Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Спорт
29 Августа 2023, 06:44

Ислам - чемпион!

Исламды һәм уның тренеры Радик Байгилдинды лайыҡлы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ һәм уларға һаулыҡ, спортта еңеүҙәр теләйбеҙ!

Ислам - чемпион!Ислам - чемпион!
Ислам - чемпион!

24-25 августа Силәбе ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгән үҫмерҙәр араһында бөтә Рәсәй еңел атлетика буйынса ярыш уҙа. Мәләүез ҡалаһынан 1-се гимназия уҡыусыһы,саңғы ярыштары һәм еңел атлетика буйынса Башҡортостан республикаһы йыйылма командаһы ағзаһы Ислам Күскилдин был ярыштарҙа 1500, 800 метр дистанцияла һәм һөңгө ырғытыуҙа 3 тапҡыр чемпион булыуға ирешә. Исламды һәм уның тренеры Радик Байгилдинды лайыҡлы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ һәм уларға һаулыҡ, спортта еңеүҙәр теләйбеҙ! Ислам -  киләһе йылға еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы ла.

 

Әҡлимә Имамова

"Көнгәк" гәзите

 

Автор:
Читайте нас