тапҡырға ауырыраҡ штанга күтәргән

Марат, һоҡланабыҙ һиңә ҡарап!
Марат, һоҡланабыҙ һиңә ҡарап!

Парапауэрлифтинг буйынса Рәсәй чемпионаты еңеүселәре араһында Ҡырмыҫҡалы егете  Марат Хәсәнов та бар. Ул 153 килограмм күтәрә. Марат  Башҡортостанда үҙ ауырлыҡ категорияһында беренсе халыҡ-ара класлы спорт мастеры була. Ул үҙе 49 килограмм ауырлыҡта.

Марат спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. Пауэрлифтинг менән бында ҡырҡҡа яҡын бала шөғөлләнә.

Биш йәшендә Марат турниктан ҡолап төшә. Һуңынан һаулығы  менән проблемалар башлана һәм малайҙың буйы 130 см билдәһендә туҡтай.

Марат Рәсәйҙә быйыл көҙ уҙасаҡ альтернатив паралимпия уйындарында ҡатнашырға ниәтләй. Егеткә уңыштар теләйек.

Фото: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: