Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Спорт
4 Декабря 2023, 15:20

Башҡорт ҡыҙы Рәсәй чемпионы титулын яуланы

Зарина,  ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар, һиңә!

Башҡорт ҡыҙы Рәсәй чемпионы титулын яуланыБашҡорт ҡыҙы Рәсәй чемпионы титулын яуланы
Башҡорт ҡыҙы Рәсәй чемпионы титулын яуланы

Башҡортостан спортсыһы муай-тай буйынса Рәсәй чемпионы титулын яуланы.

Сибайҙан Зарина Исламова тай боксы буйынса Рәсәй Кубогы еңеүсеһе булды. Башҡортостан спортсыһының еңеүе тураһында республиканың спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Муай-тай буйынса ярыштар Түбәнге Новгород өлкәһендә үтә. Зарина Исламова ҡатын-ҡыҙҙар араһында 54 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеү яуланы.Ҡыҙ «Ҡара аждаһа»клубында шөғөлләнә.

Шулай уҡ турнирҙа Башҡортостан спортсылары Никита Валетов (көмөш) һәм Леон Арутюнян (бронза) миҙалдар яуланы.

Фото: Башҡортостан республикаһы спорт министрлығының телеграм-каналы


 

Автор:
Читайте нас