Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ғинуар 2025, 14:30

Һай, Әбйәлил ҡатындары!

Асҡар ауылының  “Уңыш” стадионында район хакимиәтенең социаль сәйәсәт буйынса бүлеге планына ярашлы башҡортса йөрөү сараһы үтте. Унда спорт таяҡтарына таянған 25-ләгән кеше ҡатнашты.  

Һай, Әбйәлил ҡатындары!
Һай, Әбйәлил ҡатындары!

Ял итергә, шул уҡ ваҡытта спорт менән шөғөлләнергә төрлө йәштәгеләр килгән. Улар араһында ошо көндәрҙә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән педагогик хеҙмәт ветераны, 38 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған Мәфрүзә Мөхәмәтдинова ла булды. Педагогтың 1997 йыл сығарылышы класында булған уҡыусылары Флүрә Солтанова һәм Гүзәл Хәйсәрова менән бер рәттән Мәфрүзә Иштимер ҡыҙы спорт аҙымдары менән ихлас атланы. Уларға хеҙмәт ветерандары ЭлизаҠунафина, Таңһылыу Ирғәлина, Гөлсөм Хәкимова, Фәйрүзә Шәмсетдинова һәм башҡалар ихлас ҡушылды. Матур ял һәм спорт сәғәтенән күтәренке кәйеф менән таралышты улар.

 

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.

 

 

Автор: Гульнур Куватова
Читайте нас