Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Декабрь 2024, 19:23

"Салауат Юлаев" "Барыҫ"ты тапаны!

Хәҙер беҙҙең команда Көнсығыш конференцияһында беренсе урында бара.

"Салауат Юлаев" "Барыҫ"ты тапаны!
"Салауат Юлаев" "Барыҫ"ты тапаны!

Өфөнөң "Салауат Юлаев" командаһы КХЛ-дың даими чемпионаты матчында Асатананың "Барыҫ" командаһын 6:0 иҫәбе менән еңде.

Джошуа Ливо иҫәпте 26-сы секундта уҡ аса. Период аҙағына тиклем Нэйтан Тодд һәм Никита Зоркин шайба индерә. Икенсе егерме минутта Ливо тағы ла ике гол индерә һәм үҙенә 41 мәрәй йыя, хәҙер ул КХЛ-дың иң яҡшы бомбардиры булып, ҡалған уйынсылар араһында беренсе урында килә. Өсөнсө осор уртаһында Шелдон Ремпал гол индерә. "Юлаевсылар" 39 матчта 56 мәрәй йыйҙы һәм Көнсығыш конференцияһы таблицаһында беренсе урынға сыҡты.

Автор:
Читайте нас