Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Июнь , 15:44

Күтәреп һелтәү буйынса яҡташыбыҙға етеүсе юҡ бит, әй!

Башҡортостан көрәшсеһе Артур Зөлҡәрнәев Рәсәй рекордын ҡуйҙы. Спортсының ҡаҙанышы тураһында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итә

Күтәреп һелтәү буйынса яҡташыбыҙға етеүсе юҡ бит, әй!
Күтәреп һелтәү буйынса яҡташыбыҙға етеүсе юҡ бит, әй!

Башҡортостан көрәшсеһе Артур Зөлҡәрнәев Рәсәй рекордын ҡуйҙы. Спортсының ҡаҙанышы тураһында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итә.

Артур Зөлҡәрнәев Пермь крайында Бөтә Рәсәй һабантуйында ҡатнашты. Көрәштә күтәреп һелтәү буйынса яҡташыбыҙға етеүсе юҡ — бер минутта 25 тапҡыр.

Ярыштарҙа шулай уҡ Башҡортостандың башҡа көрәшселәре лә сығыш яһаны. 65 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында — Юнир Закиров, 100 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында — Айгиз Зәйнетдинов, Артур Зөлҡәрнәев иһә 85 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында еңеүсе булды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: