— Әсәй! Әсәй! Мин ҙурайғас, врач булам да ауырығандарға фортепианола уйнаясаҡмын!
Бәләкәй Зарина әсәһенә бала саҡтан шулай тип әйтеп үҫә. Шуҡ, тик ултырмаҫ ҡыҙының был һүҙҙәрен әле лә әсәһе йылмайып иҫләй. Әммә табип булырға теләгән кешегә яҙмыш бөтөнләй икенсе юл әҙерләй. Бөгөн Зарина ИСЛАМОВА — тай боксы буйынса Рәсәй чемпионы, спорт мастеры кандидаты. Нисек улай килеп сыҡҡаны, ниңә бала саҡ хыялынан баш тартыуы тураһында, юлында осраған ауырлыҡтар хаҡында Зарина менән бик йылы әңгәмә ҡорҙоҡ.
Зарина Сибай ҡалаһынан. Ғаиләлә улар өсәү үҫкән, ҡыҙҙың ағаһы менән һеңлеһе бар. Һеңлеһе тип, игеҙәге Розалина инде. Заринаның һүҙҙәренсә, улар бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған. Шөғөлдәре лә, холоҡтары ла, ҡыҙыҡһыныуҙары ла, хатта ҡиәфәттәре лә айырыла.
Кескәй Заринаны күрһәгеҙ, унан бер заман Рәсәйҙе донъя кимәлендә күрһәтеүсе спортсы булыр тип уйламаҫ инегеҙ, моғайын. Ҡыҙ бәләкәйҙән музыка мәктәбендә шөғөлләнгән. Музыкаль ҡоралы ла ниндәй бит әле — фортепиано! Моңло көйҙәр яуҙырып, ҡупшы күлдәктәр кейеп, барлыҡ тамашасыларҙы һоҡландырып уйна ла уйна!..
Әммә Зарина икенсе юлды һайлай. Биш йыл музыка мәктәбендә шөғөлләнгәндән һуң, ун бер йәшендә ныҡлап спорт менән мауыға башлай. Был өлкәгә һөйөүе тиктән генә барлыҡҡа килмәй. Атаһы Факил Фидаис улы ла, әсәһе Резида Риф ҡыҙы ла йәштән спортты яраталар икән. Атаһы йәш сағында хәрби самбо менән шөғөлләнгән, футбол да яҡшы уйнаған, хатта Сибай ҡалаһы йыйылма командаһы составында булған. Әсәһе волейбол, саңғы шыуыу менән ныҡлап мауыҡҡан. Әсәнән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй, Зарина өсөн дә ата-әсәһенең өлгөһө ҙур йоғонто яһай. Ҡыҙ бөтә еңеүҙәрен тәү башлап тап улар менән бүлешә.
2015 йылдан Зарина ныҡлап тай боксы менән шөғөлләнә. Ул Сибайҙағы “Ҡара аждаһа” спорт клубына яҙыла. Һәләтле ҡыҙҙы тренеры Александр Гаврилов тиҙ арала еңеүҙәр яуларлыҡ спортсы итеп үҫтерә. Шул йылдан алып Зарина үҙенең ауырлыҡ категорияһында тай боксы буйынса алдынғылыҡты бирмәй, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә үткән ярыштарҙа призлы урындарға өлгәшә.
Мәктәпте тамамлағанда Зарина, үҫмер генә булыуына ҡарамаҫтан, киләсәктә ниндәй һөнәр эйәһе булырын яҡшы белә. Оҙаҡ уйлап тормай Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжына физкультура уҡытыусыһы һөнәренә уҡырға инә. Белем алыу уға еңел бирелә. Ҡыҙыл диплом алғас та белем алыуҙан туҡтарға уйламай. Хәҙерге мәлдә Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалында ситтән тороп физик культура йүнәлешендә уҡый.
— Көс булһа, аҡыл кәрәкмәй, тиҙәр. Һин нисек уйлайһың? — тип ҡыҙҙан һорайым.
— Уртаҡлыҡ кәрәк. Аҡыл булмаһа, көстән ни файҙа? Спортта ла бит аҡыл кимәле мөһим роль уйнай, шунһыҙ дәғүәсеңде еңерлек, уның етешһеҙлектәрен үҙ файҙаңа ҡулланырлыҡ тактика ла уйлап булмай. Ғөмүмән, төрлө яҡлап үҫешергә кәрәк тип иҫәпләйем. Белем алырға, яңы өлкәлә эшләп ҡарарға, туҡтауһыҙ эҙләнергә. Шулай ғына үҙ юлыңды, үҙеңде табырға мөмкин, — ти спортсы.
Былтыр Зарина тай боксы буйынса Рәсәй кубогында 54 килограмм ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал яулап, бар Башҡортостанды ҡыуандырғайны. Бындай еңеү яулар өсөн уға спорт залдан сыҡмай тиерлек шөғөлләнергә тура килә. Муайтай боксы цикллы спорт төрө булараҡ көнөнә ике тапҡыр — иртәнсәк һәм кис шөғөлләнеүҙе талап итә. Зарина эше арҡаһында улай график менән йөрөй алмай. Шуға ла киске алтынан туғыҙға тиклем көн һайын өсөшәр сәғәт залға йөрөргә тура килә. Бер көн генә ял итә лә йәнә эшкә тотона.
— Рәсәй чемпионы исемен яулағас, ниҙәр кисерҙең? Ниҙәр уйланың?
— 2023 йылғы Рәсәй чемпионаты алдынан бер йыл тирәһе спорттан китеп торғайным. Яңынан үҙемде, көсөмдө һынап ҡарарға теләп, ҡабаттан шөғөлләнә башланым. Алтын миҙал еңел генә бирелде тип әйтә алмайым. Әммә еңеү менән спортҡа ҡайтыу ҡыуандырҙы. Етмәһә, чемпионат бит Магнитогорскиҙа үтте, дуҫтарым, яҡындарым ҡарарға килгәйне. Улар алдында сығыш яһау икеләтә яуаплылыҡ өҫтәне, — ти Зарина.
Был еңеүҙән һуң ҡыҙ Рәсәйҙең йыйылма командаһына инә. Илдең иң көслө спортсылары менән берлектә тай боксының тыуған ере — Таиландтың Бангкок ҡалаһында үткән ярашта ҡатнашырға саҡырыла. Зарина тәүге алышта еңә. Әммә икенсе дәғүәсене үтә алмай.
— Еңелеүемде ауыр кисерҙем. Был минең тренерһыҙ үткән тәүге ҙур ярышым ине. Янымда остазым булмауы психологик яҡтан ҙур баҫым яһағандыр. Александр Сергеевичҡа кискеһен генә шылтыратырға үҙемдә саҡ көс таптым. Уның менән һөйләшкәс, бер аҙ еңел булып ҡалды. Әлбиттә, сығышымдың һөҙөмтәһе мине генә түгел, көйәрмәндәремдең дә кәйефен ҡырҙы. Әммә еңелеү хәрәкәтеңде туҡтатырға тейеш түгел. Уңышҡа ирешер өсөн хаталар өҫтөндә эшләргә, туҡтауһыҙ алға барырға кәрәк.
Еңеү барыһына ла көс-дәрт өҫтәһә, еңелеү тик көслөләрҙе генә ҡанатландыра, сөнки ҡабаттан тороп, шул уҡ юлда тағы берҙе үтер өсөн ихтыяр көсө талап ителә. Зарина ла спортты ташларға уйламай, киреһенсә, дәртләнеп алға барыуын дауам итә.
Бөгөн ул уҡыуҙы, күнекмәләрҙе бергә алып бара, хатта ике ерҙә эшләп тә өлгөрә. Йәш белгес Сибайҙа“ Ирәндек” лицейында — физкультура уҡытыусыһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә муайтай буйынса тренер булып эшләй. Зарина төркөмөнә 5 йәштән 14 йәшкә тиклем балаларҙы йыя. Уларға ҡыҙ тай боксын өйрәтә. Йәш тренер һәр саҡ остазына, Сибай күп профилле профессиональ колледжының ОБЖ уҡытыусыһы, тренеры Александр Гавриловҡа тиңләшергә ынтыла.
— Александр Сергеевич — сама менән уҫал, талапсан, иғтибарлы, ғәҙел, аҡыллы, тормошто ихлас яратҡан кеше. Ул һәр ваҡыт дөрөҫ мотивация бирә белә, кәрәкһә, тыңлап, ярҙам итә. Тренерҙар тап шулай булырға тейештер, тип уйлайым, — ти спортсы.
Зарина йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Күптән түгел ҡыҙ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы етенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы булып һайлана. Ул мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комиссияһында тора. Һайлап алыуҙың бөтә этаптарын да — автобиография яҙыу, видеовизитка төшөрөү, әңгәмәләшеү, проектын яҡлауҙы уңышлы үткәс, ең һыҙғанып эшкә тотона. Бында улар төрлө закондарҙы ҡарай, үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерә. Был юҫыҡта Зарина Сибайҙа күп эштәр алып бара: кескәйҙәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, үҫмерҙәр менән осрашып, сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтыра, төрлө коллективтарҙа файҙалы күнекмәләр күрһәтә, дөрөҫ туҡланыу кеүек темаларға дәрестәр ойоштора.
— Колледжда уҡыу менән ярыштарҙы бергә алып барыу ауырыраҡ ине. Әммә ул темпҡа тиҙ өйрәнеп китәһең. Аҙаҡ хатта буш ваҡыт та ауыр бирелгән һымаҡ тойола, — тип һүҙен дауам итә ҡыҙ.
Бындай тормош ритмы менән мотлаҡ яҡшы ял итә белергә лә кәрәк, тигән фекерҙә Зарина. Күп ваҡытты дуҫтар, ғаиләһе менән үткәрә. Тәбиғәт ҡосағына, походтарҙа булыуҙы үҙ итә, бындай мөмкинлек килеп тыуһа, юҡ тимәй.
— Спорт мине ныҡ ҡына үҙгәртте. Үҫмер саҡтан шөғөлләнгәс, характерым формалашыуға ныҡ ҡына тәьҫир итте. Шөғөлөм иң мөһим сифаттарҙы — ихтыяр көсөн, тәртипте, маҡсатҡа ынтылышымды, үҙемә ышанысымды, стресҡа бирешмәүсәнлекте, кеше менән уртаҡ тел таба алыуҙы сыныҡтырҙы.
Киләсәген дә Зарина спорт менән бәйләй. Ошо йүнәлештә уның маҡсаттары ҙур: донъя чемпионатында алтын миҙал яуларға, спорт мастеры нормативын үтәргә. Профессиональ рингта ла үҙен һынап ҡарағыһы килә.
— Үҙемдең йәштәштәремә, үҫеп килгән быуынға ике генә нәмә теләр инем, — ти Зарина. — Һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылырға һәм ялҡауланмаҫҡа!
Заһиҙә МУСИНА.