Лондонда үткән Паралимпия уйындарында Башҡортостан спортсыһы Оксана Савченконың һөҙөмтәләрен берәү ҙә ҡабатлай алманы: яҡташыбыҙ биш алтын миҙал яуланы, донъя кимәлендә дүрт рекорд ҡуйҙы.
Олимпия батыры ғәжәп алсаҡ, ихлас, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булып сыҡты. Өфөнөң “Буревестник” бассейнында оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ.
— Оксана, юлда Лондондағы уйындар хаҡында уйлап килдем. Рәсәйҙәр яулаған 36 алтын миҙалдың 12-һе Башҡортостан спортсыларыныҡы ине. Миҙалдар һаны буйынса Ҡытайҙан ғына ҡалышып, икенсе урынға сыҡтыҡ. Һинең бер-бер артлы “алтын”дар яулауыңа барыбыҙ ҙа ҡыуандыҡ. Көтөлмәгән ҡотлау кемдән булды?
— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтан. 400 метр араға ирекле стилдә йөҙөүҙә тәүге “алтын”ды яулағас та, Рөстәм Зәки улы телефон аша шылтыратып ҡотланы, хәлемде һорашты. Президент һынлы Президенттың беҙҙең менән ҡыҙыҡһыныуы, ваҡыт табыуы артабанғы ярыштарға дәрт, көс өҫтәне.
— Ә дәғүәселәр көслө инеме?
— Әлбиттә! Төрлө ярыштарҙа күп йөрөгәс, бер-беребеҙҙе танып белеп бөткәнбеҙ. Ә бына Олимпиадала ҡапыл Азербайжан ҡыҙы пәйҙә булғас, поляктар ҙа, американдар ҙа аптырап ҡалды, сөнки уны бығаса бер ерҙә лә күргәнебеҙ юҡ. Көслө ҡыҙыҡай, шулай ҙа минең әҙерлекле булыуым ҡотҡарҙы...
— Олимпиаданан ҡайтҡас та, Рөстәм Хәмитов һиңә, йәнә бер нисә кешегә фатирға сертификат тапшырҙы. Өйөңдө туйланыңмы әле?
— Унан һуң ярты йыл самаһы ваҡыт үтһә лә, әле ҡулымда “фатир һинеке” тигән бер ниндәй документ юҡ. Нишләптер һуҙалар ҙа һуҙалар…
— Оксана, һуңғы йылдарҙа Ҡытай спортсылары үҙҙәренең ғәжәп уңыштары менән ҡыуандыра. Бының сере нимәлә икән? Уларҙан ошо хаҡта ҡыҙыҡһынғанығыҙ булдымы?
— Төрлө ил спортсылары менән үҙ-ара аралашабыҙ, ә бына ҡытайҙар берәү менән дә һөйләшмәй. Беҙ уларҙы старт бирелер алдынан йәки ашханала ғына күреп ҡалабыҙ.
— Киләһе Олимпия уйындары Бразилияла үтәсәк. Беҙ унда ла һине күрә алырбыҙмы?
— Әлегә өҙөп кенә бер нәмә лә әйтеп булмай. Уға тиклем дүрт йыл самаһы ваҡыт бар. Спортсы өсөн күп арауыҡ был. Ә ҡатнашырға теләк юҡ түгел.
— Ҙур ярыштарҙа йыш ҡына допинг буйынса бәхәстәр сыға. Лондонда ундай хәл күҙәтелдеме?
— Юҡ, ундай-бындай осраҡ булманы. Ә былай, шәхсән үҙемә килгәндә, быға бик етди ҡарайым. Ауырып-фәлән киткәндә лә дарыуҙар ҡулланмайым.
— Ә нисек дауаланаһың?
— Лимонлап сәй эсәм.
— Һеҙ тыумышығыҙ менән Петропавловск-Камчатканан. Өфөгә нисек килеп юлыҡтығыҙ?
— Ун ике йәшемдә тәү тапҡыр Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, беренсе урынды алғайным. Шунда Өфөнән килгән әлеге тренерым Игорь Тверяков күреп ҡалды ла Башҡортостанға саҡырҙы. Бынан һуң, әлбиттә, Мәскәүгә, Санкт-Петербургка ҡоҙалаусылар ҙа күп булды. Биш йылдан, мәктәпте тамамлағандан һуң ғына, Өфөгә барырға ризалаштым.
— Тәүҙә тренерыңдың фатирында йәшәгәнһең, шикелле…
— Эйе, бер йыл самаһы.
— Бассейнға йөрөргә тәүҙә теләгең бигүк булмаған, тип ишеткәйнем.
— Ысынлап та шулай. Биш йәшемдә әсәйем “һаулығыңа файҙалы булыр” тип алып барғайны. Йөҙөү нисектер тәүҙә оҡшаманы, күңелгә ятманы. Бейеү, каратэ, шулай уҡ тегеү түңәрәктәренә йөрөйһө килә ине. Әммә әсәйем ҡаты торҙо, тегеләй-былай һуғылырға ирек бирмәне. Ә инде ярыштарҙа тәүге уңыштар күренә башлағас, йөҙөүгә дәрт, сәм уянды, Паралимпиада чемпионы булырға хыялландым. Ул саҡта бер нәмә менән дә шөғөлләнмәгән тиңдәштәремә ҡарайым да, ярай әле, теге ваҡытта әсәйем ялҡауланырға ирек бирмәгән, тип ҡыуанам бөгөн. Уңышымда уның өлөшө ҙур.
— Ә бына алтын миҙалдарҙа тренерҙың өлөшө бармы?
— Һис шикһеҙ! Тәжрибәһеҙ һәм талапсан тренерһыҙ уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Ул спортсы менән бер бөтөн булып эшләргә тейеш. Яҡшы тренер булмаһа, маҡтаулы спортсы сыҡмаясаҡ. Әммә, минеңсә, әлегә тренерҙарға иғтибар етешмәгән кеүек.
— Өфө оҡшаймы?
— Донъя ярыштарынан һуң Камчаткаға ҡайтып килдем. Унда бер аҙна торҙом. Шул арала Өфөнө һағынып та өлгөрҙөм һәм бында килеп яңылышмағанымды аңланым. Өфө минең өсөн яҡын ҡалаға әүерелде, дуҫтарым күп. Буш ваҡыттарымда Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда йөрөргә яратам.
— Тыуған яғыңда булғас, физкультура уҡытыусыһын да күргәнһеңдер. Бөгөнгө уңыштарыңа ул нигеҙ һалған бит инде.
— Ҡайтҡас, туған мәктәбемә барҙым. Уҡытыусыларым, эй, ҡыуанды. Барыһы ла: “Һине телевизорҙан ҡарап барҙыҡ, афарин да афарин”, – ти. Ә бына физкультура уҡытыусыһы, мине күргәс, уңайһыҙланды, хатта ғәфү үтенде.
— Нишләп?
— Физкультура дәресен иң аҙаҡҡа ҡуялар ине, ә миңә күнекмәләргә йөрөргә кәрәк. Шуға ла йыш ҡына дәрестән китергә тура килде. Быны уҡытыусы һис тә өнәмәне, хатта бер мәл йыллыҡҡа “икеле” сығарып ҡуйҙы.
— Һине урамда таныйҙармы?
— Әлбиттә! Магазинға инһәң, һин Оксана Савченко бит, тип һорайҙар, икенселәре боролоп-боролоп ҡарай. Балалар, үҫмерҙәр “фотоға төшәйек”, ти. Күптән түгел дуҫтарым менән Павловкаға барғайныҡ, шунда битлек кейгән килеш танынылар.
— Оксана, һиңә күп кенә сит илдәрҙә булырға тура килә. Иң һоҡландырған ҡала ниндәй?
— Берлин тәү күреүҙә үк күңелгә ятты. Унда мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙе хәстәрләүгә етди ҡарайҙар. Уңайлы мөхит булдырылған, электрон коляскаларҙа теләгән ереңә барырға мөмкин. Ә беҙҙә был хаҡта күберәк һөйләйҙәр, шикелле.
— Бына-бына ике уҡыу йортон тамамларға тораһың. Белем алыу, бер туҡтауһыҙ күнекмәләр… Барыһына нисек өлгөрәһең?
— Ысынлап та, бер юлы ике урында белем алыу күп көс талап итә. Айырыуса нефть университетында ауыр. Ә бына педагогия университетының физик культура факультетында уҡығас, спортсы булғас, аңлайҙар, хәлгә инәләр.
— Диплом алғас, ҡайһы йүнәлештә эшләргә уйлайһың?
— Моғайын, һуңғыһы буйынса китермен, тим. Миңә спорт нығыраҡ оҡшай.
Архив. 2013